Беҙҙең районда ла шифалы ҡулдар тылсымына эйә булған кешеләр байтаҡ. Бөгөн шундайҙарҙың береһе тураһында бәйән итмәксебеҙ. Тиҫтәләгән кешеләргә сәләмәтлек өләшеүсе, киләсәккә ышаныс һәм көс өҫтәүсе сихри ҡөҙрәткә эйә булыусы, Ҡырмыҫҡалы ауылында көн итеүсе Роза Ғимранова тураһында күптән ишетеп белһәм дә, ошоға тиклем уның менән яҡындан танышыу форсаты теймәгәйне. Бына беҙҙе шундай яғымлы тауышлы, йәтеш кенә кәүҙәле, мөләйем ҡарашлы апай ҡаршы алды һәм түргә әйҙәне. Тәү ҡараштан ул миңә ниңәлер ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән кешене хәтерләтте.
1944 йылда Ҡарлыманбаш ауылында Әминә һәм Ғәйнулла Ғимрановтар ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә ул. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк һуғышҡа алынған атаһы ҡаты яранан һуң ҡулдары имгәнеп, йыл ярымдан тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға мәжбүр була. Улар тормош иптәше менән алты балаға ғүмер бирәләр.
- Ишле ғаиләлә өс малай һәм өс ҡыҙ тәрбиәләндек. Әле өсәүебеҙ генә – Робин һәм Ғиндулла туғаным менән иҫәнбеҙ, - ти Роза апай алыҫ үткәндәрҙе барлаған саҡта.
Әсәһенең: “Һиңә уҡырға кәрәк, аттестатыңда гел бишлеләр бит”, - тигән һүҙҙәренә лә ҡарап тормай, Иҫке Бәпес урта мәктәбен тамамлағас та, Роза Ғимранова Смоленка фермаһына һауынсы булып эшкә урынлаша.
- 1959 йылда өйөбөҙ янып киткәс, минең уҡырға кейеп барырлыҡ йүнле кейемем дә юҡ ине шул. Резинка итек, оҙон куфайка кейеп ҡалаға уҡырға бара алмайым бит. Ике йыл ғына эшләйем дә, уҡырға китермен, тип аңлаттым әсәйемә ул саҡта. Минең бәхеткә, 1961 йылда колхозсыларға эш хаҡын аҡсалата бирә башланылар. Уға тиклем улар “трудоденгә” генә йөрөнөләр. Шулай итеп ике йыл эшләнем дә, тағы өсөнсө йылға ла эшкә ҡалдым. “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” тигән ҡағыҙ биргәндәренә ҡыуанып ҡайтып әсәйемә күрһәттем. Комсомол йыйылышында маҡтанылар, тип тә өҫтәгәйнем, әсәйем: “Шул ҡағыҙға алданып, тағы эшкә ҡалдың, тиҙерәк уҡырға кит!” - тип ҡағыҙҙы йыртты ла ырғытты. Шунан колхоздан йүнәлтмә алып, киттем дә барҙым Өфөгә. Әҙерлек курсына уҡырға индем. Сафин Барый тигән ағай колхоз рәйесе ине ул саҡта. Ул беҙҙе, агроном Зәйнуллин Рәсил, ветеринар-табип Вәлиев Фаил менән өсөбөҙҙө уҡырға ебәрҙе. Өсөбөҙгә лә стипендия түләнеләр. Тырышып уҡыным, тик рус телен насарыраҡ белеү генә бер аҙ ҡамасауланы. Ҡапҡанан сыҡҡас та, рус теле кәрәк шул. 1-2-се курстарҙа уҡыу залынан сыҡманым тиерлек. Русса матур һөйләшкән студенттарға һоҡланып та, бер аҙ көнләшеп тә ҡарай инем. 3-сө курста уҡығанда әсәйем ятып сирләй башланы. Аҙна һайын уны мунса индерәйем тип ҡайтам да китәм. Ҡайтып еткәнсе ҡараңғы төшөп китә, Ҡарлыманбашҡа ҡайтып етә алмайынса, Ҡырмыҫҡалыла кешеләрҙә ҡунып сыҡҡан мәлдәр ҙә булды. Ул кешеләргә шул саҡта күрһәткән изгелектәре өсөн мәңге рәхмәтлемен. Һеңлем уҡыуына бара алмайынса, әсәйемде ҡараны, - тип күҙ йәштәре аша хәтерләй Роза апай ауырлыҡта үткән үҫмер һәм йәш саҡтарын.
Башҡорт дәүләт аграр институтын тамамлағас, Роза Ғәйнулла ҡыҙы Салауат исемендәге колхозға зоотехник булып эшкә урынлаша. Уға тиклем бында эшләгән баш зоотехник Фомичев Николай Владимировичҡа сикһеҙ рәхмәтле булыуын белдерә. Уның бик яҡшы, белемле, аңлы һәм изге күңелле кеше булыуын, зоотехник һөнәренең барлыҡ серҙәренә өйрәтеүен бер ҡасан да онота алмай. Ул саҡта райондың иң ҙур колхозының өс мең сусҡаһы, өс мең һарығы, өс мең эре малы, 478 аты булған.
Эш урынында яҡташы Риф Сәлихов менән танышып, ғаилә ҡоралар. Бер айлыҡ ҡына ҡыҙын ҡәйнәһенә ҡалдырып, эшкә сығырға мәжбүр була Роза апай. Яҙмыш аямай уны, бербер артлы төрлө ауырлыҡтарҙы ебәреп кенә тора. Шуға ҡарамаҫтан, Роза Ғимранова бар көсөн һалып йәшәргә тырыша, барыһына ла өлгөрә. Колхоз биргән бәләкәй генә өй урынына яңғыҙы ҙур өй төҙөп ултырта. Был эштә Робин менән Ғиндулла туғандары оло ярҙам күрһәтә.
Хеҙмәт юлында ла күп ауырлыҡтар, хатта, яуызлыҡтар менән осрашырға тура килә уға. Арыу уҡ йылдар колхозда эшләгәндән һуң һөт заводына мастер булып урынлаша, аҙаҡ колбаса цехында эшләп, хаҡлы ялға сыға. Намыҫлы хеҙмәте өсөн хөкүмәт тарафынан юғары Почет билдәләре, орден-миҙалдар менән бүләкләнә. Әммә, хаҡлы ялға сыҡҡас та тик ятмай, төрлө урындарҙа эшләп ала.
- Эш урыныңда һине тик яҡшы кешеләр генә уратып алһа, эшләгән дә беленмәй икән ул. Аллаһҡа шөкөр, ғүмер юлымда изге күңелле кешеләр барыбер күберәк булды, - ти ул тормош ауырлығына үртәлеүҙәре күп булһа ла.
Ҡыҙы менән икәүләшеп кенә донъя көтөүҙәренә ҡарамаҫтан, ике һыйыр тоталар. Ләйсән 3-сө кластан һыйыр һауырға өйрәнеп ала һәм әсәһенең ҙур ярҙамсыһы булып ҡына ҡалмай, мәктәптә лә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, Мәскәү финанс-сәнәғәт университетын уңышлы тамамлап, яҡшы урындарҙа эшләй.
Роза апай бала саҡтан дингә яҡын була. Өләсәһе – атаһының әсәһе Фәғилә Әхтәрйән ҡыҙының ҡысҡырып доғалар уҡығанын ишетеп, әсәһе менән бергә ураҙа тотҡанын күреп үҫә. Шуғалыр инде күңеле һәр саҡ дингә тартыла.
Үрҙә әйтеп үткәнемсә, Роза Ғимранованың ҡулдары шифалы. Был һәләттең уға ҡайҙан килеүе тураһында ла ҡыҙыҡһындыҡ.
- Әсәйем көнөнә өс тапҡыр 17 бейә һауҙы. Ҡулына ат типкән осраҡтар күп булды. Урманға утынға ла йөрөнө ул. Ҡулдарының ауыртыуына сыҙай алмайынса илай торғайны. Мин дә ҡушылып илайым, үҙем әсәйемдең ҡулдарын бер туҡтауһыҙ һыпырам. Шулай итеп бәләкәй саҡтан быуын ултыртырға өйрәнеп алдым. Аҙаҡ Өфөлә массаж буйынса курс үттем, - тине ул был хаҡта.
Ысынлап та, Роза апай үҙ ғүмерендә күптәрҙе аяҡҡа баҫтыра, һауыҡтыра. Быуыны сыҡҡан, ашҡаҙаны төшкән, балаға уҙа алмаған һәм башҡа сирҙәр менән күптәр уға мөрәжәғәт итә һәм шифаһын күргәс, бөтмәҫ-төкәнмәҫ рәхмәттәрен уҡый.
Тормош юлында күпте күреп, күпте кисерһә лә, ул бер ваҡытта ла кешеләргә ышанысын, күңел көрлөгөн юғалтамай. Бөгөнгө көндә ул Мәскәү ҡалаһында йәшәгән Ләйсән ҡыҙына бәхетле әсәй, кейәүенә аҡыллы ҡәйнә, ике ейәнсәренә һөйөклө өләсәй булып, барыһына шөкөр итеп, ғүмер йомғағын һүтә. Ураҙаһын да тота, намаҙын да уҡый, ил тыныслығы һәм балалар бәхете өсөн изге доғалар ҡыла. Һикһәнде уҙһа ла, ярҙам һорап килгән бер кешене лә кире бороп сығармай, шифалы ҡулы менән генә түгел, яғымлы һүҙе менән дә дауалай.
- Маңлайға яҙылғанды күрмәйенсә, гүргә кереп булмай. “Беҙ үҙебеҙ яҙып тыуабыҙ яҙмышты”, - ти радионан бер хәҙрәт. Юҡ шул, беҙ үҙебеҙ яҙып тыумайбыҙҙыр, тип уйлап ҡуйҙым, ул саҡта матурыраҡ яҙыр инек. Тәрбиә лә кешегә Хоҙайҙан бирелә. Яуыз кеше әсәһенән тыуғандан уҡ яуыз була тип яҙылған бер хәҙистә. Ҡайһылай булһа ла, Хоҙай яҙғанына, Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанына риза булып йәшәргә инде. Туғандарым ярҙамсыл булдылар, яңғыҙ икәнемде лә тойманым. Утынын хәстәрләп торҙолар, башҡа яҡтан да оло ярҙам күрһәттеләр. Донъяларыбыҙ имен булһын, һуғыш бөтһөн, ир-егеттәребеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһындар, - тип изге теләктәр менән оҙатып ҡалды беҙҙе Роза апай.
Ҡатмарлы тормош юлын үтеп тә, йәшәү көсө таба алған, ел-ямғырға бирешмәгән, эйелмәгән-бөгөлмәгән, шундай һоҡланғыс кеше менән танышып, аралашыу бәхете биргән өсөн беҙ ҙә Хоҙай Тәғәләгә мең рәхмәттәр уҡыныҡ. Барлыҡ изге теләктәр ҡабул булһын, донъяла ошондай изге күңелле күңелле кешеләр күберәк булһын!
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.
Ғашиҡмын шиғырҙарға!
Бала саҡтан шиғыр уҡырға, уны тасуири һөйләргә яратам. Башҡортостаныбыҙҙың барлыҡ шағирҙары минең яҡын туғандарыма әйләнеп бөткән кеүек.
Башҡорт телендә сыҡҡан район гәзите “Даирә”лә даими рәүештә баҫылған яҡташ шағирҙарыбыҙҙың ижадын бер тына ла уҡып сығам. Фирүзә Абдуллина, Рәғиҙә Дәүләтбаева, Ғәлимә Тимерғазина, Әлиә Рәхимова, Менәүәрә Ишҡарина, Рим Исхаҡов, Сажиҙә Әхмәҙиева, Мәрүәр Ишморатова һәм башҡа шиғри күңелле райондаштарымдың ижад емештәре бигерәк тә күңелгә ятышлы.
Бына бер көнө Ғафури районында тыуып үҫкән, әлеге көндә Белорет ҡалаһында йәшәүсе шағирә Зөлфирә Сөләймәнованың “Еҙемемә серҙәр һөйләйем” тип аталған шиғырҙар йыйынтығы ҡулыма килеп эләкте һәм бар донъямды биҙәне. Ошо китапты уҡып, үҙемдең сәләмәтлегемде арттырҙым тиһәм дә яңылыш булмаҫ.
Шағирә үҙенең тәүге биттәге “Башҡортостан” шиғырында тыуған республикабыҙға бөтмәҫ дан йырлаһа, “Берҙәмлектә – көсөбөҙ”ҙөң 18 юлында ап-асыҡ, дошмандар һоҡланырлыҡ, дуҫтар ғорурланырлыҡ итеп борон-борондан килгән дуҫлыҡ, ярҙамсыллыҡ хистәрен сағылдыра.
Белеүегеҙсә, мин яҙыусы ла, тәнҡитсе лә түгел, бары тик ябай шиғыр һөйөүсе. Үҙем, хатта, ике юллыҡ та шиғыр яҙа белмәйем. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ошо шиғыр китабына мөкиббән китеп ғашиҡ булдым һәм һеҙгә лә уны уҡырға тәҡдим иткем килә. Бындағы шиғырҙар тиҙ уҡыла һәм шулай булыуға ҡарамаҫтан, бер шиғыр бер романға торошло хистәр уята.
Мәҫәлән, “Туй күлдәге” шиғыры менән генә лә ул донъябыҙҙың үтә лә ҡатмарлы, мәшәҡәтле, хәүефле икәнен асып, әлеге ваҡыттағы илебеҙ тыныслығын боҙған ҡара эсле әҙәмдәргә ләғнәт уҡый. 54 куплеттан, 216 юлдан торған романдағы кеүек эстәлекле өс быуын кешеһен һүрәтләп, уларҙы күҙ алдына баҫтырып, өләсәйҙәребеҙҙе, әсәйҙәребеҙҙе, үҙебеҙҙе, балаларыбыҙҙы һәм ейәнсәрҙәребеҙҙе сағыштырыу аша шөкөрана ҡылып йәшәргә өйрәтә.
Яҡташ шағирыбыҙ Шәриф Бикҡолдоң да шиғырҙарын яратып уҡыйым мин. Ғөмүмән әйткәндә, илен, телен шундай итеп ҙурлап маҡтай алған, хатта, дүрт юл эсендә генә лә бар гүзәллекте, байлыҡты күрһәтеүгә ирешкән шағирҙар күп, әлбиттә. Шулай ҙа Рәми Ғарипов, Зөлфирә Сөләймәнова һәм башҡалар кеүек шағирҙар күңелдең иң нескә ҡылдарын тибрәтеп, мәңгелеккә хәтерҙә ҡала.
Рәхмәт, Һеҙгә, барлыҡ шағирҙарыбыҙ! Ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, һүрелмәһен, күңелегеҙ гел шулай йырлап торһон һәм артабан да ҙур ижади уңыштар юлдаш булһын!
Роза ҒИМРАНОВА.
Ҡырмыҫҡалы ауылы.