Һәр ваҡыт күтәренке рухлы, асыҡ йөҙлө, әүҙем Ирек Шәмсулла улы Ғабдуллин районда йәшәүсе өлкән быуын кешеләренә генә түгел, йәштәргә лә яҡшы таныш, сөнки ул 30 йылдан ашыу Ауырғазы күп профиле колледждың Ҡырмыҫҡалы филиалында уҡыта.
Ҡырмыҫҡалы ауылында Мәҙинә Ғәйнетдин ҡыҙы менән Шәмсулла Үлмәҫҡол улының дүрт балалы ғаиләһендә тыуып үҫкән Ирек Ғабдуллин мәктәпте тамамлағас та, хәрби бурысын үтәү өсөн әрме хеҙмәтенә алына. Артабан Йоматау ауыл хужалығы техникумын яҡшы билдәләргә генә тамамлаған егет бер имтихан ғына тапшырып, ул саҡтағы Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетына уҡырға инә. Уҡыған йылдарында уҡ “Уңыш” ирекле спорт йәмғиәтенең рәйесе булып эшләй һәм үҙе лә футбол, хоккей спорты менән шөғөләнгән кеше булараҡ район спортын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Ауыл райондары араһында өс тапҡыр Башҡортостан буйынса чемпион дәрәжәһенә өлгәшә.
40 йылға яҡын студенттарға бухгалтерия буйынса белем биреүсе, үҙенең тырыш хеҙмәте менән районда һәм республикала ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә танылыу яулаған атаһы Шәмсулла Үлмәҫҡол улы 1988 йылда улына үҙенең урынына эшкә ҡалырға тәҡдим итә. Ирек Шәмсулла улы бер һүҙһеҙ риза була һәм шул көндән алып атаһының юлын дауам итә. Райондың Маҡтаулы гражданы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, ул саҡтағы училище директоры Әнүәр Ғарифулла улы Әхмәров та был тәҡдимде хуплап ҡабул итә.
Ирек Ғабдуллин атаһының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, эшен лайыҡлы дауам итә һәм бар күңелен биреп студенттарға бухгалтер иҫәбе буйынса белем бирә. Уның күп һанлы студенттары бөгөнгө көндә илебеҙҙең төрлө тарафтарында уңышлы хеҙмәт итә һәм яҡшы белем биргәне өсөн уҡытыусыларына сикһеҙ рәхмәттәрен белдерә. 2016 йылда Ирек Ғабдуллин хаҡлы ялға сыға һәм үҙенең урынына ҡыҙы Альбинаны ҡалдыра. Шулай итеп Альбина Ирек ҡыҙы өсөнсө быуын династия эшен дауам итеүсе була.
Ирек Шәмсулла улына хаҡлы ял оҙаҡҡа тәтемәй, бер нисә йылдан Альбина Ирек ҡыҙын информатика буйынса уҡытырға күсереп, тәжрибәле уҡытыусыны кире эшкә саҡырып алалар. Әлеге көндә улар ҡыҙы менән бергәләп студенттарға белем биреү өҫтөндә ең һыҙғанып эшләйҙәр.
- 30 йылдан ашыу эшләү дәүерендә оло тәжрибә тупланым, миңә хатта конспекттар ҙа кәрәкмәй, бар нәмә башта. Элек бында Башҡортостандың барлыҡ төбәктәренән уҡырға киләләр ине, шуға ла уҡыусыларым әлеге көндә төрлө тарафтарҙа бухгалтер, финанс директорҙары, баш бухгалтер вазифаларын биләй. Ҡайһы ойошмаға барып керһәм дә, мине әллә ҡайҙан танып торалар, ҡаршы алып, рәхмәт әйтеп, оҙатып ҡалалар, - ти ул үҙенең яратҡан һөнәре хаҡында.
Ҡыҙы тураһында ла тик маҡтау һүҙҙәре генә ишетеп, атаһы менән үҙенең эшен лайыҡлы дауам итеүсе булыуына ғорурлана, һөйөнә уҡытыусы. Ата-әсә өсөн шунан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр.
- Яңы ғына эш башлаған саҡта миңә ярҙам итеүсе тәжрибәле уҡытыусылар, остаздар – Фәрит Ғәйфуллин, Рим Мөхәмәтшинға, шулай уҡ мине эшкә алған, ышаныс белдергән ул ваҡыттағы директорыбыҙ Әнүәр Әхмәровҡа сикһеҙ рәхмәтлемен. Әлбиттә, иң оло рәхмәтем, атайыма. Ул педагогия фәненең барлыҡ серҙәрен асты, үҙенең белемен, тәжрибәһен миңә тапшырҙы, - тигән рәхмәт һүҙҙәрен яуҙыра Ирек Ғабдуллин.
Ни өсөн тап ошо һөнәрҙе һайланығыҙ тигән һорауҙы ла бирҙем мәҡәләм геройына һәм:
- Гендар аша күскәндер, тип уйлайым. Атайым минең педагог булыу һәләтемде күрә белде һәм шуның өсөн дә үҙенең эшен дауам итергә тәҡдим итте. Уҡытыусы һәм преподаватель араһында ҙур айырма бар. Мәҫәлән, уҡытыусы уҡырға, яҙырға өйрәтә, ә преподаватель студенттарға барлыҡ дисциплиналарҙы, белемдәрҙе үҙенең эшендә ҡуллана алырлыҡ итеп еткерә лә белергә тейеш. Беҙ белем биреп кенә ҡалмайбыҙ, шулай уҡ эште практикала ҡулланырға ла өйрәтәбеҙ. Ошо турала ҡасандыр миңә атайым әйтһә, мин инде быуындан-быуынға ҡыҙыма тапшырҙым. Әгәр преподаватель үҙенең фәне менән ҡыҙыҡһындыра алһа, балаларҙа ла был профессияға ҡыҙыҡһыныу тыуа, һәм улар мотлаҡ шул һөнәр буйынса эшләйәсәктәр. Студенттарымдың миңә ҡарата ихтирамын тойоп, был яҡтан үҙемдең маҡсатыма ирешкәнмендер тигән фекерҙәмен. Альбина ҡыҙыма ла күп йылдар элек уҡып бөткән студенттары күстәнәстәр тотоп өйгә килеүҙәренә һөйөнәм. Әгәр беҙҙең студенттар алған һөнәре буйынса эшкә төшһә, был инде преподаватель профессияның барлыҡ серҙәрен аса алған тигән һүҙ, - ти лайыҡлы хеҙмәте өсөн БР мәғариф отличнигы билдәһе, РФ Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы һәм башҡа бик күп республика, район кимәлендәге Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнеүсе әңгәмәсем.
Әйткәндәй, ул күп йылдар участка һайлау комиссияһы рәйесе булараҡ яуаплы вазифа башҡара. Әлеге ваҡытта башҡа тарафтарҙа йәшәүсе студенттарға онлайн-консультациялар бирә.
- Эшемде яратам һәм тормош юлымда тап ошо юл менән киткәнгә үкенмәйем. Барыһы өсөн дә яҙмышыма рәхмәтлемен. Бар ғүмерем ошо колледж менән бәйле. Мин тыуғанда йортобоҙ ҙа ошо тирәлә ине. Шуға күрә бала сағым ошонда үтте тиһәм дә яңылыш булмаҫ. Бында ҡасандыр бик яҡшы спорт майҙансығы, йәмле баҡса була торғайны. Училище минең күҙ алдымда үҫеште. Мин һәр ваҡыт бында үҙ кеше булдым. Коллективыбыҙ бик татыу. Төрлө йәштә булһаҡ та, һәр саҡ бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Колледж етәкселегенә һәм барлыҡ хеҙмәттәштәремә сикһеҙ рәхмәтлемен, - ти ете тиҫтәне тултырыусы тәжрибәле педагог.
Ирек Шәмсулла улы ғаиләһенән дә уңған. Тормош иптәше Светлана Хәниәтулла ҡыҙы менән 48 йыл бергә татыу ғүмер иткән осорҙа, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙарының икеһе лә тәүҙә ҡартатайҙары, аталары эшләгән колледжда бухгалтер һөнәрен үҙләштерә һәм шунан юғары белем алалар. Ҡыҙғанысҡа, ғаиләгә ауыр юғалтыу ҡайғыһы кисерергә тура килә. Ике йыл элек яман сирҙән кесе ҡыҙҙары Айгөлдөң ғүмере өҙөлә. –
Светлана – минең ышаныслы тылым. Аллаһ бирһә, тиҙҙән бергә йәшәүебеҙҙең алтын юбилейын билдәләйәсәкбеҙ. Ул оҙаҡ йылдар парикмахер хеҙмәтен үтәп, ҡатын-ҡыҙҙарға матурлыҡ өләште. Ғаиләмде ныҡ яратам, - тигән Ирек Ғабдуллиндың үҙенең ҡатыны, ғаиләһе тураһында шул тиклем йылы хистәр менән әйтелгән һүҙҙәре бигерәк тә күңелгә ятты.
Ирек Шәмсулла улына һәм уның ғаиләһенә киләсәктә лә шулай бар кешене һоҡландырып йәшәргә насип булһын.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотолары.