Даирә
+14 °С
Облачно

Батыр ул үҫтергән

Әсә булыу – ҙур бәхет. Әммә әсәй булыуы еңел түгел. Ә әлеге ҡатмарлы заманда яугир әсәһе булыу – икеләтә ауыр. Ғәзиздәре илде һаҡлап һәм яҡлап көрәшкәндә, әсәләр тилмереп, өҙгөләнеп, улдарының иҫән-һау ҡайтыуын көтә. Ошондай әсәләрҙең береһе – Һәүәләй ауылында йәшәүсе Әлмира Ғәлләмова.

Батыр ул үҫтергәнБатыр ул үҫтергән
Батыр ул үҫтергән

Улы Азат Ватаныбыҙ өсөн һынылышлы осор килеп еткәс, махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн Рәсәй Оборона минис­трлығы менән контракт төҙөй.
- Тыуған илебеҙгә дошман янағанда нисек ситтә ҡалайым. Илде һаҡлау - ир-егеттең бурысы, мин дә унда барырға тейешмен, тине улым. Балам өсөн борсолоп, доға ҡылыуҙан туҡтамайым. Осрашырға тиҙерәк насип булһын ине, - ти Әлмира Әсхәт ҡыҙы.
Сабыр, түҙемле, оло йөрәкле яугир әсәһе илебеҙ һағында торған башҡа яугирҙәргә ярҙам итергә тырышып һәм еңеүҙе яҡынайтыу өсөн хәленән килгәнсе аҡсалата гуманитар ылауға үҙ өлөшөн дә индерә.
Әлмира Ғәлләмова – Ҡарлыман ауылы ҡыҙы. Уҡытыу­сылар ғаиләһендә донъяға килгән ҡыҙ тыуған ауылында 6-сы кластан һуң Рәми Ғарипов исемендәге мәктәп-интернатта уҡыуын дауам итә. Артабан 1-се Өфө медицина училищеһында санитар-фельдшерға уҡый. Дип­лом алғас, йәш белгес йү­нәлеш буйынса эшкә тыуған районға ҡайта. Кейәүгә сыҡҡас, Өфөлә хеҙмәт юлын дауам итә. Табип булған тормош иптәше Бәләбәй районына ебәрелгәс, унда китеп хеҙмәт итәләр. Шунан ғаилә тағы районға ҡайтып, Һәүәләйҙә төпләнә. Бында Әлмира Әсхәт ҡыҙы шәфҡәт туташы була. Изге һөнәр эйәһе дөйөм илле йыл хеҙмәт стажы туплап, уҙған йыл 70 йәшендә эшенән туҡтай.
Ни өсөн медицина юлын һайланығыҙ, тигән һорауҙы бирҙем.
- Бала саҡтан медицина юлынан киткем килде, шуға йыш ҡына ауылдағы фельдшер Зәлифә Юнысова янына (каникулдарҙа бигерәк тә) эшен ҡарап торорға бара торғайным, - тип яуап бирҙе әңгәмәләшеүсем.
Ғәлләмовтар биш балаға ғүмер бүләк итә. Барыһына ла лайыҡлы тәрбиә биреп үҫтереү, уҡытыу өсөн бар көстәрен һалалар һәм оло тормош юлына сығаралар. Улар матур тәрбиә алып, юғары белем ала, күңелдәренә оҡшаған һөнәрҙәр үҙләштереп, тормошта үҙ юлдарын табалар. Айгөл сит телдәр уҡытыусыһы булһа, Айһылыу химикка уҡып, аптека селтәрендә эшләй. Азат та химик белгес­леген ала, төҙөлөштә хеҙмәт итә. Уларҙың өсөһө лә БДУ тамамлаған. Айнур Стәрлетамаҡ педагогия академияһында белем алып, һөнәре буйынса эшләй, ә Азамат БДПУ-ның физика-математика факультетын бөтөп, әле “Уфанет”та эшләй. Балаларының барыһы ла үҙ юлдарын таба, үҙ ғаиләләре бар. Уларҙың дауамы – ун ике ейән-ейәнсәр менән һөйөндөрәләр.
Әлмира Ғәлләмова аш-һыу­ға, ҡул эштәренә оҫта, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнергә ярата. Балалары үҫкәндә уларға кофталар, жилеттар бәйләй, кейемдәр тегә, хатта пальтолар ҙа тегеп биргән була. “Атайым кейемдәр тегә торғайны, унан күреп өйрәндем, Өфөлә интернатта ла беҙҙе тегеү серҙәренә өйрәттеләр”, - ти ул хәтергә алып.
Әлмира Әсхәт ҡыҙы әле хаҡлы ялда кәзәләр аҫрай, ҡош-ҡорт тота, баҡса үҫтерә. Һанап бөтмәҫ мәшәҡәттәр араһында тыуған ауылына ла барырға, туғандары менән осрашырға ваҡыт таба. Һәүәләйҙә йәшәһә лә, тыуған, тәпәй баҫҡан Ҡарлыманын бик ярата ул. Йыл һайын йәйҙәрҙә Ослоҡайға менеп, ус төбөндәй генә күренгән ауылын, йәйрәп ятҡан ялан-ҡыр­ҙарын ҡарарға ярата. Тыу­ған ғәзиз төйәге уға йәшәргә көс-ҡеүәт бирә.
Әлмира Ғәлләмованың борсолоуҙары, йоҡоһоҙ төндәре үтеп, изге теләктәре тормош­ҡа ашып, ҡәҙерлеһе менән осрашырға насип булһын. Ти­ҙерәк тыныслыҡ килеп, илһө­йәр ир-егеттәребеҙҙең барыһы ла тыуған яҡҡа имен-һау ҡайтһындар, ә уларҙы баҡҡан әсәйҙәргә Хоҙай сабырлыҡтар бирһен.

Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас