Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
23 Июнь 2022, 13:15

Тағы ла осрашып-күрешергә булһын!

Иҫке Бәпес мәктәбенең юбилей тантанаһы уҙҙы. Унда күп класташтар осрашты. Беҙ ҙә, 1970 йылғы сығарылыш уҡыу­сы­лары – алты кеше килдек. 52 йыл уҙһа ла, бала саҡты бергәләшеп уҙғарған класташтар һағыны­шып күрештек.

Тағы ла осрашып-күрешергә булһын!
Тағы ла осрашып-күрешергә булһын!

Мәктәптән һуң тығыҙыраҡ аралашыу өсөн минең өйөмә киттек, табын әҙерләп рәхәт­лә­неп ултырҙыҡ. Оҙаҡ ҡына ул­тырһаҡ та, һүҙҙәребеҙ бөтмәне. Тимәк, тыуған мәктәбебеҙ беҙҙе берләштергән, дуҫлыҡҡа тоғро иткән!
Класташтар осрашыуы – иң тулҡынландырғыс осрашыу. Хис­тәрҙең сиге булманы! Йылдар олоғайтһа ла, төҫ-ҡиә­фәт­тәрҙе үҙгәртһә лә, күрешкәс, йә­шәреп, бала саҡҡа ҡайт­ҡан­дай булдыҡ.
Беҙ Иҫке Бәпес мәктәбен 1970 йылда 21 уҡыусы тамам­ланыҡ. Әллә ҡайҙа ҡалған ба­лалыҡ булһа ла, һәр нимә хә­тер­ҙә, иҫтәлектәребеҙ уртаҡ. Тылсымлы мәктәп иле беҙгә бе­лем бирҙе, бында дуҫтар таптыҡ, эшһөйәрлеккә, намыҫҡа, дуҫ­лыҡ­тың ҡәҙерен белергә, изге кү­ңелле, ярҙамсыл булырға, тормошто яратырға, йәшәүҙең ҡә­ҙерен белергә, яҡшыны ямандан айырырға, сер һаҡ­ларға, бер-бе­ребеҙҙе яҡларға өйрәтте. Класс сәғәттәре, тимур командалары, макулатура, тимер-томор йы­йыуҙар, бергәләшеп мәктәп баҡ­саһында, баҫыуҙарҙа сөгөл­дөр эшләүҙәр, экскурсиялар, генераль йыйыштырыуҙар, по­ли­тинформациялар, кисә­ләр... – бары­һы ла хәтерҙә ҡал­ған.
Һәр класташ ҡәҙерле. Иге-сиге бул­маған тәрән хистәрҙе аң­латырға ябай һүҙҙәр генә ет­мәй кеүек... Тормоштағы, ғаи­ләләге төрлө хәлдәр, уңыштар, ғорур­ланырлыҡ нимәләр менән уртаҡ­лаштыҡ.
Осрашыуҙа уҡытыусы­лары­быҙҙы бар­­ланыҡ. Хәҙер инде күптән ер ҡу­йы­нын түшәк иткән белем иленә алып ба­рыу­сыларҙы берәм-берәм иҫкә тө­шөр­ҙөк: Ка­мила, Менәүәрә апалар, Рә­жәб, Наил, Хөрмәт, Мәхмүт, Ирек абыйҙар (беҙ уҡытыу­сы­лары­быҙҙы шу­лай атай инек)... Уларға бәйле иҫтә­лектәргә туҡ­талдыҡ. Уҡытыу­сылары­­­­­­быҙҙың барыһын да партанан-партаға йөрөп тырышып дәрестәрҙе аңлатыуҙары күҙ алдында, тауыштары ҡолаҡҡа ишетел­гән­дәй. Шулай уҡ Роза Мөхә­мәт­ҡолованың һәм Зилә Ҡолоҡаеваның рус теленән төп­лө белем биреүҙәре, Клара Аба­качеваның математиканан уҡы­тыуы һәм район үҙәгенә ком­­сомолға индерергә алып бар­ғаны хә­терҙә. Беҙ уның менән бергәләп ДТ трак­торында, һа­лам түшәлгән арбала бар­ғайныҡ. Ҡайтҡанда буран сығып ки­теп, Ҡарлыман ауылы клубында ҡу­нып та сығырға тура килгәйне... Артабан мин үҙем уҡытыусы булдым. Ғәлинур Йы­һанур улы Камалов менән бергә эшләгән йыл­дарымды һағынып иҫкә алам.
Ҡайҙа ғына яҙмыш илтмәгән дә, ниндәй генә тормош, һы­науҙар насип итмәгән класташтарыма... Шулай ҙа һынат­ма­ғанбыҙ. Арабыҙҙа төрлө ерҙәрҙә һәм ауылда, үҙ төйә­гебеҙҙә йәшәүселәр ҙә бар. Әммә ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, ниндәй һөнәрҙәргә эйә булһаҡ та, тормошта үҙ урындарыбыҙҙы тапҡанбыҙ. Ҡыҙғанысҡа, арала бишәүебеҙҙе аяуһыҙ яҙмыш ваҡытһыҙ баҡыйлыҡҡа алып китте. Уларҙы йылы хәтирәләр менән телгә алдыҡ.
Бына шулай бер аҙға – бер нисә сә­ғәткә генә булһа ла, мәктәп йылдарына, бала саҡҡа ҡайтып, үҙебеҙҙе уҡыусылар итеп хис итергә тура килде. Тағы ла ки­лә­һе йыл осрашырға тип һүҙ ҡуйыштыҡ.
Бер көндө йәлләмәй, эш-мә­шәҡәт­тәрҙе ҡалдырып осра­шыр­ға килгәнегеҙ өсөн ҙур рәх­мәт. Тимәк беҙ бер-беребеҙҙе ихтирам итәбеҙ, һағыныш­ҡан­быҙ, осрашырға теләгәнбеҙ. Тағы ла күрешкәнгә тиклем иҫән-һау булайыҡ!
Зәбирә Ғәҙелшина.
Иҫке Бәпес ауылы.

Автор:
Читайте нас: