Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында тыуып, хәҙерге көндә Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Флүрә Зекрия ҡыҙы Халиҡованы 70 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Әсәй, өләсәй! Һиңә ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ шатлыҡ-ҡыуаныстар, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең күңел йылыһын тойоп, ҡәҙер-хөрмәттә оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Һәр саҡ шулай матур, яғымлы, алсаҡ булып ҡал. Сабырлығың, тырышлығың өсөн ҙур рәхмәт һиңә. Беҙ бөтәбеҙ ҙә һине яратабыҙ.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең - бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.
Ҡотлау менән ҡыҙҙарың Зинфира, Эльвира, кейәүҙәрең Рим, Илнур, ейәнсәрҙәрең.