

Миңсара Әбүбәкир ҡыҙын тормош иркәләмәй. Кесе йәштән төрлө ҡыйынлыҡтарҙы, аслыҡ-яланғаслыҡты, юҡлыҡты күрергә тура килә. Шәрипҡол ауылында тыуһа ла, әсәһе уны яҙмыш ҡушыуы буйынса үҙенең тыуған Баҡсалыһына ике йәш ярымлыҡ ҡына сағында эйәртеп алып ҡайтып китергә мәжбүр була. Бер аҙҙан әсәһе ҡабат тормош ҡора, һәм бер-бер артлы биш ҡустыһы донъяға килә. Ҡыҙ йорт эштәрендә булышып, туғандарын ҡарашып, әсәһенең ҙур ярҙамсыһына әйләнә. Һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙа улар донъя йөгөн бергәләшеп тарталар һәм ололар менән бер рәттән колхоздың ауыр эштәрен башҡаралар.
- Бер мәл әсәйем ауырып киткәс, үҙе урынына баҫыуға мине ебәрҙе. Был саҡта миңә 12 йәштәр тирәһе ине. Үҙемдең ойоҡбашым булмағас, әсәйемдең иҫкереп, ҡатып бөткәнен кейеп барҙым. Өлкән ҡатындар менән бер рәттән көлтәләр бәйләп, өйөп ҡуябыҙ. Улар кис еткәс нормаларын үтәп ҡайтып киттеләр. Мин иһә йөкләмәмде тултырыр өсөн ҡараңғыға тиклем эшләнем. Ә ҡайтһам, өйҙә яңы тыуған сабый ята! Баҡтиһәң, әсәйем бала табырға тулғаҡ тотоп ауырыған икән... Уның бала тапҡанға тиклем ауыр эштә эшләп йөрөүенә иҫең китерлек!
Артабан да әсәйем урынына эшкә йөрөүемде дауам иттем. Өлкәндәрҙән ҡалышыуым арҡаһында, бирелгән норманы тултырыу өсөн баҫыуҙа бер үҙем генә ҡалып эшләнем.
Өйҙә лә эш йырып сыҡҡыһыҙ. Йыш ҡына ауылдың теге осондағы бер апайҙарға һөт айыртырға йөрөйөм. Аҙаҡ уны эшкәртәм. Шунан еләк йыйып ҡайтып, уны ойотҡан һөткә ҡушып туғандарымды ашатам.
Ҡатындар баҫыуҙа эшләгән осорҙа балаларҙы йәслегә ҡалдыралар ине. Бер мәл ҡустыларымды алып барғанда, юлда бригадир Шәрифулла ағай Алдаҡаев осрап: “Үҙең дә йөрө, тамағың да туйыр, туғандарыңды ла, башҡа балаларҙы ла ҡарарға ярҙамлашырһың”, - тине. Шулай итеп, бер аҙ ваҡыт йәслелә лә эшләргә тура килде – иллеләп баланы ҡараштым.
Ә йәйҙәрен усаҡлыҡта бешеренеү өсөн сыбыҡ-сабыҡты ҡул менән һындырып алып ҡайта инем. Урман-ҡырҙарҙа йөрөгәндә асығыуымды баҫыр өсөн төрлө үләндәр ҙә ашаным. Яңыраҡ иҫкә төшөрөп, һанап ултырҙым, баҡтиһәң, мин утыҙ төр үлән ашағанмын икән! Шуға күрә ғүмерем оҙондор, тип уйлайым.
Шуны ла әйтеп уҙайым: ҡустыларымдың аяҡ кейеме юҡ, ни хәл итһендәр инде, улар ялан аяҡ йөрөп, батҡаҡлы бысраҡ аяҡтары менән иҙәнде тапайҙар. Мин иһә улар артынан иҙәнде һуҡранмай ғына йыуып сығарам. Әйткәндәй, туғандарымды мин нисек яратам, улар ҙа мине шулай яратты, апай, тип кенә торҙолар. Барыһы ла үҫтеләр, тик, ҡыҙғанысҡа күрә, донъя көткән мәлдәрендә ваҡытһыҙ сирҙәрҙән вафат булдылар. Береһе хатта ҡулымда үлде...
Бала сағыбыҙҙа аслыҡ, яланғаслыҡ, юҡлыҡ үҙәктәргә үтте. Нисек кенә булһа ла, иҫән ҡалып, ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡтыҡ. Әйткәндәй, үгәй атайым һуғышҡа киткәндә ике туғаным тыуып ҡалғайны, шунан аяғы ғәрипләнеп, 1944 йылда ҡултыҡ таяғында ҡайтты. Оҙаҡ та тормайынса колхоз идаралығына иҫәпсе булып эшкә урынлашты. Артабан ғаиләлә тағы өс малай тыуҙы. Үҙемдең атайым булмаһа ла, мине бик яратты, үҙ ҡыҙы кеүек күрҙе. Уның эштән ҡайтҡас, өшөп ҡуймаһын тип, гел өҫтөмдө япҡанын әле булһа йылы хәтирәләр менән иҫкә алам, - тип уйҙарын һүтте уҙаман.
Миңсара Әбүбәкир ҡыҙына мәктәптә оҙаҡ уҡыу мөмкинселеге теймәй, уҡырға зирәк ҡыҙ, юҡлыҡ арҡаһында, 6-сы кластан һуң уҡыуын ташларға мәжбүр була. Шулай колхоз эшенә тотона. Йәш кенә көйө сөгөлдөр үҫтерә, звено етәксеһе лә була. Шунан фермала һыйырҙар һауа. “Иртә таңдан, бар кешеләр йоҡлағанда, резина итектәр кейеп китәбеҙ. Һыйыр һауыу ғына түгел, биҙрәләр менән апра, силос ташыйбыҙ, һауылған һөттө лә махсус бүлмәләге һауыттарға үҙебеҙ алып барабыҙ, мал аҫтын да таҙартабыҙ. “Победа” колхозы буйынса алтмыш һауынсы араһынан иң алдынғыһы булып танылып, миҙал менән дә бүләкләндем, - тип иҫкә алды ул.
Артабан инде тәбиғәттән бирелгән белеме, зиһене арҡаһында иҫәп-хисапты яратҡан Миңсара Юнысова егерме йыл һатыусы булып эшләй. Көслө лә булған: ул саҡтарҙа магазинға тоҡлап, йәшникләп ҡайтарылған аҙыҡ-түлекте, тауарҙы үҙе күтәреп ташый...
Ғөмүмән, уҙамандың тотош хеҙмәт юлы ауылы менән бәйләнгән. Әүҙем, үткер ҡатын йәмәғәтселек эшенә лә йәлеп ителә. Дүрт тапҡыр ауыл Советына депутат итеп һайлана. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы булараҡ концерттар ойоштороуҙа ҡатнаша, үҙе лә йырлай. Район ҡулланыусылар ойошмаһы буйынса ауыл магазинын тикшереү эше лә уға йөкмәтелә. Барлыҡ эш дәүерендә уның тырыш, намыҫлы хеҙмәте, әлбиттә, билдәләнмәй ҡалмай – миҙал һәм бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.
Миңсара Юнысова оҙон ғүмер эсендә шатлыҡтарҙы ла, ҡайғыларҙы ла, ауырлыҡтарҙы ла күп кисерә. Ауылдашы Зинур Мансур улы менән тормош ҡороп, өс балаға ғүмер бирәләр. Матур итеп тырышып донъя көтәләр, заманына ҡарата ҙур йорт һалып сығалар. Тырыш ҡатын үҙаллы күлдәктәр тегергә өйрәнә. Тәүҙә ҡул менән тегә, бер аҙҙан тәжрибә туплағас, теген машинаһы һатып ала һәм ауылдаштарына төрлө кейемдәр тегеп, аҡса эшләй.
Тик иренең генә ғүмере ҡыҫҡа була, йөрәк өйәнәгенән ваҡытһыҙ донъя ҡуя. Ҡатын 38 йәшендә генә тол ҡала. Бер үҙе ҡыҙҙарын һәм улын аяҡҡа баҫтыра. Артабан йәшәү өсөн көстө балаларынан ала. Әле иһә уларҙың ҡәҙер-хөрмәтендә күңел йылыһын тойоп йәшәй. Балаларының барыһы ла Өфө ҡалаһында йәшәйҙәр. Улар төрлө өлкәләрҙә әсәләре кеүек лайыҡлы хеҙмәт итә. Мәүсиләһе менән Фәниәһе үҙҙәре хаҡлы ялдалар, ә Флүре пенсияла булһа ла, троллейбус водителе булып эшләүен дауам итә. Ейән-ейәнсәрҙәре лә үҙ уңыштары менән ҡыуандырып тора.
Йор һүҙле, теремек, яҡшы зиһенле, тормош һөйөүсән уҙаман һәр атҡан таңды һөйөнөп ҡаршылай. Олпат йәшкә етеүенә ҡарамаҫтан баҡсала йәшелсә үҫтерә, тауыҡтар аҫрай, йәйҙәрен ҡаҙ, бройлерҙар ҙа ала. 75 йәшенә тиклем һыйыр тотҡан.
Һәр кем тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәһен ине, тип оҙатып ҡалды сыҙамлыҡ өлгөһө булған уҙаман.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.