Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
28 Февраль 2022, 10:15

Байрамдар ҡотло булһын!

Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе Камалов Ғәлинур Йы­һанур улына

Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем Камалов Ғәлинур Йы­һанур улын 85 йәшлек күркәм юби­лейы менән их­лас күңелдән ҡотла­йым. Ҡәҙерле кешемә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, ап-аҡ бәхеттәр, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, балаларыбыҙҙың изгелеген күреп, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә һөйөнөп, барыбыҙға ла терәк булып, тик шатлыҡ-ҡыуаныста йәшәргә Хоҙай на­сип итһен. Ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ бул­ған изге күңелле кешебеҙгә ныҡлы һау­лыҡ, шатлыҡ менән тулы оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Изге теләк, наҙлы һүҙҙән башҡа
Табып булмай затлы бүләкте.
Беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле һин,
Бик тә яҡын, бик тә кәрәкле.
Шатлыҡ тулы яҡты көндәр
Һиңә гел юлдаш булһын.
Бөгөнгө матур миҙгелдәр
Гел ҡабатланып торһон.
Барлыҡ яҡындарың исеменән ҡатының Миңниса.
***
Ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙ Камалов Ғәлинур Йыһанур улын 85 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлап, иң йылы, иң изге теләктәребеҙҙе етке­рә­беҙ. Хоҙай һиңә ныҡлы һаулыҡ бирһен, балаларыңдың игелек-изгелектәрен кү­реп, яҡындарыңды һөйөндөрөп, ба­рыбыҙға ла терәк-таяныс булып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, һәр килгән көнгә ҡыуанып, әсәйебеҙ менән бергә иңгә-иң терәшеп, тыныс ғүмер кисерергә яҙһын.
Тәҙрәләрҙә уттар балҡып яна,
Атай сыға ҡаршы алырға,
Йүгергеләп әсәй табын ҡора,
Тәмле аштар бешә ҡаҙанда.
Мәңге-мәңге шулай тәҙрәләрҙә
Балҡып торһа ине утыбыҙ.
Һәр саҡ шулай ҡаршы алһын ине
Атай, әсәй, тыуған йортобоҙ.
Ҡотло булһын, ҡәҙерлебеҙ, юбилейың,
Матур атһын һинең таңдарың.
Рәхәт йәшә, изгелеге ҡайтһын
Һин үҫтергән һәр бер балаңдың.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың, улың, киленең, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.
***
Бар тәбиғәт ап-аҡ ҡарға сорналған мәлдә донъяға килгән Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе ағайыбыҙ Ғәлинур Йыһанур улы Камаловты ғүмер байрамы - 85 йәше менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәрҙе юллайбыҙ. Күңелеңдән - тыныслыҡ, тәнеңдән - сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен. Әлегеләй балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, бүлә-бүләсәрҙәреңдең ҡәҙер-хөрмәтендә Миңниса еңгәбеҙ менән бергә иңгә-иң терәп, уйлаған уйҙарығыҙҙы тормошҡа ашырып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Тағы күп йылдар “Хәлдәрең нисек, ағай!?” тип өндәшергә насип итһен Хоҙай.
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға.
Һинән ғәзиз кеше бармы икән?
Беҙ бәхетле тик һин булғанға.
Иң изге теләктәр менән Камаловтар, Байғусҡаровтар, Хөсәйеновтар, Ҡасҡынбаевтар исеменән һеңлең Розалия һәм минең балалар.
***
Класташыбыҙ Камалов Ғәлинур Йы­һа­нур улын оло байрамы - 85 йәшлек юби­лейы менән ҡотлайбыҙ. Хоҙай һине сәләмәтлектән, шатлыҡ-бәхеттән айыр­маһын. Матур донъяның бар рәхәт­лектәрен күреп, ғаиләң һәм туғандарың менән бергә йәшәргә Хоҙай насип итһен.
Тыуған көнөң - юбилейың менән
Ысын күңелдән һине ҡотлайбыҙ.
Сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар,
Күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Оҙон булһын һинең ғүмерең,
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең.
Бәхет шишмәләрең мул аҡһын,
Ҙур шатлыҡтар менән таң атһын.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ класташтарың исеменән Клара Иҙрисова.
***
Иҫке Бәпес ауылының аҫыл улда­ры­ның береһе - Камалов Ғәлинур Йыһанур улы 85 йәшлек олпат юбилейын бил­дә­ләй.
Беҙҙең арҙаҡлы юбиляр, һин маҡтауға һәм хөрмәткә лайыҡ. Ҙур хеҙмәт юлы үтеп, ғүмереңде ауыл­даш­тарыңдың тормошон яҡшыртыуға бағышлап, уларҙың ихтирам һәм иғтибарын яулауыңа беҙ бик шатбыҙ.
Хөрмәтле дуҫыбыҙ! Һине күркәм юби­лейың менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, Миңниса ханым менән тигеҙлектә, балаларығыҙҙың шатлығын күреп, иҫәнлектә-һаулыҡта, ғаилә именлегендә йәшәүеңде теләйбеҙ.
Бөгөн һинең нурҙан торған көнөң,
Күркәмдәрҙән-күркәм бер мәлең.
Аҡ яҙмышың һиңә бүләк итһен
Был донъяның барлыҡ саф йәмен.
Һин булғанға ерҙә бәхетле беҙ,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ.
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
Иң ҡәҙерле беҙҙең дуҫыбыҙ.
Курсташтарың Рим Сырлыбаев (Баймаҡ ҡалаһы), Сания Нафиҡова (Учалы ҡалаһы), Светлана Кучаева (Өфө ҡалаһы).
***
Иҫке Бәпес ауылының хөрмәтле ке­ше­һе, ил ағаһы Камалов Ғәлинур Йыһанур улын 85 йәшлек оло юбилейы ай­ҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡот­лай­быҙ. Һеҙ ике тиҫтә йылдан ашыу мәктәп етәксеһе, балаларға физика һәм математиканан төплө белем биргән һәм уларҙы оло тормош юлына сығарған шәхес бу­ла­раҡ, ҙур хөрмәткә эйәһегеҙ. Бик күп йылдар ауылыбыҙҙа ветерандар советын етәк­ләнегеҙ, ауыл Советы депутаты эшен дә еренә еткереп башҡарҙығыҙ. Ауыл хал­ҡы, уҡытыусылар, уҡыусылар ара­һында ҙур абруй яуланығыҙ.
Киләсәктә лә ҡәҙер-хөрмәт күреп, йән рәхәтендә, тән сихәтендә шатланып йәшәргә насип булһын. Йөҙөгөҙҙән йылмайыу, бәхет нуры һис ҡасан китмәһен. Һәр атҡан таңға ҡыуанып һәм һоҡланып, яҡындарығыҙҙың изгелеген күреп, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер итеүегеҙҙе теләйбеҙ.
Тормош юлығыҙ һәр саҡ балҡып торһон,
Яғымлы, шат булһын күңелегеҙ.
Оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ менән
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерегеҙ.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын Һеҙгә,
Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – ярты бәхет, тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Ҡотлау менән хаҡлы ялдағы уҡытыусылар Фәнүзә Хәсәнова, Фаилә Яҡупова, Ғәлиә Абдуллина, Зәбирә Ғәҙелшина һәм уларҙың ғаиләләре.

Автор:
Читайте нас: