Даирә
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Яугир әсәһе өмөтөн юғалтмай

Һәр ауылдың йәме һәм ғорурлығы - оҙон ғүмерле кешеләр. Яҙмыштарына күп һынауҙар төшкән быуынға Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы ҡыйынлыҡтарҙы, артабан һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙы кисерергә тура килә. Ауырлыҡтарға сынығып, бәләкәйҙән ҡул араһына ингән малай-ҡыҙҙарҙы тормош иртә олоғайта.

Яугир әсәһе өмөтөн юғалтмай
Яугир әсәһе өмөтөн юғалтмай

Һуғыш осоро балаларының бе­реһе - һоҡланырлыҡ ғүмер юлын уҙып, 90 йәшлек оло юбилейын ҡаршы алған яугир әсәһе Хәтимә Бикташева менән Ҡус­тығол ауылында осраштым. Өйөн­дә нур һәм йылылыҡ бөркөлөп тора, ә мейесенән бешеп килгән икмәк еҫе аңҡый ине. Эшһөйәр инәй бөгөн дә эшһеҙ ултырырға яратмай, нимә булһа ла эшләргә тырыша: икмәген дә һала, бешеренә, ваҡ-төйәк йорт эштәрен башҡара.
Яҡты йөҙлө, аҙ һүҙле, сабыр, һағышлы инәйгә һорауҙар бир­ҙем. Ул ҡыҫҡаса ғына яуаптар ҡайтарҙы.
- Күрше Шәрипҡол ауылында һигеҙ балалы ғаиләлә тыуып үҫтем, мин бишенсе инем. Атайым һуғышта булып, беҙҙең бәхеткә иҫән ҡайтты. Ун һигеҙ йәшемдә Ҡустығол ауылы егете Барый Аҙнабай улы менән тормош ҡорҙоҡ. Беҙ туғыҙ балаға ғүмер бирһәк тә, бәләкәй саҡтарында уҡ өсәүһе вафат булды. Балаларым эшһөйәр, ярҙамсыл, көслө холоҡло булып үҫтеләр. Беҙ көнө буйы колхоз эшендә булғанда бар мәшәҡәттәр улар иңенә төштө. Барыһы ла эшһө­йәр, яуаплы булып тәрбиәләнде. Матур итеп донъя көткән саҡтарында ҡайғыларға һалып, тағы ике балам баҡыйлыҡҡа күсте. Әлеге көндә Фаяз, Ғаяз һәм Зилә үҙ тормоштары менән йәшәйҙәр. Ә Өфөлә эске органдарҙа хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡҡан Илдусым 2023 йылдың майында Рәсәй Оборона министр­лығы менән контракт төҙөп, махсус хәр­би зонаға юлланды. Киткән саҡта ғына Тыуған илде һаҡлау өсөн бурысын үтәйәсәген әйтте. Әммә бына йыл ярым инде унан хәбәр юҡ... - тип һөйләне ул.
Хәтимә Хәлиулла ҡыҙы йәш сағында гөрләп торған Чапаев исемендәге колхозда, артабан “Победа” булып киткән хужалыҡта сөгөлдөр үҫтерә. Тормош иптәше ат ҡараусы, малсы булып эшләй. Ғаилә янып, тырышып йәшәй. Бикташевтар ҡырҡ алты йыл бергә ғүмер кисерәләр. Ҡыҙғанысҡа, ире ир­тәрәк, егерме биш йыл элек яҡты донъянан китә.
Ҡәйнәһе менән дә килешеп, бер-береһенә ҡәҙер-хөрмәт күр­һә­теп егерме ике йыл йәшәү бәхете тейә.
Хәтимә Бикташеваға ғүмер юлында күп ауырлыҡтар күрер­гә тура килә. Шулай ҙа юғалып ҡалмай. Әле лә ҙур һынау кисерә. Ватан һағына киткән Илдусын өмөт ме­нән зарығып, һағынып көтә. Һуғышта төрлө хәлдәр булыуы ихтимал бит, бәлки, иҫәндер... Улы уның йөрәгендә йәшәй. Тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, бөтә яугирҙәрҙең, шул иҫәптә улының иҫән ҡайтыуын теләй әсә. Уның сабыр­лығына, ныҡлылығына, рух кө­сөнә хайран ҡалырлыҡ.
Хәтимә Бикташева күп балалы ҡатын ғына түгел, ул – ҡы­йыу ирҙең, патриоттың әсәһе лә! Уның тәрбиәһе арҡаһында илһөйәр, ысын ир-егет тәрбиәләнгән. Әсәлек батырлы­ғы – балаларына һөйөү һәм хәс­тәрлек кенә түгел, лайыҡлы тәрбиә биреү ҙә. Ул һәм уның кеүек әсәләр, ҡатындар улдары, ирҙәре кеүек рухи көслөләр, батырҙар.
Әлеге көндә Хәтимә әбей ба­лаларының, бигерәк тә күршелә генә йәшәгән улы Ғаяз менән килене Гөлнараның, мәрхүм булған Илдар улының ҡатыны Миләүшә килене һәм ейәндәренең хәстәрлеген, иғтибарын тойоп йәшәй. Шуныһы һө­йөнөслө, уның тормошон артабан дауам иткән барлығы ун ейән-ейән­сәре һәм һигеҙ бүлә-бүләсәре бар.
Ауылдың ағинәйенә һаулыҡ, балаларының, ейәндәренең һәм ауылдаштарының ихтирамын, иғтибарын тойоп йәшәүен теләйбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.

 

Автор: Миляуша Давлянова
Читайте нас