Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
24 Июнь 2022, 11:54

Ҡурайсылар, конкурста ҡатнашығыҙ!

Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы.

Ҡурайсылар, конкурста ҡатнашығыҙ!
Ҡурайсылар, конкурста ҡатнашығыҙ!

Һөнәри һәм үҫешмәкәр башҡарыусылар, ҡурайсылар ансамблдәре саҡырыла.

Оҫталар ярышы Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында 16 – 17 сентябрҙә үтәсәк.

Йомабай Иҫәнбаев (1891 – 1943) – башҡорт ҡурайын тәүгеләрҙән булып сит ил сәхнәләрендә (Франция, Германия, Швеция, Бельгия, Голландияла) күрһәтеүселәрҙең һәм ҡурайҙа профессиональ башҡарыусылар сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Башҡортостандың халыҡ артисы (1991 й., үлгәндән һуң).

Конкурсты БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Хәйбулла районы хакимиәте, БР Ҡурайсылар берлеге ойоштора.

Автор:
Читайте нас: