Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
27 Июнь 2022, 10:43

Йондоҙнамә (27 июнь – 3 июль)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...  

Йондоҙнамә (27 июнь – 3 июль)
Йондоҙнамә (27 июнь – 3 июль)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был көндәрҙә ашыҡмағыҙ. Уйлап етмәгән аҙымдар өҫтәмә мәшәҡәт килтереүе  ихтимал. Бер нисә көн үтеүгә  күпселек мәсьәлә үҙенән-үҙе юҡ буласаҡ. Тәжрибәгеҙ ҙә һәр саҡ ярҙам итеп торор. Йондоҙҙар кеше хәбәренә бигүк ышанмаҫҡа ҡуша.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Был арала элекке эштәрегеҙгә әйләнеп ҡайтыу файҙалы булыр. Бәғзеләрен йәһәт кенә тамамлап ҡуйыуығыҙ ҙа бар. Шаршамбыла көтөлмәгән осрашыу булыуы мөмкин. Ул ике яҡ өсөн дә ҡыуаныслы һәм файҙалы булыр. Шәмбелә аҡса йәки бүләк көтөгөҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Ваҡиғаларҙың йыш ҡына һеҙ уйлағанса бармауы ла ихтимал. Ҡайһы бер эштәрегеҙҙе туҡтатып торорға ла тура килер, бәлки. Килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн үҙ юлығыҙҙы эҙләргә мәжбүр булырһығыҙ. Шаршамбынан һуң ғына еңеллек тойорһоғоҙ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Осор бер аҙ мәшәҡәтле көтөлә. Шулай ҙа бөтә өлкәлә лә ыңғай үҙгәрештәр күренер. Элек ебәргән хаталарығыҙҙы төҙәтеү өсөн дә уңайлы мәлдәр осрар. Кесе йома бигерәк тә уңышлы булырға оҡшай. Әүҙемлек күрһәтеүегеҙ мотлаҡ уңыш килтерер.

Буға ( 21.04 – 21.05)
Аҙнаның тәүге яртыһы ғына бер аҙ файҙалы үтер. Шаршамбынан һуң төрлө ҡыйынлыҡ күбәйер. Улар башлыса яҡындағы кешеләр менән бәйле булыр, моғайын. Башҡаларҙың хаталарын төҙәтеү менән дә булышырһығыҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Үткән ваҡиғалар яйлап онотолор. Был арала үҙегеҙҙе тынысыраҡ тоя башларһығыҙ. Туҡтап ҡалған ҡайһы бер эштәрегеҙҙе яңынан дауам итеү өсөн мөмкинлектәр тыуыр. Аҡса менән бәйле мәсьәләләр һаман да борсоп торор.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Көндәр һәйбәт килер. Һәр хәлдә һеҙгә тәжрибәгеҙ булышлыҡ итер. Хатта ҡай саҡ башҡалар булдыра алмағанды ла еңел эшләй алырһығыҙ. Тик бар һәләтегеҙҙе лә тулыһынса күрһәтмәгеҙ, юғиһә дошмандарығыҙ һаны артыҡ күбәйеп китеүе бар. 

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Осор башы яҡшы яңылыҡтар килтерер. Борсолор өсөн етди сәбәптәр күренмәй кеүек. Кесе йомала ғына бәғзеләр үткән һәм онотолған ваҡиғаларҙы иҫегеҙгә төшөрөр. Кемдер һеҙгә ниндәйҙер дәғүә белдереүе мөмкин. Был мәсьәләләрҙе тыныс ҡына хәл итергә аҡылығыҙ етергә тейеш.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Аҙна файҙалы үтер. Алға табан тағы ла бер аҙым яһарһығыҙ. Ниндәйҙер күптән булған ваҡи­ғаларҙың асылына тулыһынса төшөнөрһөгөҙ. Элек ебәргән хаталарығыҙҙы асыҡлап, уларҙы төҙәтергә лә мөмкинлек табырһығыҙ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Был арала күптәнән бирле күрмәгән танышығыҙ менән осрашыуығыҙ ихтимал. Элекке бәйләнештәрҙе лә яңыртырһығыҙ. Был икегеҙ өсөн дә өмөтлө булыр. Шишәмбелә ыңғай хәлдәр булыр. Һеҙҙең тирәлә ышаныслы кешеләр барлығын тағы ла асыҡ күрерһегеҙ. 

Саян ( 24.10 – 22.11)
Алдан күрә белеү һәләтегеҙ һәр саҡ ярҙам итер. Шаршамбыла һәм шәмбелә осраған кире ваҡиғаларға әҙер булығыҙ. Ғөмүмән, бер ниндәй ҙә зыян күрмәҫһегеҙ һәм хаталар яһамаҫһығыҙ. Ниндәйҙер дәғүәләр килеп сығыуы ихтимал. Тик улар зыян килтермәҫ.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Ҡәҙимге аҙна. Дүшәмбе һәм йомала айырым уңыштарға өлгәшеүегеҙ мөмкин. Кесе йома ғына бер аҙ мәшәҡәтлерәк килер. Шулай ҙа бирешмәҫһегеҙ һәм алдан тәғәйенләнгән эштәрегеҙҙе башҡара алырһығыҙ, моғайын. Ошо көндә бәғзеләрҙең ҡулына бер аҙ аҡса ла инер.









Автор:
Читайте нас: