Һәр сәғәте, һәр минуты ҡәҙерле
Быйылғы көҙ баҫыу эшсәндәренә ваҡытында уңышты йыйып алырға мөмкинлек бирмәне. Әммә районыбыҙ хужалыҡтары хеҙмәтсәндәре әлеге мәлдә салт аяҙ торған көндәрҙең һәр сәғәтен, һәр минутын файҙаланып ҡалырға тырышып, ҡыҙыу темпта баҫыу эштәрен алып баралар.
Беҙ килгәндә “Уңыш” хужалығының 3-сө бүлегенә ҡараған баҫыуҙа бер нисә комбайн туҙан уйнатып иген һуға ине. Күп йыллыҡ стажлы водителдәр, тракторсылар Владимир һәм Борис Волковтар ҙа улар эргәһендә игенде тиҙ арала келәткә ташырға әҙер торалар.
- Быйылғы йылдың һауа торошо, бер туҡтауһыҙ яуған көслө ямғырҙар арҡаһында игенде йыйырға һуңланыҡ. Шулай ҙа һауа торошо ҡоро торған саҡта йәһәтләп бар уңышты йыйып алып өлгөрөргә тырышасаҡбыҙ, - тип ҡаршы алды беҙҙе хужалыҡ бригадиры Максим Матвеев.
Комбайнсы Динар Әминевты бер аҙ ваҡытҡа ҡыҙыу эшенән туҡтатып тороп, әҙерәк әңгәмәләшеп алырға ла форсат тейҙе.
Олокүл ауылында йәшәүсе, ҙур тәжрибәле механизатор Динар Тәҡиулла улы “Уңыш” хужалығында дүрт йыл эшләй.
- Ауылда тыуып үҫкән кеше булараҡ, ауыл хужалығы эше күңелемә яҡын. Эшемде яратып башҡарам, - ти ул.
Әйткәндәй, Динар Әминевтың игеҙәк улдары Данир менән Данияр ҙа колледжда ауыл хужалығы белгесе һөнәрен үҙләштерәләр. Русалина һәм Рушан әле мәктәп уҡыусылары.
“Уңыш” хужалығының бүлек управляющийы Азамат Байғусҡаровтың мәғлүмәттәре буйынса, тиҙ арала 600 гектар майҙандан яҙғы бойҙай уңышын йыйып алыу маҡсаты тора. Яҙғы бойҙайҙың уңышы гектарынан уртаса 30 центнер тәшкил итә. Ужым бойҙайының уңышы гектарынан уртаса 45-50 центнер алынған. Шулай уҡ көндәр аяҙ торған ваҡытта 400 га тирәһе майҙандан арпа, 472 га майҙандан ҡарабойҙай уңышын йыйып алыу эше көтә. Барлыҡ ошо эштәрҙе тамамлағас ҡына баҫыу караптары көнбағыш һәм кукуруз кеүек техник культуралар баҫыуын иңләйәсәк.
Ауыл хужалығы эшсәндәрен алдағы көндәрҙә лә яҡшы һауа торошо ҡыуандырыр һәм улар үҙҙәре тырышып үҫтергән уңыштарын юғалтыуһыҙ урып алырға өлгөрөр тигән теләктә ҡалабыҙ.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.