Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
31 Март 2022, 12:15

Бөгөн – 1814 йылда Парижды алған көн

“Любезные вы мои, башкирцы!” – “любезники”, ”Төньяҡ амурҙары”... Был 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм уның Европа биләмәһендәге дауамында башҡорт яугирҙәренә ҡарата әйтелгән һүҙҙәр. Рәсәйҙе яулап алырға хыялланған Наполеон үҙ Парижынан сығып ҡасҡанда, беҙҙекеләр ат уйнатып, ҡурай уйнап барып ингән ул ҡалаға...

Бөгөн – 1814 йылда Парижды алған көн
Бөгөн – 1814 йылда Парижды алған көн

1812 йылда Наполеон Бонапарт Рәсәй ғәскәренән еңелгәс, һаман да тынысланмай, ҡабаттан ғәскәр тупларға өлгәшкән. Һуғыш Европала дауам иткән.

1814 йылдың 30 мартында һуғышҡа нөктә ҡуйырлыҡ яу була. Рәсәй ғәскәрҙәре һәм уның союздаштары Париждың ҡапҡа төбөнә етә. Наполеон был ваҡытта унан сығып ҡасҡан була инде.

Париж өсөн алыш бик ауырға тура килә. Сөнки союздаштар бер көндә 8000 кешеһен (уларҙың 6000-е – Рәсәйҙекеләр) юғалта. Әммә барыбер маҡсаттарына ирешәләр. 30 марттан 31-енә ҡарай төндә капитуляция ҡабул ителә. Иртәгеһенә төштән һуң император Александр Беренсе етәкселегендә ғәскәрҙәр тантаналы рәүештә Парижға барып инә.

Әлбиттә, “төньяҡ амурҙары” ла Париж урамынан еңеүселәр булып үтә. Башҡорт һалдаттарының күбеһенә шул яу хөрмәтенә “Парижды алған өсөн” миҙалы бирелә.

Фото: vk.com

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-03-31/b-g-n-1814-yylda-parizhdy-al-an-k-n-2746534 

Автор:
Читайте нас: