Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
2 Июнь 2022, 17:08

Телдәрҙе һаҡлайбыҙ

Быйыл шул өлкәлә грант алыу өсөн 138 проект буйынса ғариза килгән.

Телдәрҙе һаҡлайбыҙ
Телдәрҙе һаҡлайбыҙ

Башҡортостан Башлығы Гранттары фонды республикала – дәүләт Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән конкурсҡа ғариза ҡабул итеүҙе тамамланы.

Конкурс мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәрсәйәсәте һәм башҡорт телен республиканан ситтә үҫтереү өлкәһендә үткәрелә.

138 ғариза араһында күбеһе (54) тап шул йүнәлеш буйынса. Тағы ла 43 ғариза телдәрҙе һаҡлауҙа яңы мәҙәни, ғилми ойошмалар булдырыуға бәйле.

Муниципалитеттар араһында иң күбе Өфөнән проект ҡабул ителгән. Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Шишмә районының коммерцияға ҡарамаған ойошмалары ла әүҙем.

Республиканан ситтәге төбәктәрҙән Сведловск һәм Силәбе өлкәләренән дүртәр ғариза килгән, Пермь һәм Краснодар крайҙарынан, Мәскәү ҡалаһынан, Ханты-Манси автономиялы округынан – берәр.

Әле заявкалар тикшерелә, еңеүселәр июль аҙағына биләдле буласаҡ.

Автор:
Читайте нас: