Даирә
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
4 Июль 2022, 10:10

“Күңелгә ятҡан шөғөл йәшәртә”

Яҙмыш кешене төрлө ергә алып бара һәм төрлөсә һынап ҡарай. Илеш районында тыуып үҫкән Зилира Савина ҡасандыр башҡа районды төйәк итермен һәм нефть-техник университетын тамамлап, химик-технолог һөнәрен алып, ошо өлкәлә төрлө вазифаларҙа эшләп, барыбер күңел ҡушҡан шөғөл менән булышырмын тип уйланымы икән?!

“Күңелгә ятҡан шөғөл йәшәртә”
“Күңелгә ятҡан шөғөл йәшәртә”

Ҡурсаҡ эшләү оҫтаһы Зили­ра Савинаның мөғжизәгә тиң эштәре районда уҙғарылған са­ра­ларҙа күргәҙмәләрҙе биҙәй. Бындай ғәжәйеп ҡурсаҡтарҙы ни­сек эшләй башлаған икән, ти­гән ҡыҙыҡһыныуым мине Ҡа­баҡ ауылына, мөғжизәләр тыу­ҙы­рыусы ҡатынға алып килде.
Һәр кескәй ҡыҙ ҡурсаҡ ярат­ҡан кеүек Зилира Әнәс ҡыҙы ла бәләкәйҙән ҡурсаҡтар уйнап үҫә. Уларҙы әле лә йылы хәти­рәләр менән телгә ала. “Бәләкәй саҡта бер туған апайым бик ма­тур фарфор ҡурсаҡ бүләк ит­кәйне. Уны башҡаларына ҡа­ра­ғанда бигерәк тә ярат­ҡай­ным, хатта әле лә күҙ алдымда тора”, - ти оҫта. Шулай ҙа кеше­ләр уйынсыҡтарын балалыҡта ҡалдырһа, ул айырыла алмай, ғүмер буйы өйҙәге ҡурсаҡтарға эш араһында ваҡыт табып күл­дәктәр тегә. Үҙе лә уларҙы яһарға өйрәнергә теләй. Ошо хыялы тынғылыҡ бирмәй. Пенсияға сығырға бер нисә йыл ҡалғас, заман уңайлыҡтары ярҙам итә: интернет аша оҫталыҡ дәрестәрен һатып ала. Ҡыҙыҡһыныуы көсәйгәндән-көсәйә. Ҡурсаҡ яһаусылар менән дә аралаша. Шунан кеше ағзаларын дөрөҫ яһау өсөн медицина буйынса анатомия әсбабын ныҡлап өйрәнә. Әйткәндәй, бармаҡтар эшләүе бик ауыр икән. Теләге көслө булғас, тырышыуы бушҡа китмәй – тәүгеһе әҙер була. Ул идеаль килеп сыҡмаһа ла, уға был эш менән шөғөлләнеү бик оҡшай. Артабан тағы ла илһамланып тотона.
- Иң тәүҙә образды күҙ алдына килтереп, һүрәткә төшөрәм дә полимер балсыҡтан ғәҙәти скульптура кеүек һын әүәләйем. Симметрияны теүәл үтәргә кәрәк. Аҙаҡ ошоноң өсөн генә тотонған духовкала 130 градуста “бешереп” алам. Температура тәғәйенләнгән градустан артһа, ҡурсаҡтар ҡара төҫкә инә. Тәжрибәһеҙлек арҡаһында тәүгеһе негритянка кеүек килеп сыҡҡайны, - ти ул йылмайып. Артабан тән өлөштәре йыйыла, уларҙы акрил буяу менән буяйым. Шунан күҙҙәр ҡуйыла, ҡаш, керпектәр эшләнелә, сәстәр ҡуйыла һәм ҡурсаҡ әҙер!
Ҡурсаҡтарым өсөн тик сифатлы, ҡиммәтле материалдарҙы ғына ҡулланам. Сәс өсөн оҙон кәзә мамығын Ейәнсура районынан, ә күлдәктәр өсөн тәбиғи ебәктән туҡыманы заказ буйынса һатып алам. Бер ҡурсаҡты яһау өсөн бер-ике ай ваҡыт китә.
Зилира Әнәс ҡыҙының һәр ҡурсағы үҙенсәлекле, бер-береһенә оҡшамаған. Һәр береһендә үҙенә күрә бер образ сағылыш таба.
Уның һүҙҙәренсә, һәр бере­һенең үҙ тормошо, холҡо. Ҡай­һы­һылыр оялсаныраҡ булһа, ҡуп­шыһы, ҡылансығы, уйсаны, шаяны, “һөйләшергә әҙер” торғаны ла бар. Коллекцияһында Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, милли кейемдәге башҡорт ҡыҙы, төрлө быуаттарҙағы ҡатын-ҡыҙҙарҙы сағылдырғандары ла бар... Эйе, уның ижад емештәре ныҡыш­малы хеҙмәт һөҙөмтәһе икәне күренә. Был эштә фантазия, оҫталыҡ ҡына түгел, сабырлыҡ һәм тырышлыҡ та кәрәк. Ошо шөғөл шул тиклем күңеленә ята, улар менән төрлө төбәктәргә күргәҙмәләргә лә йөрөй. Уҙған йыл Мәскәү ҡалаһына ла барып ҡайта. Ҡурсаҡтарын коллек­ционерҙар һатып та алалар икән.
Эйе, уның ижад емештәренә ҡарап һоҡланып туйып булмай. Улар, гүйә, тере. Күҙҙәре иһә барыһын да әйтеп биргән кеүек. Һәр береһендә күңел һалып, һөйөү менән эшләнелгәнлеге күренә. Акрил буяуҙар ҡурсаҡтарға сағыулыҡ һәм тереклек бирә.
Үҙенең таланты өсөн Зилира Савина иң беренсе ата-әсәһенә рәхмәтле. “Атайым һүрәттәрҙе яҡшы төшөрә ине. Ул тарих, татар теле һәм әҙәбиәте фәндәренән тыш, һүрәт төшөрөүгә маһирлығы арҡаһында рәсем, черчениенан уҡытты. Ә әсәйем шәфҡәт туташы булһа ла, күлдәктәр, пальтолар тегергә лә оҫта ине”, - тип йылы хәтирәләр менән телгә алды ул яҡындарын. Ә артабан уның шөғөлөн тормош иптәше Флүр Мәүлийәр улы, ҡыҙҙары Эльвира һәм Алиса ла хуплап ҡабул итә.
Булдыҡлы кеше күп эштәргә оҫта була. Ул өйөн дә, баҡсаһын да гөл итеп тоторға, ҡурсаҡ коллекцияларын ижад итергә лә ваҡыт таба. Нисек барыһына ла өлгөрә икән, тигән һорау бирәм. “Теләһәң, өлгөрөп була, ә ҡурсаҡтар эшләү - күңелем ҡушыуы. Улар менән мин йәшәрәм”, - ти Зилира Әнәс ҡыҙы.
Фәниә Сәлимгәрәева.

Автор:
Читайте нас: