Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Икмәк бешереүе еңелме?

Даны бар республикаға таралған Ҡырмыҫҡалы икәмәген бешереү сере нимәлә? Был һорауҙарға яуап табыр өсөн бер көнгә һөнәремде алмаштырып, икмәк бешереүсе эше нескәлектәренә төшөндөм.

Икмәк ашамай бер көн дә тора алмайбыҙ, сөнки унһыҙ тамаҡ туймай. Элек-электән икмәкте ризыҡтың иң ҡәҙерлеһе тип иҫәпләгәндәр һәм ҡунаҡтарҙы ла икмәк-тоҙ менән ҡаршы алғандар. Уны нисек бешергәндәре, магазин кәштәләренә барып еткәнсе ниндәй юлдар үтеүе тураһында белеү өсөн фотохәбәрсе менән Ҡырмыҫҡалы икмәк бешереү комбинатына юл­ландыҡ. Икмәкхана тирәһендә иртәнге һауа яңы ғына бешеп сыҡҡан икмәк еҫенә тулған. Беҙҙе етештереү цехы мөдире Земфира Әминева ҡаршы алып, өҫ кейемдәребеҙҙе аҡ халатҡа ал­маштырҙы, башыбыҙға ҡалпаҡ кей­ҙерҙе. Ҡамыр ризыҡтарын бешергәндә күңелдә тик ыңғай уйҙар, яҡшы кәйеф булырға тейеш тигәнде иҫтә тотоп, изге һәм йомарт һөнәр эйәләре эргәһенә ашыҡтыҡ.

Ҡомалак әсеткеһе

Иң элек тонналап он, ҡомалаҡ һәм башҡа сеймал һаҡланған складҡа индек. Сыуашстандан килтерелгән ҡомалаҡты тотоп, еҫкәп тә ҡараныҡ. Нәҡ ошо ҡомалаҡты ҡушып бешергәнгә лә икмәк тиҙ иҫкермәй, тәмле лә, үҙенсәлекле була икән. Былтыр август айынан бирле бешерелә башлаған икмәккә һорау бик ҙур. Уны ма­га­зиндарға сығарып өлгөрмәйҙәр, һатып алып та бөтәләр. Ҙур ҡаҙанда буғырлап ҡайнап ултырған ҡомалаҡ әсеткеһен бутап, ҡул менән төйөрҙәрен яҙҙым.

Ҡулдар етеҙлеге нимәгә кәрәк?

Егерме бер йыл эш стажына эйә булыусы мастер Зөлфиә Хәмиҙуллина, ете йыл эшләгән икмәк бешереүсе Әлфиә Шабакаева ҙур ҡаҙандан ҡамыр бүлеп алып, 0,630 грамм итеп үлсә­гәндән һуң, йомарламдарҙы фор­маларға һалып тора. Өс ай ғына эшләгән Сергей Яковлевтың бурысы иһә тулған формаларҙы кәштәләргә ҡуйып, буш­тарын алып биреп тороу. Мин дә ҡулдарымды һыуға тығып алып, ҡаҙандағы ҡамырҙы көс менән тартам. “Әҙ-әҙләп бүлеп ал”, - тип өйрәтә миңә Зөлфиә апай, үҙе шул арала тигеҙ генә, матур йомарламды иң алыҫтағы формаға ырғыта һәм туп-тура эләгә. Шунса йылдар буйына ошо тармаҡта эшләү дәүерендә уның шундай таһыл­лыҡҡа эйә булыуы ғәжәп түгел, әлбиттә! 15-20 минут эсендә 576 икмәк формаһы тултырылды һәм бер аҙ ҡабартҡандан һуң, мейескә оҙатылды.

Ҡаластар ҙа бешерҙек

Ҡалас эшләү цехында асыҡ йөҙлө, алсаҡ ҡыҙҙар - мастер Вера Абдуллина һәм бешереүсе Айгөл Хәбирова менән танышабыҙ. Айгөл - Шайморатов, Вера Константиновка ауылдарынан йөрөп эшләйҙәр, икеһе лә өсәр бала тәр­биәләйҙәр. “Эшебеҙ ауыр булһа ла, сменалап эшләүе уңайлы, хеҙмәт хаҡы ла тотороҡло”, - ти улар ҡәнәғәтлек­тәрен белдереп. Айгөл Вера әҙерләгән ҡалас ҡамырынан мәкле урама эшләргә әҙерләнә. Тәүҙә ҙур һауытта эслек өсөн маргарин менән ондо ыуып, уға мәк ҡушып бутаны. Һуңынан ҡаҙандағы ҡамырҙы ҡулы менән әҙ-әҙләп бүлеп алып, үлсәп, ҡалай йәйелгән өҫтәлдә бәләкәй шарҙар әүәләне ул. Ҡулдарына күҙ эйәрмәй, әкренләп торһаң, ҡамыр үҙ сифатын юғалта шул. Йомар­лам­дарҙан махсус машинала йәймә эшләп сығарғандан һуң, урама яһала башланы. Уның нисек итеп эшләгәнен ҡарап то­роп, мин дә эшкә ҡушылдым. Етеҙерәк эшләү өсөн Вера, Земфира Шәмсетдин ҡыҙы, цех мөдире Светлана Моратова ла эшкә килеп ҡушылды. Күмәкләшеп, һөйләшә-көлөшә ошо көнгә планға индерелгән круассан, рожки кеүек изделиеларҙы эшләп алдыҡ.

Икмәк бешеп тә сыҡты

Беҙ ҡаластар менән булышҡан ара­ла, икмәк бешереү цехында тауыштар ишетелә башланы.

- “Әйҙәгеҙ, йәһәтерәк”, - тип Зем­фира Шәмсетдин ҡыҙы беҙҙе мейестән яңы бешкән икмәкте алырға саҡырҙы. Ҡулдар бешмәһен өсөн бейәләйҙәр кейеп, тигеҙ рәттәргә теҙелгән алтын­һыу төҫтәге икмәктәрҙе мейестән алып, формаларҙан бушатабыҙ. Хуш еҫле, алһыуланып бешкән икмәк йылыһы бирсәткәләр аша ла тойола. Эҫе ик­мәктәрҙең формаһы боҙолмаһын өсөн ипләп тотоп, вагонеткаға йәһәт кенә теҙеп ебәрергә кәрәк. Уларҙы кәш­тәләргә урынлаштырыу, полиэ­тилен тоҡсайҙарға һәм ҡаптарға тул­тырыу, накладнойҙар тултырыу экспеди­тор­ҙарҙың бурысына инә.

Эштәре тынғыһыҙ

Ике икмәк бешереү пекарняһы, кон­дитер цехы Ҡыр­мыҫ­ҡалы ҡулла­ныу­сылар йәм­ғиәте рәйесе Әлфирә Богданова етәк­селеге аҫтында эшләй. Улар тәүле­генә 14 тонна икмәк-ҡалас из­делиелары, 700 кило­грамм кондитер продукцияһы етеш­терә. Продукция тәүлек әйләнәһенә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡала­ла­рына, Ҡыр­мыҫҡалы, Шишмә һәм Архан­гел район­дарына 700 нөктәгә сыға­рыла. Уның башланғысы аҫтында бел­гестәр даими продукцияның ассорти­мен­тын арт­ты­рыу өҫтөндә эшләйҙәр. Утыҙ йыл­лыҡ эш стажына эйә булған цех мө­дире Земфира Әминева - етәксенең уң ҡулы. Мин “Тиҙ ярҙам” машинаһы кеүек, ҡай­ҙа тотҡарлыҡтар бар шунда йүгерәм, ти оҫта.

Өфө механика-технология техни­кумын тамам­лаған цех мөдире Светлана Моратова егер­ме йыл ғүмерен ошонда икмәк беше­реүгә арнаған. Ул заявкалар ҡабул итә, бөтә етештереү этаптарын тик­шереп бара.

- Беҙҙең эшебеҙ тынғыһыҙ, ял ва­ҡыттарында ла саҡыртыуҙары мөмкин. Эш барышын даими күҙәтеү аҫтында тотам, - ти ул.

Уларҙың тырышлығы менән 95 төр икмәк-ҡалас һәм кондитер изде­лие­ла­ры етештерелә, комбинат “Башҡ­ор­тос­тан­дың иң яҡшы тауарҙары”, “Рә­сәй­ҙең 100 иң яҡшы тауары” кон­курстарында күп тапҡырҙар дип­лом­дарға эйә булған. Һәр хеҙмәткәр про­дукцияның сифаты бөтә коллектив тырышлығына бәйле икәнен яҡшы аңлай.

Һәр кемгә лә бирелмәй

Икмәк бешереү цехынан сығып, уны тик физик яҡтан сыҙам, етеҙ хәрәкәтле, тәм һәм еҫ сифаттарын яҡшы тойған, бөхтә һәм сәләмәт кеше генә бешерә алыуына төшөндөм. Уны бешергәнсе ни тиклем ауыр юл үтеүе хаҡында уй­ла­н­һаң, уның хаҡы бик осһоҙ ғына сыға. Ә ысынлап та, уның хаҡы күпме? Иртәгә - ял көнө, ә икмәк бешереүселәр өсөн ял көндәре юҡ, өҫтәлдәребеҙҙе икмәк йәм­ләһен өсөн байрамдарҙа ла, эш көн­дә­рен­дә лә, ҡышын да, йәйен дә, уны һәр ваҡыт бешерәләр. Һәр ваҡыт…

Гөлсәсәк Аласова.

Роза Тажетдинова фотолары.
Читайте нас: