Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бесән эшләп өлгөрмәгәндәр, ҡайғырмағыҙ

Ямғырҙан зыян күргән райондар халҡы дәүләт ярҙамы аласаҡ

Бесән эшләп өлгөрмәгәндәр, ҡайғырмағыҙ
Бесән эшләп өлгөрмәгәндәр, ҡайғырмағыҙ

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ямғырҙың күпләп яуыуы арҡаһында күп кенә ауыл кешеләренең бесән эшләп өлгөрмәгәнлеге сәбәпле борсолоу белдерҙе. Радий Фәрит улы фекеренсә, әгәр кешеләргә ошо хәлдә ярҙам итмәһәң, ҡышын улар бесәнһеҙ ҡаласаҡ һәм малын һуйырға мәжбүр буласаҡтар. Башлыҡ әйтеүенсә, ямғырҙар күпләп яуған район башлыҡтары был мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләп мөрәжәғәт итә башлаған да.

– Ауылдарҙа йәшәгән кешеләр бесәнлектәрен юғалта башланы. Улар ҡышҡа бөтөнләй бесәнһеҙ инер тигән хәүеф бар. Ямғырҙан айырыуса ҙур зыян күргән район хакимиәт башлыҡтарынан ҡаза кимәлен асыҡларға һәм был мәсьәләлә кешеләргә нисек ярҙам итергә мөмкин булғанын хәл итеүҙе һорайым, – тине Радий Хәбиров.

Шулай уҡ етәксе Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға һәм вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа был эшкә ҡушылырға ҡушты. Ике аҙна эсендә ямғырҙан зыян күргән район кешеләренә бесән һатып алыу өсөн кәрәк булған сумма буйынса ҡарар һәм был ярҙамды күрһәтеү механизмын билдәләргә тигән йөкләмә ҡуйылды.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

 

https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2024-08-05/bes-n-eshl-p-lg-rm-g-nd-r-ay-yrma-y-3873331 

Автор:
Читайте нас: