Халҡыбыҙҙың Дыуан-Табын ырыуына ҡараған Малай ауылы, унда киң таралған Ҡоҙаҡаевтар тармағы хаҡында уҡыусы сағыбыҙҙан ишетеп үҫтек. Тарих, туған тел һәм әҙәбиәттән Сабир Һәҙиәт улы Ҡоҙаҡаев һабаҡ бирҙе, ошо фәндәргә кескәй йөрәгемдә һөйөү уятты, уҡытыусым хаҡлы ялға туҡтағас та араларыбыҙ һыуынманы. Улдары Харис һәм Закир яҡын дуҫтарым булды. Һәүәләй урта мәктәбендә уҡығанда Таҙлар станцияһынан класыбыҙ менән атлап походҡа барғаныбыҙ хәтерҙә. Һуңынан Малайға күп йөрөлдө. Ғүмеребеҙ Өфө менән бәйләнеү – радио-тележурналистикала танылыу яулаған, БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы «Гостелерадио»ла баш редактор, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһында генераль директор урынбаҫары булып эшләгән яҡташым Фәнил Ҡоҙаҡаев менән таныштырҙы, артабанғы юлдарыбыҙ бергә үрелеп барҙы. Тәүге осрашыу мәрәкәһе әле лә хәтерҙә: «Ә һин, Фәнил, минең боронғо ауылдашым Таймас Мөкшөғоров 1680 йылда ер биләмәһе өсөн тыуған төйәгеңә исем биргән Малай Йәнбәхтин менән мәхҡәмәлә низағлашҡан аҫабаның тоҡомомо ни?!..», - тип көлөштөк. Табындар булһаҡ та беребеҙ Бишул-Табын, икенсебеҙ Дыуан-Табын ҡан-бабаларыбыҙҙан ҡот алған замандаштарбыҙ, шуға күрә бөгөн беҙҙе дуҫлыҡ ептәре генә бәйләй. Бергә-бергә байтаҡ тоҙ ейгән арҡаҙаштар, фекерҙәштәр, ҡәләмдәштәрбеҙ.
Фәнил Шәмсетдин улы Ҡоҙаҡаев 1952 йылдың 10 февралендә Малай ауылында Шәмсетдин Сәхәүетдин улы һәм Хәтимә Шәмсимөхәмәт ҡыҙының ишле ғаиләһендә тыуа. Шәмсетдин Ҡоҙаҡаев Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, ҡурҡыу белмәҫ яугир 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһарманы Байыш Ҡоҙаҡаевтың батырлығы менән рухланып, дошмандарҙы ҡыра, ҡаты яраланып, II төркөм инвалиды булып, тыуған ауылына ҡайта. Ир-атҡа наҡыҫ заман, бер аҙ тын алғас, ферма мөдире, бригадир, «Байкал» колхозы рәйесе йөгөн иңдәренә һала. Хәтимә инәй балаларын ҡарарға, колхоз эшендә егелеп эшләргә көс таба.
– Атайым һәм әсәйем беҙҙе тәртипле, тырыш балалар итеп үҫтерҙе, барыбыҙға ла белем бирергә ынтылды. Мине 1960 йылда 1-се республика интернатына беренсе класҡа алып барып урынлаштырҙылар, - ти бөгөн Ф.Ш. Ҡоҙаҡаев. Хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназия-интернатта уҡыу, һис шикһеҙ, Фәнилгә тәрән белем үҙләштереүгә генә түгел, ә маҡсатҡа ынтылыусы ижади шәхес булып формалашыуға, хеҙмәт, спорт һөйөүгә, дуҫлыҡ, бер-береңә терәк булыу кеүек иң яҡшы сифаттар тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Ике тиҫтә йыл төрлө интернаттарҙа директор булып эшләгән кеше булараҡ шуға таң ҡалам: нисек итеп уҡытыусы һәм тәрбиәселәре ҡәҙимге ауыл балаһында «Башҡортостан пионеры» гәзитенә бик күп мәҡәләләр яҙырға, «Башҡортостан телерадиокомпанияһы»нда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тапшырыуҙар әҙерләү, алып барыуға дәрт, теләк уята алдылар икән?! Ә бит педколлектив тап өҫтөнә баҫҡан: Фәнил Ҡоҙаҡаев мәктәп-интернатты тамамлап, 1970 - 1972 йылдарҙа ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәп, бер ни тиклем производствола эшләп алғандан һуң, БДУ-ның филология факультетына уҡырға инә. Йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша, спортта һынатмай. Ә студенттарҙың төҙөлөш отрядында иң маҡтаулы «яугир» була. ГДР-ҙан һәр кем миҙал тағып ҡайтмай.
Радио-телевидениеның нимә икәнен ишетеп түгел, бала саҡтан күреп белгән Фәнил Ҡоҙаҡаевҡа университет йүнәлтмәне тура «Башҡортостан телерадиокомпанияһы»на бирә. Өлгөргән журналист тәржемәсенән генераль директорҙың урынбаҫарына тиклем үҫеш баҫҡысын үтә. Ижади ҡомарлы, һәләтле ҡәләм оҫтаһы 1983 йылда радионың йәмғиәт-сәйәси тапшырыуҙар редакцияһында баш мөхәррир итеп тәғәйенләнә. Ошо көндәрҙә ташҡа баҫылған «Ағиҙел» (№1, 2022, -128 б.) журналында Дәүләт телерадиокомитеты директоры Т.Н. Сәғитов былай тип яҙып сыҡты: «Ғөмүмән, кадрҙар мәсьәләһенә килгәндә, мин гел генә йәштәрҙе үҫтереү яғында инем. Шуға күрә күп тә үтмәй, яңыраҡ ҡына юғары уҡыу йортон бөтөрөп эшкә килгән Ҡырмыҫҡалы егете Фәнил Ҡоҙаҡаевты радиола тәүҙә өлкән, һуңғараҡ баш мөхәррир итеп тәғәйенләнем». Шул осорҙа йәшәгәндәр был вазифаның ни тиклем ҡатмарлы, яуаплы икәнен яҡшы белә. Ә белергә теләгәндәр шул уҡ журналдағы «Хәтер ипкендәре» мәҡәләһенә мөрәжәғәт итә ала. Фәнил Ҡоҙаҡаевтың 1990 йылда Свердловск юғары партия мәктәбен уңышлы тамамлауы ана шул сәйәси талаптар менән бәйле. Бындай юғары вазифаларҙы сәйәси әҙерлекһеҙ башҡарыуы мөмкин түгел заман ине шул. (Яҙмыш тигәнең, шул осорҙа үҙем дә Свердловск педагогия институтының дефектология факультетында белем эстәнем, бер һуҡмаҡтан йөрөлгән икән, сөнки юғары партия мәктәбе эргәһенән байтаҡ үткеләгән булды).
Телевидениела ни тиклем ижади эштәр башҡарғанын, төрлө башланғыс, яңылыҡтарҙың һанай китһәң, осона сығырлыҡ түгел. Күрәһең, ижади шәхестәр бер минут та мөһим асыштар асмайынса йәшәй алмайҙыр. Бер мәл ул урындағы телестудиялар булдырыу уйы менән яна башлай. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ: бөгөн республикабыҙҙа 80-дән ашыу урындағы телеүҙәктәр, шул иҫәптән Ҡырмыҫҡалы телестудияһы, уңышлы эшләп килә. Бынан тыш, баш режиссер А. Нурмөхәмәтов менән Өфө сәнғәт академияһында режиссерҙар әҙерләүҙе, БР Президенты янындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһында ошо өлкәләге белгестәрҙе үҫтереү, Мәскәү, Санкт-Петербургта, хатта сит илдәрҙә стажировкалар үтеүҙе яйға һалыу һ.б., һ.б. Ҡыҫҡаһы, Фәнил Ҡоҙаҡаев республика телерадиокомпанияһының «мейе үҙәгенең» береһенә әүерелә. Талантлы журналист башҡаса булдыра алмай.
Республикабыҙ хөкүмәте 1995 йылда Ф.Ш. Ҡоҙаҡаевты БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығына министр урынбаҫары итеп тәғәйенләй. Артабан ул БР-ҙың матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ етәксеһенең урынбаҫары итеп ҡуйыла. Ҡайҙа ғына хеҙмәт итһә лә, ул ижади етәксе булып ҡала бирә. Мәҫәлән, 2002 йылда уның башланғысы менән республикала «Башҡорт китабы байрамы», ә бер аҙҙан «Балалар китабы көнө» уҙғарыла башлай. 2000-2008 йылдарҙа Башҡортостан матбуғат саралары Мәскәүҙә «Пресса» Халыҡ-ара күргәҙмәләрендә даими ҡатнаша, делегация составында 150-нән ашыу журналист булыуҙы әйтеүе генә анһат. Журналистарҙың Ирәмәлгә артылыуы, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев эҙҙәре менән Өфө – Палдиски – Өфө маршрутын үтеүе – былар фәҡәт уның ойоштороу маһирлығынан килә. Хаҡлы ялға туҡтағансы, Ф.Ш. Ҡоҙаҡаев Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесенең урынбаҫары вазифаһын үтәне. Йәмәғәт ойошмаһының съездарын уҙғарыу, яңы ағзалар менән тулыландырып тороу, республикабыҙҙа киң таралған һәм бик файҙалы «журфест»тар үткәреү уның идеяһы. Уйлайһың да тәрән уйға ҡалаһың: бер кеше ана ни саҡлы эштәр башҡара ала икән. Бының өсөн бары яуаплылыҡ, эске ойошҡанлыҡ, рух, халҡың, илең өсөн янып йәшәү кәрәктер. Ҡыл ҡыбырҙатмаһаң да ғүмер үтә лә китә бит...
Беҙ әле замандашыбыҙ Ф.Ш. Ҡоҙаҡаевтың хеҙмәте менән бәйле үрҙәренә туҡталдыҡ. Шул уҡ ваҡытта Фәнил Шәмсетдин улы бихисап йәмәғәт эштәре башҡарҙы, һәр ваҡыт халыҡ араһында, ябай кешеләр янында булды. Дөрөҫөн әйткәндә, ил ағаһы быныһы хеҙмәтем менән бәйле, быныһы күңел эше тип ҡараманы, сөнки улар һәр ваҡыт үрелеп барҙы. Быныһы ана шул «интернатский» тигәндән килә булыр. Йәп-йәш көйө ул иңдәренә өҫтәмә йөк һала – БАССР телерадиокомпанияһы профсоюз ойошмаһы рәйесе, бер аҙҙан партбюро рәйесе вазифаһы өҫтәлә. КПСС-тың Ленин райкомы ағзаһына кандидат, БР Журналистар союзының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ревизия комиссиялары рәйесе, оҙаҡ йылдар ҡоролтай съездарына делегат итеп һайлана. Бынан тыш Р.Ғарипов исемендәге гимназия-интернаттың сығарылыш уҡыусылары ассоциацияһы рәйесе урынбаҫары, Табын ырыуы идараһы рәйесе урынбаҫары, ҡырмыҫҡалыларҙың яҡташтар ойошмаһы идараһы рәйесе. Ҡайҙа ла һүҙе үтә уның, абруйы көслө, ил етәкселәре менән уртаҡ тел таба белә. Ябай ғына миҫал. Быуат башында республикабыҙҙа күп кенә гәзит-журналдар, район-ҡала матбуғаты көрсөк хәлендә ҡалды. Айырыуса балалар өсөн баҫмалар ярҙамһыҙ ине. Республика хөкүмәте, мәғариф, мәҙәниәт министрлыҡтары менән уртаҡ тел табыу арҡаһында улар имен ҡалды, бөгөн дә киң тарала.
Миңә яҡташым, замандашым Ф.Ш. Ҡоҙаҡаев менән йәмәғәт эштәрендә ҡулға-ҡул тотоношоп эшләү бәхете тейҙе. Р.Ғарипов исемендәге 1-се гимназия-интернаттың директоры булыу дәүеремдә ул тағы ла киңәйҙе. Яҡташым гимназия – интернаттың юбилей китабын әҙерләүҙә актив ҡатнашты, ассоциацияның иң әүҙем ағзаһы булды. Эшлекле кәңәштәре ауыр эшемдә оло ярҙам булды, интернаттағы күп һанлы сараларҙың уртаһында ҡайнаны. Ошо уҡ һүҙҙәрҙе Түбәнге Төкөндән эшҡыуар Рәүеф Әлмөхәмәтов яҡташыма ҡарата ла ысын күңелдән әйтә алам. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙарында ла оҙаҡ йылдар яуаплы йөктәр һөйрәнек. Фәнил ҡорҙашым менән Өфөлә һәм районыбыҙҙа йәмәғәт эштәрен дә бергәләп, иңгә-иң терәп башҡарҙыҡ. Яҡташтарыбыҙҙың юбилей кисәләрен, баш ҡалала яҡташтар осрашыуҙарын район хакимиәте менән берлектә юғары кимәлдә, ҡырмыҫҡалыларса, ҙур ойошҡанлыҡ, күтәренкелек менән үткәрә инек. Быларҙың барыһында ла Фәнил Ҡоҙаҡаевтың ойоштороу һәләте булышлыҡ итмәй ҡалманы. Районыбыҙҙағы барлыҡ сараларға ла, шөкөр, ваҡыт табып, бергәләп ҡайтып йөрөйбөҙ, тыуған яғыбыҙ юлдарына туҙан ҡундырмайбыҙ. Нисек ғорурланмайһың шундай замандашың менән!
Яҡташымдың ауылдаштары, райондаштары өсөн ҡылған изгелектәрен дә һанап бөтөп булмай. Фәнил Шәмсетдин улы илебеҙ етәкселеге ярҙамы менән тыуған төйәге Малайҙа заманса мәктәп һалдырыуға иреште. Мәктәптең әле ябылмай эшләп килеүе, кешеләргә эш урыны менән тәьмин итеүҙә уның роле ҙур. Ауылда юлдар төҙөкләндереүҙе, газ үткәреүҙе, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә һәйкәл ҡуйыуҙы ул ситтән тороп күҙәтмәне, был эштәрҙең уртаһында ҡайнаны. Шуға ла халыҡ рәхмәтен аҙ ишетмәй данлы яҡташыбыҙ. Әйткәндәр менән бер рәттән, уның журналистик, яҙыусылыҡ эшмәкәрлеген урап үтеп булмаҫ. Ф.Ш. Ҡоҙаҡаев 10 телефильм авторы. «Һынмаҫ рухлы Салауат», «Интернатым – пар ҡанатым», «С.Д. Тавасиев. Фотоальбом» кеүек китаптарҙың проект етәксеһе. «Ҡырмыҫҡалы крайы: быуаттан быуатҡа» китабының идея авторы һәм редколлегия ағзаһы. «Ауылымдың исеме ябай - Малай» ( Ф.Ш. Ҡоҙаҡаев, Мәләүез: Көнгәк, 2013), «95-ая гвардейская...» (Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015), «Әҙһәм ҡурайы» (Өфө: Китап, 2008) китаптарының авторҙашы. Минең үҙемә шәхсән уның «Ауылымдың исеме ябай - Малай» китабына рецензия-баһалама яҙыу һәм ташҡа баҫтырыу бәхете тейҙе. Шул хеҙмәт аша ла уның тарихыбыҙҙы, боронғо үткәнебеҙҙе тәрән белеүе, халҡыбыҙға тәрән һөйөү тойғолары һаҡлауына, телебеҙ нескәлектәрен белеп, халыҡсан һығылмалы тел-стиль менән яҙыуына таң ҡалам. Ә бит үрҙә аталған китаптарҙы ижад итеү күп ваҡыт һәм көс талап итә. Тарихи хеҙмәттәрҙе яҙыу архивтарҙа эҙләнеүҙәрһеҙ мөмкин булмаған эш. Улар юҡ икән, һинең хеҙмәтеңдең йөкмәткеһе, әһәмиәте аҡһай. Ир аҫылы Малайҙың тарихын яҡшы белә, районыбыҙҙың элекке «Хеҙмәт даны» гәзитенең күптәнге материалдарын уңышлы файҙалана.
Шундай киң һәм оло баһаға лайыҡ эшмәкәрлек дәүләтебеҙ һәм халҡыбыҙ тарафынан үҙ ваҡытында билдәләнеп торҙо. Кеше эше менән матур, тип юҡҡа әйтмәй халҡыбыҙ. Уға Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем бирелгән. «Бөтә Рәсәй һуғыш, хеҙмәт һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары комитеты», «Рәсәй матбуғатының алтын фонды» билдәләре, «Ҡырмыҫҡалы районының почетлы гражданы» исеме, М.Өмөтбаев, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да сәс нур халҡыңа» миҙалы, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа күрһәткән хеҙмәттәре өсөн бер нисә миҙалдар менән бүләкләнгән. Бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары Ф.Ш. Ҡоҙаҡаевтың фиҙаҡәр хеҙмәте хаҡында асыҡ һөйләй.
Ир-уҙаман ауылдаштарының яу һәм хеҙмәт батырлығы менән ғорурланып йәшәй. Нәҫел шәжәрәһен ентекле өйрәнә. Ата-бабаларын ғорурлыҡ менән иҫкә ала. XIX быуат аҙағында халыҡҡа хеҙмәт иткән Ҡоҙаҡаев Сәхәүетдин старшина Байыш батырҙарҙың вариҫы. Старшинаның ҡул аҫтында Дыуан-Табын улыҫының 18 ауылы ингән. Ана бит, ҡартатаһының исеме ауылда әле лә онотолмаған, халыҡ «Сәхәү баҡсаһын», «Сәхәү умарталығын» әле лә иҫкә алып ҡуя. Ана шул илһөйәрлек тойғоһон, быуындар хәтерен ил ағаһы ҡыҙҙары Айгөл һәм Әлфиәгә, дүрт ейәнсәренә еткерә килә. Күмәкләп Малайға ҡайтҡылап тороуҙары, йәйге ялдарын тыуған ауылда үткәрергә ынтылыуҙары кендек ҡаны тамған ергә тоғролоҡ билдәһе ул. Быуындар бәйләнеше өҙөлмәһә, рухи ҡиммәттәребеҙ ҙә оҙаҡ йылдар һаҡланасаҡ.
Арҙаҡлы яҡташыбыҙға, данлы замандашыбыҙға үҙебеҙҙең олуғ шағирҙарыбыҙ тәрән йөкмәткеле мәҙхиәләр ижад итте. Рәсих Ханнанов әйткәне:
Хеҙмәтебеҙ бергә булды,
Күпме ай, йылдар аҡты.
Бергә тотоп эйәрләнек
Матбуғат тигән атты.
Барый Ноғоманов һөйләгәне:
Шул Малайҙа тыуған улдар хәҙер
Ил ағаһы булып танылған.
Олатайҙар рухын изге күреп,
Мәжүсиҙәр һымаҡ табынған.
Яҡын дуҫыбыҙ, яратҡаныбыҙ Ирек Кинйәбулатов мәрәкәләгәне:
Ошо ерҙең күп егетен беләм –
Түбәләрең күккә тейерлек.
Был малайҙар ҡылған изгелеккә
Аҡһаҡалдар башын эйерлек.
Үҙебеҙ ҙә изге теләктәребеҙҙе, күңелдәге ҡайнар тойғоларҙы, оҙаҡ йылдарға һуҙылған дуҫлыҡ хистәребеҙҙе, рәхмәттәребеҙҙе шиғри юлдарға һалып бүләк итәйек:
Илленселәр
Замандашым Фәнил Ҡоҙаҡаевҡа
Тыуһаң да һин Малай ҡосағында,
Малайлыҡтан иртә сығалдың.
Күптәр йәбешкәндә итәктәргә,
Һин «интернатский» булып сыныҡтың!
Яҙмыш һине аҙмы һынаманы,
Иңдәреңә һалып, ауыр йөк.
Байыш вариҫтары һынамы ни, -
Бар ғәмәлең - таңдар ҡалырлыҡ!
Ир-уҙаман йәше өркөтмәһен,
Таяҡ атҡа һалма эйәрең.
Тауҙай эштәр һинһеҙ тораламы,
Хаҡ Тәғәлә бирһен тейәрен!
Илленселәр, күрәм, елле әле,
Беҙ Ватанда – ғәйре уҙаман:
«Ана улар шулай булды!..», - тигән,
Һүҙҙәр йәшәр әле бер заман!
Ғорурланам, сикһеҙ ғорурланам һинең менән яҡташым, замандашым! Оҙон ғүмер, һаулыҡ, ижад ҡыуаныстары һиңә!
Фәнзил Санъяров,
филология фәндәре кандидаты, РФ һәм БР Журналистар, Яҙыусылар союздары ағзаһы, М.Өмөтбаев, Ш. Хоҙайбирҙин премиялары лауреаты.