Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
27 Сентябрь 2022, 08:32

Илһөйәрлек бәләкәйҙән тәрбиәләнә

Тыуған яҡҡа, мәҙәниәткә, туған телгә һөйөү бәләкәйҙән – ғаиләңә, йортоңа булған һөйөүҙән башлана. Әкренләп был мөхәббәт Тыуған илгә, уның тарихына, үткәненә һәм хәҙергеһенә, бөтә кешелеккә күсә.

Илһөйәрлек бәләкәйҙән тәрбиәләнә
Илһөйәрлек бәләкәйҙән тәрбиәләнә

“Мәғариф” милли проектының “Патриотик тәрбиә” федераль проекты сиктәрендә Ҡалтасы районының белем биреү һәм мәҙәниәт учреждениеларында күп төрлө саралар үткәрелә. Братовщина ауылындағы Еңеү обелискына Аҡтуған мәктәбе уҡыусыларының килеүе ошондай сараларҙың береһе ине.

Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарихи ваҡиғалар буйынса уҡыусыларға экскурсия үткәрҙе һәм Ватаныбыҙҙы һаҡлаусылар менән бәйле ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙө. Сарала ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы яугире, Советтар Союзы Геройы Дмитрий Ильич Лазаревты һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙың барыһын да хөрмәтләп иҫкә алды, обелискка сәскә һалды.

“Ата-әсәләр балаларында бәләкәй саҡтан Ватанға һөйөү тәрбиәләргә тейеш. Тыуған яҡҡа, мәҙәниәткә, туған телгә һөйөү бәләкәйҙән – ғаиләңә, йортоңа булған һөйөүҙән башлана. Әкренләп был мөхәббәт Тыуған илгә, уның тарихына, үткәненә һәм хәҙергеһенә, бөтә кешелеккә күсә”, - тип билдәләне Иҫке Йәш ауыл китапханасыһы Игорь Мандиев.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/320240

Фото: Ҡалтасы районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас: