Даирә
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
24 Июнь 2022, 16:31

“Беҙ – Рәсәй граждандары!”

Ошо көндәрҙә Рәсәй Эске эштәр ми­нис­трлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлектә мөһим ваҡиға булды – 14 йәштәре тулған үҫмерҙәр тәүге паспорттар алды.

“Беҙ – Рәсәй граждандары!”
“Беҙ – Рәсәй граждандары!”

“Беҙ – Рәсәй граждандары!” Бөтә Рәсәй акци­я­һы сиктәрендә ойош­­­­торолған сарала эске хеҙмәт подполковнигы Ди­нар Сәйфуллин, полиция капитаны Наталья Гра­чева, өл­кән лейтенант Ли­лиә Сиражетдинова һәм район Советы рәйесе Ри­нат Шай­бәков ҡатнашты.
Шәхесте билдәләүсе төп документты Гүзәл Ши­нова ҡулынан биш район­да­шы­быҙ алды. Акцияла ҡат­нашыусыларға мөрә­жәғәт итеп, Рәсәй Эс­ке эштәр ми­нистр­лы­ғының Ҡыр­мыҫҡалы районы буйынса бүлегенең начальник урынбаҫары Ди­нар Гиҙәр улы балаларға бейек­лек­тәргә үрләп, туҡ­тап ҡал­мау­ҙарын, уңыштар те­лә­не, ә яҡын­дарына яуаплы һәм маҡсаттарына ире­шеүсән граждандарҙы тәрбиә­лә­гәндәре өсөн рәх­мәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Илһам ЗАРИПОВ.

Автор:
Читайте нас: