Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
24 Июнь 2022, 12:09

Зөлфиә Ғайсина Башҡортостандың Кеше хоҡуҡтары буйынса советы етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Зөлфиә Ғайсина Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү советы рәйесе итеп тәғәйенләнде.

Зөлфиә Ғайсина Башҡортостандың Кеше хоҡуҡтары буйынса советы етәксеһе итеп тәғәйенләнде
Зөлфиә Ғайсина Башҡортостандың Кеше хоҡуҡтары буйынса советы етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Был хаҡтағы указға республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Флүр Нурлығаянов — рәйес урынбаҫары, Владимир Савичев яуаплы секретарь итеп тәғәйенләнде.

Бынан тыш, Совет ағзаларының шәхси составы яңыртылды. Уға юристар, журналистар, ғалимдар, экологтар, йәнлектәрҙе яҡлаусылар, әүҙемселәр, ижади интеллигенция һәм бизнес ойошмалары, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, профсоюз хәрәкәте вәкилдәре, дин әһелдәре инде.

Улар араһында — «Российская газета» баҫмаһының Өфөләге филиалы директоры Альфред Әһлетдинов, хоҡуҡ һаҡлаусы Азамат Ғәлин, альпинист һәм йәмәғәт эшмәкәре Рөстәм Нәбиев, билдәле кинорежиссер Айнур Асҡаров һәм башҡалар.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-06-23/sovet-po-pravam-cheloveka-bashkirii-vozglavila-zulfiya-gaysina-2851214

Автор:Иван Вавилов
Автор:
Читайте нас: