Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
3 Октябрь 2022, 15:11

Ҡарлыман мәмерйәһенә сәйәхәт

Ошо матур көҙгө көндәрҙә Малай мәктәбе уҡыусылары тарих уҡытыусыһы ­­Миләүшә Радик ҡыҙы Ғәйфуллина етәк­селегендә Ҡарлыман мәмерйәһенә сәйәхәт ҡылды. Шулай итеп, беҙ тыуған еребеҙҙең тәбиғәт һәйкәлдәре менән таны­шыуы­быҙҙы башлап ебәрҙек.

Ҡарлыман мәмерйәһенә сәйәхәт
Ҡарлыман мәмерйәһенә сәйәхәт

Автобуста барғанда алтын төҫөнә ман­сылған баҫыуҙарға, көҙгө матурлыҡҡа һоҡ­ланып барҙыҡ. Нимә генә тиһәң дә, көҙ миҙгеле барыбер ҙә төрлө төҫтәге буяуҙары менән иң матурылыр, тип уйлайым.
Мәмерйәгә инеү бер аҙ шөрләтһә лә, баҙнат иттек. Хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы Мәжит Урал улы Ҡоҙаҡаев оҙон еп һуҙып, шул еп буйынса ғына ҡул фонарҙарын ҡабыҙып, шым ғына төпкә үттек. Үтә ҡысҡырып һөйләшергә ярамағанлығын алдан иҫкәрткән ине уҡытыусы апайыбыҙ.
Бында дөм ҡараңғы, ер иҙән бер аҙ дымлы, аяҡтар тая, коридор түбәһе ҡай­һы урында би­герәк тәпәш, шулай ҙа һаҡ ҡына алға атлайбыҙ. Мәмерйәнең оҙон­лоғо 269 метр, коридор киңлеге 1,5 - 2 метр самаһы икән. Бара торғас, батҡаҡлы ерҙә сәйер эҙҙәр күрҙек, диаметры 8-10 см тирәһе ине. Ҡурҡа төштөк. Шулай ҙа нин­дәй эҙ булыуын аңлай алманыҡ. Тып-тып тамсы тама, тыңлауы ҡыҙыҡ. Бына ошондай мәмерйәләрҙе тәүтормош кешеләре төйәк иткән булғандар икән. Үҙебеҙ ҙә шул дәүергә барып сыҡҡандай тойолдо беҙгә.
Миләүшә Радик ҡыҙы мә­мерйәнең нисек хасил булғанын, әүҙем карст зонаһында урын­лашҡанлығын һөйләне. Эргә­һендә боронғо ер аҫты шишмәһе — Һарыйылғаның ҡоро үҙәне беленеп тора. Мәмерйә урын­лашҡан тауҙы Олоташ тип йөрөтә икән урындағы халыҡ. Тау тоҡомдарында ҡусҡарҙарҙың ташҡа әйләнгән һөлдәләрен осратырға мөмкин тип яҙылған википедияла. Тик беҙ тапманыҡ, ҡояшҡа ялтырап ятҡан карст пластиналарын ғына күрҙек. Олоташ башына менеп хозур тәбиғәтебеҙ, районыбыҙ киңлектәрен күреп хайран ҡалдыҡ. Бына бит ул беҙҙең еребеҙ! Бына был беҙҙең Ватан! - тип ғорурландыҡ.
Сәйәхәтебеҙ беҙгә бик ныҡ оҡшаны. Уны ойошторған уҡытыусыларыбыҙға һәм беҙҙе алып барып, күңелле итеп йөрөтөп ҡайтҡан Түбәнге Төкөн мәктәбе водителе Хәйҙәр ағай Байғусҡаровҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Алтынай Ҡоҙаҡаева,
Малай ауылы мәктәбе уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас: