

әшәүсе һуғыш осоро балаһы Фидалиә Дәүләтгәрәй ҡыҙы Миһранова ла етемлектең ауырлығын татып, аслыҡты күрә.
- Күп балалы ғаиләлә тыуып үҫтем. Һуғыш башланғанда миңә алты йәш ярым була. Атайым 1941 йылдың көҙөндә һуғышҡа алына. Уны әҙ генә хәтерләйем. Әсәйемдең атайымды Алкинға күрергә барыуы, артабан өҙөлөп хаттар көтөүе ныҡ иҫтә ҡалған. Иҫән ҡайтыр тигән ышаныс аҡланмай - атайым 1942 йылда хәбәрһеҙ юғала. Туғандар ҡәберендә ерләнә ул. Сабый саҡта “һуғыш” тигән шомло һүҙҙе аңламағанмын. Әммә артабан донъя тиҙ ҙурайтты. Ашарға аҙыҡ, кейергә кейем табыуы ҡыйын булды. Ауырлыҡ менән көн иттек. Һуңынан әсәйем тормошҡа сығып, икенсе атай тәрбиәһендә үҫтем. Бер туған ағайым Өфөлә ФЗУ-ла уҡып эшләһә, апайым тамаҡ хаҡына хәллерәк бер ғаиләлә аҫрау ҡыҙ булып, бала ҡарай, иҙән, кер йыуа. Сабата кейеп уҡырға йөрөнөм. Ул тишелһә, ялан аяҡ Бишауыл-Уңғарҙан, биш саҡрым ерҙән йәйәүләп ҡайтам. Йәй аҙағында әсәйемә эйәреп көлтә йыйырға, ураҡҡа йөрөнөм. Ваҡыты шундай ине, эшләргә тура килде. Аллаға шөкөр, бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡтыҡ. Хәҙер был тормошҡа мин бик шатмын, - ти ул хәтирәләре менән уртаҡлашып.
Фидалиә Дәүләтгәрәй ҡыҙы ауырлыҡтар күрһә лә, һынмайынса, үҙенә маҡсат ҡуйып үҫә. Ул йәштән колхоз эшенә сума. 21 йәшендә ауылдашы, гармунсы Ғәли исемле егеткә кейәүгә сығып, матур итеп, тырышып йәшәп китәләр.
Тәүҙә Фрунзе колхозы баҫыуҙарында сөгөлдөр үҫтерә, артабан “Наука” пионерҙар лагерында ашнаҡсы ярҙамсыһы була. Дөйөм эш стажы – 44 йыл.
Талантлы Миһрановтар ғаиләһе йыр-моңға ғашиҡ була: ире гармунда уйнаһа, ҡатын йырларға һәм бейергә ярата. Ғөмүмән, Фидалиә инәй ғүмер буйы мәҙәниәт усағында ҡайнап йәшәй. Йыр-моңға, ижадҡа ғашиҡ ҡатын эштән арып ҡайтһа ла, концерттарҙа, спектаклдәрҙә ҡатнаша. “Аҡ тирмә” фольклор төркөмөнөң ағзаһы була. Шулай уҡ оҫта ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә балаҫ, кейеҙ баҫалар. Әле ғүмер көҙөндә йәшлек йылдарын һағынып иҫкә ала ул.
- Дуҫтарым, әхирәттәрем янында һәм кешеләр араһында булыуым миңә көс бирә, арыу-талыуҙарым юҡҡа сыға ине. Мин йәйҙәрен тәбиғәттә булырға, йөҙөргә яраттым. Күл буйында үҫеп, нисек йөҙә белмәйһең инде?! Ҡыҙылғыны аша йөҙөп сыға торғайным, - ти Фидалиә әбей.
Фидалия һәм Ғәли Миһрановтар 59 йыл бергә ғүмер кисерә. Улар бер ҡыҙ һәм дүрт улға ғүмер бүләк итәләр. Балаларының барыһы ла яҡшы уҡый, ата-әсә өлгөһөндә эшһөйәр, йыр-моңға ғашиҡ булып үҫәләр, һәр береһе гармунда өҙҙөрөп уйнай, күңелдәренә оҡшаған һөнәрҙәр ала. Әнүәр Өфөлә химия һәм биология уҡытыусыһы булһа, Талбазыла йәшәгән Фәүзиә тәүҙә мәктәптәрҙә башҡорт һәм рус телдәренән уҡыта, шунан Ауырғазы районында Пионерҙар йорто директоры, артабан муниципаль органдарҙа эшләй. Иҫке Ҡыйышҡыла йәшәгән Рим механик һөнәрен ала, бөгөнгө көндә мәктәптә эшләй. Өфөлә йәшәгән Ринат – географ, геолог һөнәрҙәрен үҙ итеп, Себерҙә эшләп, әле хаҡлы ялда. Миһрановтарҙың дауамы - 8 ейән-ейәнсәр, 10 бүлә-бүләсәрҙәре үҫә.
Әлеге көндә Фидалиә Дәүләтгәрәй ҡыҙы бер үҙе йәшәй, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, тыуған ауылынан, үҙ йортонан китергә теләмәй.
Яҡындары өсөн хөрмәтле кеше ул. Балалары, күберәге ҡыҙы килеп тора. Йылы, матур өйҙә яҡын кешеләре ҡурсалауында йәшәй. Матурлыҡты яратҡан инәй һәр саҡ ыҫпай кейенә, биҙәүестәр тағырға ярата. Теремек, зиһене асыҡ, күҙҙәре яҡшы күрә, район гәзиттәрен көтөп ала. Телевизор ҡарай, бигерәк тә уға хоккей уйындары оҡшай, Салауат Юлаев командаһы өсөн янып-көйә. Донъя һәм ил хәлдәре менән хәбәрҙар, уларҙы төшөнөп, үҙ фекерен белдерә.
91 йәштә булһа ла, бала һәм йәш сағына әйләнеп ҡайта. Үткәндәрҙе һөйләгәндә уның күҙҙәре осҡонланып китә. Уның хәтеренә һоҡланып ултырҙым. Йырҙар йырлап ишеттерҙе, яттан шиғырҙар һөйләне. Улар араһында атаһы яҙғандар ҙа бар ине. Уларҙың береһен гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәм.
Һағыныу хаттары
Алкин станцияларында
Мин һине көткән инем.
Айырылыуҙар ауыр булды,
Эйәләшеп бөткән инем.
Казарманың эстәрендә
Ҡалды аяҡ эҙҙәрем.
Төндә төштәремә кереп,
Көндөҙ һине эҙләнем.
Советский пар биҙрә
Күҙҙәрҙе сағылдыра.
Оҙатып ҡалған көндәрең
Бигерәк һағындыра.
Казарманың тирә-яғы
Рәткә рәшәткә.
Хәҙер беҙгә булмаҫ инде
Ҡауышырға теләһәк тә.
Ауылдың иң өлкән кешеһе Фидалиә Дәүләтгәрәй ҡыҙына артабан да ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, яҡындарының хәстәрлеген һәм иғтибарын тойоп йәшәүен теләйбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.