Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
13 Май 2022, 15:36

50 мең һумлыҡ сертификатҡа Шандар эйә булды!

«Урал аръяғы тауышы. Балалар» асыҡ шоу-проектында иң күп смс-тауыш йыйып, Магнитогорск малайы еңеү яуланы.  

50 мең һумлыҡ сертификатҡа Шандар эйә булды!
50 мең һумлыҡ сертификатҡа Шандар эйә булды!

Сибайҙа "Урал аръяғы тауышы. Балалар" проектының өсөнсө миҙгеле старт алды. Шоу-проекттың балалар категорияһында 7-15 йәшлек балалар һынау тотто. Быйыл вокаль конкурсҡа 50-нән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Ярыш һәр ваҡыттағыса дүрт этаптан торҙо. 

Өс йыл дауамында үткән шоу-проект республикабыҙҙың мәҙәни тормошонда сағыу сара булараҡ киң танылды, шуға күрә бәйгенең йылдан-йыл географияһы киңәйә. Был юлы ла Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Күгәрсен райондарынан, күрше Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан, Ҡыҙыл районынан күп балалар һәләттәрен һынап ҡараны.

Миҙгелдең остаздары ла яңырҙы. Һәләтле балалар менән Семён Мурзиков, Айым Рәхимова, Илнур Рамаҙанов һәм Лина Күлбулдина шөғөлләнде.

Кисә сараның финалы яңыртылған Сибай филармонияһы залында үтте. Гала-концертта проект асҡан өр-яңы тауыштар яңғыраны, уларҙың сағыу концерты булды. «Урал аръяғы тауышы. Балалар» асыҡ шоу-проектында Шандар Силантьев иң күп смс-тауыш йыйып еңеү яуланы. Уға төп бүләк - 50 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.

Шандорға 11 йәш, дүртенсе класты тамамлай. Магнитогорск ҡалаһында "Харизма" студияһында шөғөлләнә. Педагогы - Сибай ҡыҙы, үҙе лә ҡасандыр "Урал аръяғы тауышы"нда ҡатнашҡан Линара Ғарипова. Алты йәштән йырлаған Шандар Силантьевҡа артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Фото: Гөлдәр Ҡадаева.

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2022-05-13/50-me-umly-sertifikat-a-shandor-ey-buldy-2802397 

Автор:
Читайте нас: