Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
18 Август 2022, 12:14

Районда бер йәшлек сабый һауыт-һаба йыуыу шыйыҡсаһын эскән

Малайҙы ашығыс рәүештә үҙәк район дауаханаһы машинаһында Өфөгә, Республика балалар клиник дауаханаһына, алып килгәндәр.

Районда бер йәшлек сабый һауыт-һаба йыуыу шыйыҡсаһын эскән
Районда бер йәшлек сабый һауыт-һаба йыуыу шыйыҡсаһын эскән

Йәрмәкәй районында саҡ фажиғә булмаған. Әсә кеше нимә булғанын аңлай һәм шунда уҡ медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итә. Табиптар баланы тикшергәндән һуң, ауыҙының лайлалы ҡыуышлығының, йотҡолоғоноң, тамағы, ҡыҙыл үңәсенең химик бешеүен асыҡлаған. Малайҙы ашығыс рәүештә үҙәк район дауаханаһы машинаһында Өфөгә, Республика балалар клиник дауаханаһына, алып килгәндәр.

 

Сабыйҙың сәләмәтлек торошо ҡәнәғәтләнерлек тип баһалана: ул  үҙаллы йөрөй һәм ашай. Әле  табиптар күҙәтеүендә һәм дауаланыуын дауам итә.

 

Табиптар аңлатыуынса, ҡыҙыл үңәсе бешкән пациенттарҙың күбеһен бер йәштән алып ун йәшкә тиклемге балалар тәшкил итә. Был уларҙың тәбиғи ҡыҙыҡһыныусанлығы менән аңлатыла. Ата-әсәләрҙең иғтибарһыҙлығы ла ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки зәһәр матдәләр тамғаланмаған һауыттарҙа йәки эсемлектәр һалынған һауыттарҙа һаҡлана. Өлкәндәр араһында ҡыҙыл үңәстең химик зарарланыуы һирәк осрай.

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-08-18/respublikala-ber-y-shlek-sabyy-auyt-aba-yyuyu-shyyy-sa-yn-esk-n-2914053?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: