Фестиваль бөйөк Пьер Кардендың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылды. Ҡатнашыусыларҙы Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Вячеслав Зайцев һәм мода тарихсыһы, «Модалы хөкөм» программаһын алып барыусы Александр Васильев бүләкләне. Матурлыҡ һәм моделдәр конкурсында ҡатнашыусылар дизайнерҙар кейемен күрһәтеү мөмкинлегенә эйә булды. Фестивалдең бүләк фонды 1 миллион һум тәшкил итте.
Регина Хужина — Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы. Был Гран-при — ҡыҙҙың унынсы еңеүе. 2021 йылдың майында ул «Башҡортостан гүзәле» конкурсының балалар номинацияһында еңеүгә өлгәште, Мәскәүҙә «Miss & Mister Effulgence» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында «Мини мисс» исемен алды.
«Минең яратҡан шөғөлдәрем бик күп. Биш йәшемдән Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдең балалар бейеү студияһына йөрөйөм. Шул уҡ ваҡытта моделинг менән шөғөлләнәм, мода күрһәтеүҙә ҡатнашам, инглиз телен өйрәнәм, яҡшы уҡыйым. Быйылдан вокал һәм сәхнә телмәре дәрестәрен алам. Хатта үҙемдең йырымды яҙҙырҙым!», — тип һөйләне «Башинформ»ға Регина Хужина.