Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
15 Ноябрь 2022, 08:41

Башҡортостан мосолмандары – хажда

Улар был көндәрҙә кесе хаж ғәмәлен үтәй.  

Башҡортостан мосолмандары – хажда
Башҡортостан мосолмандары – хажда

Әбйәлилдән 15 кеше ошо көндәрҙә кесе Хаж ҡылыу ниәте менән Мәккәгә юлланған. Был хаҡта Зина Әхмәтйәнова хәбәр итә.

"Йома намаҙына Әл-Хәрәм мәсетенә барҙыҡ. Унда ике миллиондан ашыу кеше ҡатнашты. Хатта урам тулы булды. Кесе йомала ямғыр яуып үтте. Урамдарҙан һыу кисеп йөрөнөк. Ә бөгөн Ҡыҙыл диңгеҙ буйына юлландыҡ. Һауа температураһы бик юғары, иртәнге сәғәт һигеҙ тирәһендә плюс 27 ине. Көндөҙ хатта +35 тирәһе булыр", - тип яҙған хаж ҡылыусы Арсений Мөхәмәтйәнов.

Мәккәгә республиканан бөтәһе 25 кеше барған. Хаж ғәмәлен имен-аман үтәп ҡайтһындар!

Фото: Зина Әхмәтйәнова.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:
Читайте нас: