Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
20 Июнь 2022, 09:57

"Ҡайт, ейәнеңде ҡарарға кеше юҡ..."

Бер ай тирәһе ваҡыт үткәс кенә, башлап оло килене шылтыратты, шунан - икенсеһе. Һәр хәлдә, ҡәйнәләренең хәле менән ҡыҙыҡһыныу маҡсатынан түгел.  Ошондай ауыр тормош уның өлөшөнә төшкән яҙмыш һынауымы, әллә үҙ йомшаҡлығы, ҡаршы яуап тота алмағанлығы арҡаһында булдырылған ғәҙәти күренешме? Бар хәл-ваҡиғалар алдан уйланылған бер һыҙма буйынса әйләнеп йөрөгәндәй тойола ҡайһы саҡ. Тәрәнгә төшөп уйланып ултырырға Фәрҙиәгә ҡайһы берҙә ваҡыт табыла - иренән туҡмалып, кемгәлер ҡасып барып ятҡан саҡтарында. (Дауамын сайттан уҡығыҙ)  

"Ҡайт, ейәнеңде ҡарарға кеше юҡ..."
"Ҡайт, ейәнеңде ҡарарға кеше юҡ..."

Ә бындай ваҡыттары хәтһеҙ генә. Дауыл баҫылһа, тағы үҙ йортона ҡайта, бер аҙ тыныс йәшәп алалар. Иренең эсә башлауы менән түҙгеһеҙ көндәре йәнә башлана һәм шулай нисәмә йылдар ҡабатлана. Әлеге ваҡытта уның, түҙемлегем шартлап һынды, күпме ҡәҙерһеҙләнергә була, үткәндәргә ҡайтыу юҡ, яңыса тормош башлайым, тип үҙен үҙе еңергә тырышҡан ваҡыты.

Ошоғаса нисек булды? Бүтәнсә былай йәшәргә ярамай тигән уй өтә башлаһа мейеһен, ниңәлер ире менән тәү танышҡан көн ҡылт итеп иҫенә төшөп, асыҡ сырайлы, ихтирамлы, күңелсәк мөһабәт кәүҙәле егет күҙ алдына килеп баҫа. Һәм ошо картина ире ҡылған барлыҡ әшәкелекте еңеп, тағы баш баҫып, түҙеп йәшәргә мәжбүр итә ине ҡатынды.

...Фәрҙиә алыҫ ауылдан баш ҡалаға юғары белем артынан түгел, ә тиҙерәк аҡса эшләп, өс туғаны менән яңғыҙ ҡалған әсәһенә ярҙам итеү ниәтенән юллана. Йәш көстәр талап ителгән бер предприятиеға уны ҡушҡуллап алалар, улай ғына түгел, ятаҡтан урын да бирәләр һәм үҙҙәре үк уҡытып алырға вәғәҙәләйҙәр. Был тәҡдим Фәрҙиәгә бик уңайлы күренә. Эшселәр ятағында өс ҡыҙ бер бүлмәгә тура килә. Ҡаршыларында ғына - ауыл хужалығы институтының студенттар ятағы. Буласаҡ тормош иптәшен нәҡ шунан табырмын тип ҡыҙҙың башына ла килмәй, уҡымышлы йәштәр яғына әйләнеп ҡарарға ла ҡыймай.

Яңы йыл алды кисе. Ул көндө яҡын райондарҙан булған бүлмәләш ҡыҙҙарҙың, таныштарҙың кемеһе ҡайтып, кемеһе туғандарына ҡунаҡҡа китеп бөткәс, яңғыҙ ҡалған ҡыҙ тәм-том алырға тип яҡындағы магазинға сыға. Шул уҡ ваҡытта ҡаршы ятаҡ студенты ла табынға тәғәм эҙләп килеп инә. Йәштәрҙең юлы касса янында киҫешә лә, егеттең "мине алдан үткәрегеҙ әле, зинһар" тигән үтенесенән һәм ҡыҙҙың "юҡ, мин дә ҡабаланам" тигән арҡыры яуабынан башланып китә барыһы ла. "Ҡабаланам" тигән ҡыҙҙың пакетҡа яйлап аҙыҡ-түлеген тултырғанына, сыҡҡас та ҡабаланмай ғына атлағанына иғтибар итеп, студент та тиҙлеген кәметә, танышырға теләп, һүҙ ҡуша. Егеттең бергә йәшәгән дуҫтарының йөрөгән ҡыҙҙары Яңы йыл ҡаршыларға килә икән, ә ул яңғыҙы. "Әйҙә, миңә иш булып тораңмы?" - тип шаяртыуына ҡыҙ һис аптырамай шундай уҡ тонда: "Була ул", - тип яуаплай һәм үҙ ҡыйыулығына үҙе хайран ҡала. Осраҡлы ғына урамда осрашып, шаярып ҡына ҡушҡан һүҙҙең тормошҡа ашып, танышлыҡтың туй менән тамамланырын әле ул ваҡытта күҙалламаған йәштәр яңы йылды шулай итеп бергә ҡаршылай.

Ҙур мөхәббәт утында яндыҡ, тип әйтә алмай хәҙер Фәрҙиә: дуҫтарса осрашып һөйләшә торғас, бер-береһенә өйрәнеп китәләр, ахыры. Ғаилә ҡороу мәсьәләһе алдына килеп баҫҡас, тыныс холоҡло, күндәм, уңған, мөләйем ҡыҙ егеткә өйләнер өсөн яҡшы вариант кеүек күренә. Ә ҡыҙға иһә хәстәрлекле, алсаҡ, мыҡты кәүҙәле егет менән еңел, рәхәт тойола, шуға "бергә йәшәйек" тигән тәҡдимен кире ҡағырға ла уйламай. Рәилде йүнәлтмә буйынса эшкә үҙ райондарына ебәргәс, матур хыялдар менән янған Фәрҙиә һис икеләнеүһеҙ уға эйәрә. Шулай итеп, ул, вәғәҙәләнгән белемгә эйә булмайынса, ауылға йәшәргә китә лә бар уй-хәстәрен ғаиләһенә йүнәлтә.

Тормоштары ыңғай ғына башлана. Ире көнө-төнө совхоз эшенән ҡайтып инмәй тәүге йылдары. Үҙенә лә балалар баҡсаһында эш табыла, аҙаҡ ашнаҡсы булып урынлаша. Зоотехник ире йыш ҡына район үҙәгенән, Өфөнән килгән түрәләрҙе, башҡаларҙы өйөнә алып ҡайта. Һыйлы табын бер тапҡыр ҙа "аҡбашһыҙ" үтмәй. Тәүге мәлдәрҙә тыйырға маташҡан ҡатынына ире:"Эшеңде баһалаһындар, үҙеңде күрһендәр тиһәң, был заманда шунһыҙ булмай, кәләш", тип яуаплар була. Йәш, көслө кеше тәүге мәлдәрҙә артыҡ бирешмәгән кеүек күренһә лә, йылдар үтә тора, яман ғәҙәт ҡанына нығыраҡ һеңә бара тиҙ иҫерә, унан инде, төптә йәшеренгән йыртҡыс януары ла үҙен күрһәтә башлай. Тора-бара иренең алсаҡ йөҙө салшайып, күҙҙәре аларып, тиктомалдан янъял сығарырға, хатта ҡул күтәрергә лә мөмкинлеген күрә ҡатын, әммә тормошон үҙгәртергә уйламай ҙа. Тәүге тапҡыр беренсегә ауырлы сағында тиктомолдан енләнеп китеп, һуға уға ире. Ярай әле эсемә түгел, тип шатланған була аҙаҡ ҡатын. Ә икенсе көнө ир бер ни булмағандай ғәфү үтенә лә, ҡабат бындай хәл булмаҫ, тип эшенә сығып китә.

Ә сабыйҙары йөрәк сирле булып тыуа. Эсеүҙәре йышайған ирҙең холҡо күҙ алдында тик кире яҡҡа үҙгәрә. Бынан кире тырнаҡ менән дә сиртмәм, тип күп тапҡырҙар тәҡрарлаһа ла, әленән-әле боларыуҙары ҡабатлана, ҡатындың тәненә яңынан-яңы күктәр һалына тора. Шул арҡаламы, бүтән сәбәптәнме, икенсе малайҙары ла ҡурҡаҡ булып үҫә. Ә Фәрҙиә һаман ҡыйырһытыуҙарға түҙә, сығып китергә ҡыймай. Бәлки, ҡыймауҙан да түгелдер, ә яңғыҙ йәшәгән әсәһен, туғандарын көйҙөрөүҙән дә, йәшәй алмаған, эшкенмәгән, тип һөйләүҙәренән дә ҡурҡҡандыр. Тормошон үҙгәртергә теләмәгән кешегә мең сәбәбе табыла инде.

Ошондай ауыр хәлдә йәшәһә лә, өсөнсөгә малай алып ҡайтырға ла йөрьәт итә ҡатын. Уныһы ла сирләшкә, илаҡ, көсһөҙ булып ҙурая. "Атайҙары ҡайтып болара башлаһа, бер-береһенә һырығып ҡата ла ҡала торғайнылар. Шаян булмаһалар ҙа, уларға ла бәйләнергә сәбәп табыла ине. Малайҙарын йә мөйөшкә баҫтырып ҡуя, йә төн уртаһында һөйрәп тоғоҙоп, һеҙ - буласаҡ һалдаттар, тип сафҡа теҙә лә хәрбиҙәрсә атларға ҡуша. Елкәләренән тотоп һөйрәтеп йөрөтөү ҙә бер ни түгел ине атай йоратына. Үҙем дә сабыйҙарымды яуыздан ҡурсалай алманым, улар ҙа мине яҡлашырға ҡыйманы. Әле лә, ир ҡорона ингәс тә, аталарына ҡаршы һүҙ әйтә алмайҙар", - тип хәҙер генә ҡурҡмай асыла ала зарлы ҡатын.

Шулай уҡ ауыл тулы туғандары булһа ла, ғаиләгә ҡыҫылып, килендәрен, балаларҙы ҡурсалап йөрөүсе булмай. Ҡәйнәһенә яҡлау эҙләп килһә, гел бер төрлө яуап ишетә:"Эсеп ҡайтһа, ауыҙыңа һыу уртла һуң...". Бер уйлаһаң, уға әйтеүҙән ни фәтүә: эскенән аңы томаланған, тәрбиәләүҙән уҙған улына әсәй кеше нисек тәьҫир итә алһын инде?!

Нисек етте шулай байтаҡ ғүмер уҙҙы, балалары ла ҙурайҙы. Хәҙер инде улар, кемеһе ҡайҙа белем алып, үҙ йәрҙәрен табып, айырым сыҡты, береһе лә ауылда ҡалманы. Уның ҡарауы, килендәре бирешмәҫ, тип уйлай әсә - өсөһө лә тәүҙән үк баш булып алды мәүеш уландарына.

Икәүҙән-икәү ҡалғас Рәил тағы ла нығыраҡ бәйелһеҙерәк була башлай. Элек "шулай кәрәк" тип эсһә, хәҙер сәбәпле лә, сәбәпһеҙ ҙә эсә, берәр аҙна айный алмаған саҡтары йышая. Ныҡ ауырығанында меҫкенгә әйләнеп, йәлләтә лә белә үҙен. Айнып, хәл йыйып алғандан һуң йәнә эсә башлағанында төптә йоҡомһорап ятҡан януары тағы уяна...

...Һуңғы тапҡырында ҡоторған иренең ҡулынан ысҡынып, нимә етте шуны эләктереп, өй тәпешкәһендә сығып йүгерҙе ҡатын. Тәүҙә ҡайҙа барғанын аңламайынса йүгерҙе, уйы - өйөнән алыҫҡараҡ китергә. Хәүефһеҙ араға еткәс кенә, туҡтап, ҡәйнәһенең йортон үтеп киткәнен аңғарып, кирегә табан атланы. Төндә килеп ингән килененә аптыраманы тегенеһе, бер ни һорашманы ла. "Сәй эсәңме?" тип кенә белеште лә, ятырға урын күрһәтеп, үҙ бүлмәһенә инеп китте. Ә Фәрҙиә төн йоҡламай уйланды, артабан да былай йәшәп булмағанлығын үҙенә иҫбат итергә тырышты. Тик ҡайҙа барырға? Нисек яңы тормош башлап алып китергә? Бик ҡатмарлы шул өйрәнгән ҡалыпты үҙгәртеүе. Иртәгәһенә улдары менән кәңәшләшергә уйлап, тәүҙә өлкәненең телефон һандарын йыйҙы. Ғүмерҙә булмағанса тыныс ҡына үҙ хәлен һөйләп бирҙе. "Эй, әсәй, атайым электән шулай ҙа, ярай, тынысланғас, ҡайтырһың кире..." "Мин унан бөтөнләйгә китергә булдым" - тигәнде ишетеп, өлкән улы өнһөҙ ҡалды. Ҡалған икәүһе лә әсәләренең китәм тигән һүҙен етди ҡабул итмәне, ышанманы. Өс улының, исмаһам, береһенән берәй ярҙам, яҡлау, үҙҙәренә саҡырыу ишетмәгәс, Өфөләге апаһына шылтыратты. Ошоғаса уға бер ҙә улай асыҡтан-асыҡ хәлен һөйләгәне юҡ ине. Апаһы тәүҙә, аптырауҙандыр инде, һүҙһеҙ ҡалды, шунан, ниңә түҙҙең шул тиклем, тип орошоп алды ла үҙҙәренә саҡырҙы. Ҡайҙа барғанлығын ҡәйнәһенә лә өндәшмәй Фәрҙиә, өйөнән ниндәй кейемдә сығып киткән шул көйө үткенсе машинаға эләгеп, Өфөгә юлланды. Водитель уның ҡиәфәтенә ҡарап хәлен аңланы, ахыры, апаһының өйөнә тиклем илтеп ҡуйҙы, һуҙған аҡсаһын да алманы.

Бына шулай итеп әле апаһында йәшәп ятҡан көнө уның. Уйланырға, хис-тойғоларын тәртипкә килтерергә ваҡыты күп. Аңына, артабан улай йәшәп булмаясаҡ, тип һеңдерергә маташыуы. Һүҙ ҙә юҡ, өйөн һағына, ҡалыплышҡан тормошонан ваз кисеүе уғата ауыр. Апаһы кәңәш иткәнсә, берәй эшкә урынлашыр, бер аҙ бол туплағас, йәшәр урын хәстәрләр. Тәүҙә, бик көтһә лә, балалары шылтыратып хәлен дә һорашманы - һәр саҡтағыса, дауыл баҫылғансы йөрөр ҙә ҡайтыр, тип уйлағандарҙыр. Бер ай тирәһе ваҡыт үткәс кенә, башлап оло килене шылтыратты, шунан - икенсеһе. Һәр хәлдә, ҡәйнәләренең хәле менән ҡыҙыҡһыныу маҡсатынан түгел. Тәүгеһе:"Ҡайт, әллә ҡайҙа йөрөмә, беҙ диңгеҙгә ял итергә барабыҙ, ейәнеңде ҡарар кеше юҡ", тиһә, икенсеһе: "Һин ситтә йөрөгәс, кем беҙҙе ит менән тәьмин итә инде?" тип уфтанды. Өсөнсөһөнән тауыш-тын ишетелмәй, әлегә уларҙың йомоштары юҡтыр, күрәһең.

Балаларына ошондай шарттарҙа булһа ла кәрәклеге ҡыуаныслы, бер яҡтан, тик уның менән дә иҫәпләшһендәр, кәрәк саҡта уны ла аңлаһындар ине лә бит... Үҙгәргән яңы тормошонда Фәрҙиә үҙен ейәнсәрҙәре менән мәж килгән, бәхетле, ихтирамлы, ҡәҙерле өләсәй итеп күҙ алдына баҫтырырға тырыша... Ә иренең исеме, ниһайәт, телефонда ҡара исемлеккә ырғытылды.
Фото: culture.ru
(Исемдәр үҙгәртеп алынды).

 



Автор:Аклима Гизатуллина
Автор:
Читайте нас: