Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
25 Май 2022, 18:04

Ошо кәсеп менән ҡыҙыҡһыныусылар күп

Илдар Хәсәнов ауыл клубында мәҙәни ойоштороусы булып эшләй, бер нисә түңәрәкте алып бара.  

Ошо кәсеп менән ҡыҙыҡһыныусылар күп
Ошо кәсеп менән ҡыҙыҡһыныусылар күп

Халҡыбыҙҙа иҫ китмәле һәләтле, оҫта кешеләр бар. Улар иҫәбенә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылындағы күп тармаҡлы ауыл клубында эшләгән Илдар Салауат улы Хәсәновты ла индерергә мөмкин.

Ул ауыл клубында мәҙәни ойоштороусы булып эшләй, бер нисә түңәрәкте алып бара. Уның етәкселегендә көслө театр түңәрәге эшләй, шулай уҡ хәҙер инде һирәк осраған септә үреү кәсебен тергеҙеүгә лә тос өлөш индерә.

– Септә үреү кәсебе башҡорт халҡында борон-борондан булған, сөнки халҡыбыҙ элек-электән ат аҫраған. Ә атты һәр ваҡыт һарайҙа ғына тотоп булмай. Тирләп ҡайтҡан малҡайҙарҙы ошолай елләтеп кенә киптерер өсөн септә һуҡҡандар, үргәндәр. Һуңғы йылдарҙа хужалыҡтарҙа ат аҫрау  модаға инеп китте. Шуға күрә әлеге көндә заказдар ҙа күп. Кәсептән тыш мин быны төрлө мәҙәни сараларҙа ойошторор өсөн алып барам. Һабантуйҙар, Аксаков көндәре кеүек саралар ваҡытында септә үреү менән сығыш яһайым.

Минең атай ғүмер буйына ат тотто, ат ҡараусы булып эшләне. “Маҡтау таҡтаһы”нда торҙо. Мин шул ваҡыттан уҡ күреп, өйрәнеп үҫтем. Был станок ысынлап та 70-се  йылдарҙан һаҡланған. Һалабашты үҙем йүкә сәскә атҡан саҡта һалам, үҙем йүкә әҙерләйем. Ошо кәсеп менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа күп хәҙер. Балалар ҙа ҡыҙығып ҡарап китә, оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәткеләйем. Балалар бик ҡыҙыҡ күрә, ҡарай, һораша. Был кәсеп тергеҙеүҙе талап итә, сөнки шәхси хужалыҡтарҙа аттар күбәйгәндән-күбәйә, туристик йүнәлештәр асалар. Был кәсеп бик тә кәрәк, сөнки юлдан тирләп ҡайтҡан атты һарайға ғына бикләп ҡуймайһың, ә өҫтөнә йәки барып туҡтағандан һуң ҡайҙалыр кереп сыҡҡансы аттың арҡаһына септә һалып торһаң, ул үҙ йылылығын тота, аттың тире ҡатырға бирмәй. Һарайһыҙ ҙа ул ҡыш көндәрендә йылыла тора, – тип уртаҡлашты септә оҫтаһы Илдар Салауат улы.

Автор фотоһы һәм видеояҙмаһы.       

Автор:
Читайте нас: