Тәбиғәт иң матур, төрлө сағыу төҫтәргә мансылғанда, ер-әсәбеҙ емешкә, уңышҡа тулыланғанда, 1972 йылдың 11 авгусында Туймазы районы Кәкребаш ауылының өлгөлө, уңғандар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә.
Еңгәм һәр саҡ мөләйем, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, изге күңелле, бар кеше менән дә уртаҡ тел таба белә. Уға был сифаттарҙы Хоҙай Тәғәлә тыумыштан уҡ биргән, тип әйтһәң дә яңылыш булмаҫ. Мәктәпте тамамлағас, кешеләргә ярҙам итеү теләге көслө булған ҡыҙ Туймазы медицина училищеһына юл тота. Уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлағас, бәхете - Малай ауылының иң шәп егете Азамат Муса улы менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Ике балаға ғүмер бирәләр. Светлана еңгәм ғаиләһендә - иренең һөйөклө тормош иптәше, изге күңелле әсә. Инде утыҙ йылдан артыҡ район үҙәк дауаханаһының медицина өлкәһендә барлыҡ хеҙмәттәштәренең, ауылдаштарының, халыҡтың хөрмәтен яулап, фельдшер, аҙаҡ өлкән шәфҡәт туташы булып эшләй, Гиппократ антына тоғро ҡалып хеҙмәт итә.
Эйе, еңгәй, ауылдаштарымдың һәр береһе, яңылышмайым, һәр береһе һинең изгелегеңде, ярҙамыңды, изгелегеңде күрҙек һәм тойҙоҡ.
Һинең алдыңда, һайлаған һөнәрең алдында рәхмәт әйтеп баш эйәм.
Һөнәри байрамың уңайынан сәләмәтлек, йән тыныслығы, яңынан-яңы ҡыуаныстар, мул тормош теләйбеҙ. Кешелеккә күрһәткән изгелектәрең үҙеңә меңләтә ҡайтһын.
Миләүшә Ғәйфуллина.
Малай ауылы.