Атайым данлыҡлы көрәшсе булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның һабантуйҙа көрәшкәнен миңә бер генә тапҡыр күрергә насип булды, ул да булһа – “Таналыҡ” совхозында үткәрелгән бәйгелә. Мине бала күреп, үҙҙәре менән йөрөтмәгәндәрҙер инде. Элек һабантуйҙар башта колхоз, совхоздарҙа, һуңынан район үҙәгендә ойошторола ине. Сабыш һәм юртаҡ аттарҙың етеҙҙәрен, ә көрәшселәрҙең таһылдарын асыҡлап, район кимәленә сығарыу өсөн эшләнгәндер был, күрәһең...
...Бала саҡта йоҡонан бик иртә, таң һарыһынан тора инем. Кисен дә, күҙ бәйләнеп, ҡараңғы төшә башлау менән ятып йоҡлайым. Иртәнсәк уянғас, туғандарымды уятмаҫҡа тырышып, ауыр ишекте көскә асып, тышҡа сығам. Урам ҡапҡаһы янындағы эскәмйәгә ултырып, яңы ҡалҡып килгән ҡояш нурҙарында шулай ҡыҙынам. Малдарын көтөүгә ҡыуырға сыҡҡан еңгәйҙәр: “Ниңә йоҡламайһың, Хөрмәтулла ҡәйнеш?” – тип һорай. Мин, ғәҙәттәгесә, оялып башымды аҫҡа эйәм дә бер һүҙ ҙә өндәшмәйем. Улар: “Эх, беҙ һинең урыныңда булһаҡмы-ы-ы...” – тип һөйләнеп үтеп китә.
Һабантуй булыр көндә лә таңдан торҙом. Миңә ул саҡта ете йәш ине. Әле мәктәптә уҡымайым, көҙ генә уҡырға төшөргә тейешмен. Урамдағы эскәмйәгә сығып, һыйырҙарын көтөүгә ҡыуыусыларҙы бер аҙ байҡап ултырҙым. Унан усаҡлыҡҡа инеп кеҫәгә икмәк һынығын һалып алдым да, ҡармаҡтарымды тотоп, һыу буйына төштөм. Йылға буйында бер кем дә юҡ, ултырам шулай иркенләп. Балыҡ ҡапмай тиерлек, ыбыр-сыбыр ғына эләгә.
Ҡояш ныҡ ҡыҙҙыра башлағас, сисенмәй генә һыу инергә булдым. Кейемдәремде лә бер юлы йыуып алырмын, йәнәһе. Һыуҙан сыҡҡас, күлдәк-ыштанды сисеп, киптерергә тип, таш өҫтөнә йәйеп һалып ҡуйҙым. Эргәләге кисеүҙән, ауыл аша, автобустар, йөк машинаһына һәм арбаға тейәлгән кешеләр үтә башланы. Шау-гөр килә үҙҙәре. Кисә кистән үк ярыш аттарын менгән күрше ауыл малайҙарының шул яҡҡа ыңғайлағандарын иҫемә төшөрөп: “Бөгөн бит һабантуй!” – тип һикереп торҙом да, еүеш кейемемде кейеп, өйгә табан йүгерҙем.
Ҡайтһам, ишек келәһенә ҡаҙ ҡанаты ҡыҫтырылған. Тимәк, өй “йоҙаҡлы”. Өйгә индем – бер кем юҡ! Мине ҡалдырып киткәндәр! Күмәк бала араһынан берәүҙең юҡлығын һиҙмәгәндәрҙер йә, ишек алдында күренмәгәс, берәйһе менән киткән, тип уйлағандарҙыр.
Һабантуй элекке Кәрим ауылынан алыҫ булмаған ерҙә – Ғимаҙетдин туғайында үтәсәген белә инем. Ҡартатайым Ғимаҙетдин Хәйрулла улының сабынлығы булған өсөн “Ғимаҙетдин туғайы” тигән атама биргәндәр. Шул яҡҡа, биш саҡрым самаһы арауыҡта ятҡан туғайға йүгерҙем.
Мин килеп еткәндә ат сабыштары башланырға тора ине. Әсәйемдәрҙе саҡ табып алдым. Кешенең күплеге! Минең беренсе тапҡыр һабантуйҙы күреүем. Күрше Ырымбур өлкәһенән дә күпләп килгәндәр.
Ҡараһам, тау битләүенән ике һыбайлы төшөп килә – атайым менән Зиннур ағайым. Уларға ҡаршы йүгерҙем. Улар өс көнгә йәйләүгә мал көтөргә киткәйне. Баҡһаң, малдарҙы Ҡыҙыл таш алдына һыулауға һалып, төшкө аш ашарға, һабантуйҙы күрергә тип килгәндәр. Атайым: “Көрәш буласаҡ ергә барып киләм”, – тип атын йылға яғына борҙо. Беҙ ағайымдың атына менгәшеп, әсәйемдәр эргәһенә киттек.
Көрәш булаһы ерҙә күп халыҡ йыйылған, бәйге башланған, майҙан гөр килеп тора, яҡын барырлыҡ та түгел. Этешә-төртөшә торғас, алғы рәткә үк барып еттек, ергә сүгәләп ултырҙыҡ. Көрәш майҙаны дүрткел итеп бүленеп, арҡан менән уратып алынған. Ҡап уртала баҫып торған атайым көрәшселәрҙе майҙанға сығырға әйҙәй. Тимәк, ул майҙан хужаһы – судья. Ҡараһам, көрәшселәр арҡалары менән ҡаҡ ергә барып төшә, хәҙерге һымаҡ махсус түшәктәр юҡ. Хәйҙәр еҙнәйем дә көрәшергә сыҡты. Үҙенең дәғүәсеһен еңел генә алып ташланы. Атайым уның ҡулын күтәрҙе. Бәйге оҙаҡ дауам итте. Көрәш майҙанындағы үлән тапалып, ҡояш ҡыҙыуында һарғая башланы.
Ырымбур өлкәһенән килгән урыҫ егете бик оһолло көрәшә, уға ҡаршы сыҡҡандарҙы алып ташлап ҡына тора! Еҙнәйемде лә еңде был... Бына бер заман халыҡ: “Ғаз-за-ли! Ғаз-за-ли-и!” – тип өҙөп-өҙөп һөрәнләргә тотондо. Был хәл миңә бик ҡыҙыҡ тойолдо, хатта бер ни тиклем аптырап киттем. Хәҙер генә аңлайым: күрәһең, халыҡ “һабантуй батыры” исемен ситтән килгән көрәшсегә бирергә теләмәгәндер. Атайым тәүҙә сығырға теләмәне (шул мәлдә уға 58 йәш булған). Халыҡ геүләүе тынмағас, ул ризалашты. Үҙе көрәш майҙанына сығып баҫты.
Мин борсола башланым: “Атайым һабантуйға көрәшер өсөн килмәне бит... Мал көтөп йөрөгән еренән тура бында йүнәлде. Башҡа көрәшселәр кеүек махсус кейенмәгән дә: өҫтөндә – спецовка, аяғында – кирза итек”. Атайым, уйҙарымды ишеткәндәй, кирза итеген сисеп, ойоҡсан ҡалды, унан кейемен һалып, аҡ күлдәктә майҙан уртаһына сығып баҫты. Халыҡ геү итеп ҡул сапты. “Үҙе сыҡты... Ғаззали батыр сыҡты!” – тигән һүҙҙәр ишетелде.
Финалға үтер өсөн бар дәғүәселәр менән дә бил һынашыу шарт. Судья йәрәбә үткәрҙе. Өс пар көс һынағандан һуң, үҙенең пары менән майҙан уртаһына атайым сығып баҫты ла оҙон таҫтамалды беләгенең уң суғынан юғары бәйләне.
– Һуғышта яраланған ҡулын ғәрипләндермәҫ өсөн шулай таҫтамалды бәйләп ала, – тине майҙанды уратып баҫҡандар араһынан кемдер.
Мин уйға ҡалдым: “Эйе шул, машинка менән сәсемде алған саҡта бармаҡтары насар эшләй. Сәсемде өҙөп-йолҡоп алыуының сәбәбе бына ниҙә икән!”
Атайым йәрәбә буйынса сыҡҡан ишенең биленә ашыҡмай ғына таҫтамалын һалды, судья көрәшергә рөхсәт биргән секундта уҡ уны күтәреп алып, башы аша ташланы. Майҙан геүләп ҡул сапты. Еңел һулап ҡуйҙым, кешеләргә ҡушылып мин дә: “Маладис!” – тип ҡысҡырҙым. Атайыма ҡарайым, уны танымаған кеүекмен дә – майҙандың уртаһында, әйтерһең дә, мин белмәгән кеше йөрөй, атлауҙары еңел, хәрәкәттәре аныҡ, күҙҙәре янып тора. Урыҫ көрәшсеһе менән оҙағыраҡ көрәште, шулай ҙа алыш атайымдың еңеүе менән тамамланды.
Дәғүәселәрҙән аҡ майка кейгән мыҡты егет кенә тороп ҡалды. Ул егет еңел генә бирешергә теләмәне. Оҙаҡ ҡына көрәштеләр, ләкин көстәр бер тигеҙ булғанмы икән – был алыш һөҙөмтә бирмәне. Бына бер мәл атайым уның аяҡтарын ерҙән айырып күтәреп алды, инде баш аша ташлайым тигәндә... дәғүәсеһе аяҡ салды, атайымдың аяҡтарын быуҙы... һәм гөрһөлдәп ҡаҡ ергә, уның өҫтөнә килеп төштө. Майҙан “Аһ!” итеп ҡалды. Кешеләр урындарынан һикерешеп торҙо. Барыһы ла уның тупаҫ рәүештә көрәш ҡағиҙәһен боҙоуын аңлай ине. Аҡ майкалы егет, ерҙән һикереп тороп, башын эйеп ситкәрәк китте.
Атайым бер аҙ тормай ятты. Минең тамаҡҡа төйөр килеп тығылды. “Эх, кеҫәмдә рогаткам юҡ! Булһа, хәрәмләшкән көрәшсенең маңлайына таш менән сәпәр инем!” Уғаса атайым урынынан торҙо ла, таҫтамалын ҡулына урай-урай, майҙан уртаһына барып баҫты. “Йөҙө ҡырыҫ, был хәйерлегә түгел...” – тип уйлап та өлгөрмәнем, аҡ майкалы ағай ерҙә аунап ята ине инде. Халыҡ шаулап ҡул сапты. Мин дә усымды йәлләмәнем...
Көрәшселәрҙе бүләкләү тантанаһы башланды. Аҡ майкалы ағай икенсе урынды алды, үҙенә бүләк итеп бирелгән ҡул сәғәтен ул атайымдың ҡулына таҡты, уны ҡосаҡлап, ғәфү үтенде. Халыҡ, уның был ҡылығын хуплап, дәррәү алҡышланы, көрәш майҙанындағы ҡылығын шулай ғәфү итте. Мин дә ул ағайҙы күңелемдән ғәфү иттем шикелле, һәр хәлдә, уға рогатканан атыу теләге һүрелгәйне инде.
Туғандар, ауылдаштар, бөтөнләй таныш түгел урыҫ ағайҙары атайымды уратып алып, оҙаҡ ҡотланы. Барыһының да мотлаҡ уның ҡулын ҡыҫып, шатлығын уртаҡлашыуҙарын ситтән генә күҙәттем. Яҡын килеү түгел, атайымдың күҙенә күренергә лә тартындым. Был көндә ул миңә бөтөнләй көтөлмәгән яҡтан асылды: бына ниндәй икән атайым?! Юҡ, ул атай ғына түгел, ә Ер йөҙөндә иң көслө кеше икән дә баһа! Ә мин быны белмәгәнмен дә... Күңелемде шатлыҡ ҡатыш ғәйеп тойғоһо ла биләп алды. Ана, сит кешеләр атайым өсөн нисек шатлана... Ә минең күңелемдә – ғорурлыҡ, аңлатып бөтә алмаҫлыҡ шатлыҡ тойғоһо! Донъялағы иң көслө кешенең улы булыуы менән сикһеҙ ғорур инем. Был көтөлмәгән ҙур яңылыҡ һәм шатлыҡ ҡатыш тулҡынланыу бар зиһенемде биләп алды, үҙ тойғоларыма хужа була алмай, ғаиләбеҙ туҡтаған ергә табан йүгерҙем.
Әсәйем Хөсәйен ҡустымды ашатып ултыра. Ул атайымдың көрәшкәнен ҡарарға бармаһа ла, барыһы тураһында ла белеп тора ине. Күрәһең, туғандарым һөйөнсөләгәндер. Әсәйем атайымдың көрәшкәнен ҡарарға яратманы. Уның майҙанға сыҡҡанын ишетһә: “Берәй ерен имгәтеп ҡуйыр инде...” – тип көрәш бөткәнсе уның өсөн борсола.
Беҙ туҡтаған урын да йәнләнеп китте, апайымдар йүгереп аш-һыу әҙерләй башланы, табынды яңыртыуға атайым бүләктәрен – еңеүсегә бирелгән балаҫ менән һарыҡты арбаға тейәп, беҙҙең эргәгә килеп туҡтаны. Ул баяғы көрәш майҙанындағы кешегә бөтөнләй оҡшамаған, элеккесә тыныс, йөҙөндә – миңә таныш ихлас йылмайыу. Тәүге тапҡыр күргән кеүек, уға текләп ҡарайым.
Ҡомғандағы йылы һыу менән ҡулын сайҙырғас, атайым таҫтамалға ҡулын һөрттө лә, минең башымдан һыйпап, арҡамдан һөйҙө. Шунан йылмайып: “Көрәшкәндә минең өсөн борсолдоңмо?” – тип һораны. Мин яуап бирә алманым. Ике ҡуллап уның муйынынан ҡосаҡлап алдым. Ирекһеҙҙән яңаҡтарым буйлап күҙ йәше тәгәрәне. Атайым башымдан һыйпап: “Улым, әгәр ҙә үҙебеҙҙең Түңгәүер ырыуы ерендә, үҙ атайым исемен йөрөткән яланда көрәшеп тә еңмәһәм, олатайҙарым ғәфү итмәҫ ине”, – тине.
Ауыл хәбәрҙәре, һабантуй тураһында һөйләшә-һөйләшә сәй эстек, бөтәһенең дә кәйефе шәп ине. Һәр кемебеҙҙең күңелендә байрам шатлығы урын алған – йәй башында тотош ғаилә менән сәхрәгә сығып ҡайтыу аңлатып бирә алмаҫлыҡ хистәр тыуҙыра ине.
Зиннур ағайым көрәш тамамланыуын ҡарап бөтмәйенсә үк малҡайҙар янына киткән икән. Атайым да, ашап туйғас, беҙҙең янда оҙаҡҡа ҡалманы, ағайым янына көтөүлеккә ашыҡты – атына менеп, Ҡыҙыл таш ҡаяһына табан юрттырҙы. Мин ирекһеҙҙән ҡарашымды тауҙың уң яғына төбәнем һәм таң ҡалдым: тауҙың һыртында байып барған ҡыҙыл ҡояш эленеп тора ине. Ә һыбайлы, әйтерһең дә, әкиәт батыры, тау түбәһендәге балҡып торған ҡояш эсенә инеп китте...
- Хөрмәтулла ҮТӘШЕВ
https://bashgazet.ru/articles/sh-khest-r/2022-11-11/e-sy-ty-azzali-batyr-sy-ty-3026228