Сараға район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, райондың “Табын” ырыуы етәксеһе, район башҡорттары башҡарма комитеты ағзаһы, РФ һәм БР Журналистар союзы ағазһы Фәрғәт Ҡотлобаев, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостаңдың халыҡ артисы Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев исемдәрендәге премиялар лауреаты, райондың Маҡтаулы гражданы Йәмил Әбделмәнов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, баянсы, композитор, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Фирдус Шәрәфуллин, Ефремкин ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Наталья Иванова, Флүрә Ғәлимйән ҡыҙының ике туған һеңлеләре Долорес Байсурина, Гәүһәр Солтанғәлиева, Күлләр, Иҫке Бәпес, Түбәнге Төкөн һәм Иҫке Муса ауылдары халҡы һәм башҡалар килгәйне. Был көндө сығыш яһаусылар бөйөк шәхесте йылы хәтирәләр менән иҫкә алды.
Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм Флүрә Ғәлимйән ҡыҙының талантлы ғына түгел, маҡсатҡа ирешеүсән дә кеше булыуын, уның һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа үҫеүенә ҡарамаҫтан, тыумыштан килгән таланты, шулай уҡ тырыш хеҙмәте арҡаһында ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеүен, яҡташыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланыуын билдәләп үтте.
Артабан Фәрғәт Фәрит улы үҙенең сығышында Флүрә Ғәлимйән ҡыҙының артистизм, тормошто яратыу, талант, педагог символдары булыуын, республика өсөн күп йырсылар тәрбиәләүен, шулай уҡ артист менән үҙенең 1971 йылда Ҡарлыман мәктәбен асҡанда тәүге тапҡыр күреүе хаҡында һөйләне.
Хәтер кисәһенә йырсының ике туған һеңлеләре Долорес Байсурина һәм Гәүһәр Солтанғәлиевалар ҙа килгәйне. Улар апайҙарын йылы хистәр менән телгә алды.
- Флүрә апайым тураһында һөйләү бик тулҡынландырғыс. Ул бик әҙәпле, ярҙамсыл, изге күңелле кеше ине. Ике туған булһаҡ та, тығыҙ аралаштыҡ, беҙҙе бәләкәйҙән ҡараны. Нисек йәшәргә өйрәтте. Улар Егоровка ауылында йәшәгәндә уға барып йөрөй инек. Яңы Бәпес, Иҫке Бәпес ауылдарына етәкләп алып бара торғайны. Артабан ул мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамланы. Тәтешле районына йүнәлтмә буйынса эшкә барҙы, аҙаҡ Ҡырмыҫҡалыға күсеп ҡайтты. Ул ауыр саҡтарҙа - аслыҡ, юҡлыҡ ваҡытында беҙҙе бәрәңге бешереп һыйлай ине... Үҙенең туғандарының яҡшы белем алыуын теләне. Миңә лә уҡырға барырға ҡушты. Шуға ла эшемде ташлап, уҡырға киттем һәм уның арҡаһында юғары белем алдым. Апайым тураһында туҡтамайынса бик күп һөйләргә була. Уның менән һәр саҡ аралаштыҡ, бергәләшеп күп сараларға, концерттарға йөрөнөк. Һуңғы ун йылда ул бик ҡаты ауырыны. Мин уның янында йыш булырға тырыштым, тәрбиәләштем. 18 февралдә ҡыҙы Шәүрә телефондан шылтыратып, әсәһенең хәле насарайыуы тураһында хәбәр итте. Ә мин ошо көндө Флүрә апайымды 85 йәше менән ҡотларға ла барырға тора инем. Килдем, ул үҙ аңында ине, һөйләштек. Апайымды телефон аша бик күптәр ҡотлап шылтыратты. Тағы ла уның уҡыусылары Тәнзилә Үҙәнбаева, Флүрә Килдийәрова, Йәмил Әбделмәнов килергә тейеш ине. Оҙаҡ та үтмәне, ҡәҙерле кешем ҡулымда йән бирҙе. Матур йәшәне һәм үҙенең тыуған көнөндә шым ғына китеп барҙы... Фәрит еҙнәм Ғәбитов менән Шәүрә исемле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Шәүрә - музыкант, аспирантура тамамланы, хореография училищеһында эшләй.
Тормошомда уның булыуына яҙмышыма рәхмәтлемен, - тип хәтирәләргә бирелде Долорес Басир ҡыҙы.
Уның һүҙҙәрен Гәүһәр Басир ҡыҙы дауам итеп:
- Мине атайым 1-се класҡа уҡырға Ҡырмыҫҡалыға бирҙе. Апайым менән беҙ Ҡарлымандан йәйәү йөрөнөк. Мин икенсе, апайым беренсе сменала уҡыныҡ. Аҙаҡ Флүрә апайымда дөйөм ятаҡта торҙоҡ. Бер карауат та, бер өҫтәл ине. Бер мәл ул мине бейергә өйрәтергә булды. Әле һаман хәтерҙә: ултырғыс булмау сәбәпле, апайым иҙәндә ятҡан килеш “Яблочка” рус халыҡ йырын йырлай, ә мин ул өйрәткәнсә бейей башланым (авт. - ошолай бейетте тип бейеп тә күрһәтте). Аҙаҡ мәҙәниәт йортондағы концертта ла бейергә сығарҙы. Был саҡтарҙы бер ваҡытта ла онотмайым. Бына шулай апайым миңдә бейеүгә һөйөү уятты, һәм әлеге көнгә тиклем был шөғөлөмдө ташламайым, - тине һәм Фирдус Шәрәфуллин башҡарыуындағы көйгә рәхәтләнеп бейеп тә күрһәтте.
Был апайҙарҙы тамашасылар ҙур алҡыштарға күмде. Бөйөк йырсыны күреп белгән, уның менән яҡындан аралашҡан туғандарының тәрән хистәр менән иҫкә алыуы һәр кемгә бер яңы асыш булды!
Шулай уҡ уның уҡыусыһы Йәмил Әбделмәнов остазы булараҡ Флүрә Ноғоманова тураһында иҫкә алыуын халыҡ ихлас ҡабул итте.
- 1985-1988 йылдарҙа сәнғәт училищеһында Флүрә Ғәлимйән ҡыҙының класында белем алыу бәхете тейҙе. Шул йылдарҙы бик һағынам. Уҡытыусыбыҙ ауылдан килгәндәргә әсәй ҙә, атай ҙа булды. Ул беҙҙе төрлө яҡлап хәстәрләне. Аҡсаһы булмаған балаларға аҡса, ризығы булмағандарға аҙыҡ, кейеме булмағандарға кейем хәстәрләй торғайны. Өйөнә лә алып ҡайтты. Уның ихтирамы ла, иғтибары ла барыбыҙға ла етте. Шулай ҙа, иң мөһиме, педагог булараҡ студенттарға ныҡлы профессиональ белем бирҙе, - тип һөйләне ул.
Был көндө Фирдус Шәрәфуллиндың баянда уйнауына ҡушылып Йәмил Әбделмәнов башҡарыуында йырҙар, Ирек Кинйәбулатовтың йырсының 75 йәшенә бағышлап яҙылған “Ерем һөйөүе” шиғырын Бишауыл-Уңғар китапханаһы китапханасыһы Фәнзилә Хисамова һөйләүе, үҙешмәкәр композитор Фәрит Яҡшығолов, Ефремкин мәҙәниәт усағының һәүәҫкәрҙәре башҡарыуындағы йырҙар, “Далан” өлгөлө хореографик ансамбле солисы Розалия Хафизованың осҡон сәсеп торған бейеүе бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр.
Бөйөк шәхес, йырсы, педагог һәм остазға бағышланған хәтер кисәһе яҡташыбыҙҙың ни тиклем бөйөк булыуын тағы ла бер ҡат иҫбат итте. Был осрашыу ҡатнашыусыларҙың күңелдәрен оҙаҡ ваҡыт йылытыр.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотолары.