2022 йыл йомғаҡтары буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үлем осраҡтарын ете кешегә, һыуҙа иһә ике кешегә кәметеүгә өлгәшелгән. Янғында үлем осраҡтары иһә 46 кешегә кәмегән.
Был турала бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.
– 2023 йыл башынан, 1 ғинуарҙан 9-ына тиклем, 159 техноген янғын булған, уларҙа 51 кеше ҡотҡарылған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 15 граждандың ғүмере өҙөлгән. Бигерәк тә тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ эш итеү үлемесле янғындарға сәбәпсе булған. Аномаль түбән температуралар башланыуға бәйле, кешеләрҙең үлеме мейес менән йылытыуға бәйле янғындар арҡаһында булды. Был көндәрҙә янғын тураһында иҫкәртеүсе приборҙар туғыҙ кешене, шул иҫәптән өс баланы ҡотҡарған, – тине Фәрит Ғүмәров.
1 ғинуарҙан 112 системаһына 76 меңгә яҡын шылтыратыу ҡабул ителгән, бөтә мөрәжәғәттәр ҙә эшкәртелде, тип билдәләне ул.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, шулай уҡ юлдарҙа үлем осраҡтары кәмегән.
– Былтырғы йылды 2021 йылға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ, 15 процентҡа яҡшыраҡ күрһәткес менән тамамланыҡ, – тине төбәк етәксеһе һәм тейешле ведомстволарға артабан эшләү кәрәклеген иҫкәртте. – Ул саҡта беҙ федераль трассаларҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү камераларын ҡуйҙыҡ, үлем осраҡтары ҡырҡа кәмене. Дөйөм алғанда, һәләк булыусылар һаны буйынса йыл насар тамамланманы. Был – мөһим күрһәткес.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-01-10/ti-n-raymanda-yu-sifaty-ya-shyryr-3099875