Даирә
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Агросәнәғәт комплексы
25 Сентябрь 2024, 16:27

Абрикос майлайыҡ!

Быйыл майлар өсөн сейә булманы. Әйҙәгеҙ, абрикос майлайыҡ.

Абрикос майлайыҡ!
Абрикос майлайыҡ!

Бының өсөн ярты кило абрикос, 75-150 г шәкәр (бал, сироп йәки башҡа татлы продукт), 1 пакет ванилле шәкәр, семтем тоҙ , 1 аш ҡалағы лимон йәки әфлисун һуты менән цедраһы, 150 г аҡ май алына.

Бешкән һутлы абрикостың һөйәген алып ташлайбыҙ ҙа үҙен урталай ҡырҡып кәстрүлгә һалабыҙ. Шәкәр/бал/сироп, цедра, ванилле шәкәр, тоҙ, лимон/әфлисун һуты өҫтәйбеҙ. Уртаса ҡыҙыулыҡтағы утҡа ултыртып, 15 минут батырыбыҙ.

Унан аҡ май өҫтәп, йәнә 5 минут утта тотабыҙ. Ипләп кенә тәмләп ҡарайбыҙ. Етмәгән кеүек тойолған тәмләткесте өҫтәргә мөмкин.

Әҙер майҙы блендер аша үткәреп, алдан әҙерләнгән формаларға ҡоябыҙ. Һыуынғандан һуң һыуытҡысҡа ултыртабыҙ. Шулай уҡ туңдырғыста һаҡларға ла була.
Ашығыҙ тәмле, донъяғыҙ йәмле булһын!

 

https://vk.com/bashdonya?w=wall-202792286_17831 

Автор:
Читайте нас: