Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яҙ уңған булһаң, көҙ уңырһың

Район хужалыҡтарында яҙ­­ғы сәсеүгә әҙерлек күптән ба­ра. Был йүнәлештә техникалар, агрегаттар төҙөк­лән­­­­­­­­­­де­­релә, яғыулыҡ-майлау материалдары хәстәрләнә.

Яҙ уңған булһаң, көҙ уңырһың
Яҙ уңған булһаң, көҙ уңырһың

Баҫыу эштәрен башҡарып сығыу, әлбиттә, техниканың торошона бәйле. Ошо маҡ­сат­та ремонт эштәре барышы менән танышыу өсөн “Үҙәк” МТС-ының Ҡырмыҫ­ҡалы­ла­ғы “Нива” филиалына юл тоттоҡ.
Йәмғиәттең техниканы тө­ҙөкләндереү оҫтаханаһына килеп инеү менән, бында сә­сеү эштәренә әҙерләү кампа­нияһының дәррәү барыуы күҙгә ташланды. Механиза­тор­ҙар, иретеп-йәбеш­тереү­се­ләр, слесарҙар, токарҙар өсөн бында шарттар тыу­ҙы­рылған: ремонт бина­һы йылы, яҡты, таҙа. Ком­байндарҙы ремонтлау бри­гадаһы инженеры Рафаил Ғибәҙуллин оҙатыуында эш­тәр менән танышып, ремонтсылар менән һөйләштек.
- Техниканы ремонтлауға көҙ уңышты йыйып бөтөү менән тотондоҡ. Бөгөнгө көн­­­дә лә төҙөкләндереү эш­тәре әүҙем дауам итә. Был эш­кә һәр йылда ла ҙур иғтибар бирелә. Ваҡытында алмаш частар алына. Әлеге көнгә ком­байндарҙың 70 проценты әҙер булһа, тырмалар, сәскестәр күп­тән төҙөк­лән­дерелеп, әҙер­­лек һыҙы­­ғына ҡуйылды. Оҫта­ханала тәртип, эшләү өсөн бөтә уңайлы шарттар тыу­­ҙырылған. Беҙҙә өс ремонт бри­гадаһы бар. Мәҫә­лән, минең ҡара­маҡ­та­ғы бри­гадаға биш кеше йәлеп ителгән. Егеттәрҙең барыһы ла тырышып эш­ләйҙәр. Юлай Вәли­ев, Азат Хәсәнов, Азамат Га­пиров, Рөстәм Рәхимов, Ни­колай Беляев үҙҙәренә тап­шы­рыл­ған бурысты теүәл һәм сифатлы үтәйҙәр. Шулай уҡ токарҙар Фәрит Шәмсет­ди­нов, Ғаяз Заһитов, иретеп-йә­беш­тереүселәр Фаил Арыҫ­­­­ланов, Александр Зверев, акку­муля­торҙарҙың торошон ҡараусы Зәбир Абд­­ра­­фиҡов - үҙ эштәренең оҫталары.
Йәмғиәтебеҙ ҡеүәтле техник базаға эйә. Яңылары ла ҡайтып тора, мәҫәлән, көҙөн “Кировец” тракторы, яңы­раҡ “МАЗ” машинаһы, культиватор, тырма агрегаты менән алынды, тағы ла алыу планлаштырыла. Үҙебеҙҙең ерҙәр­ҙә эшләүҙән тыш, ярҙам һо­рап мөрәжәғәт иткән хужа­лыҡтарға ла техника менән ярҙам итәбеҙ.
Яҙғы баҫыу эштәрен тулы әҙерлек менән ҡаршы алыр­быҙ, тип уйлайым, - ти Рафаил Фәттәх улы.
Аграрийҙар яуаплы осор етеүен әҙерләнеп ҡаршы ала. Уларҙың сәсеү эштәрен уңыш­­­лы башҡарып сығы­рына ышанабыҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.

 

Фотола: Азамат Гапиров, Зәбир Абдрафиҡов, Рафаил Ғибәҙуллин, Юлай Вәлиев, Николай Беляев, Рөстәм Рәхимов

 

Автор:
Читайте нас: