Мырҙа ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Бикташева Фәниә Ибраһим ҡыҙын 85 йәше менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ.
Хоҙай һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын. Ҡартайған көнөңдә балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, беҙгә терәк булып оҙаҡ йәшә. Һин булғанға беҙгә тыныс, донъя бөтөн.
Һин булғанға беҙҙең тормош матур,
Һин бит беҙгә оло бер терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк булһа,
Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк.
Аҡ бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек үҙе бәхет бит ул -
Хоҙай шунан мәхрүм итмәһен.
Иң изге теләктәр менән улдарың, ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.