Ололар элек, бәләкәй саҡта ваҡыт - мүкәйләп, йәш саҡта - атлап, ә олоғайғас - йүгереп, ҡартайғас сабып үтә, ти торғайны. Ысынлап та, шулай. Мәктәптә эшләгәндә хаҡлы ялға киткән уҡытыусыларға ҡарап, мин дә ҡасан пенсияға сығам, тип көнләшә инем. Эшләмәй өйҙә ултырһам, балаларымды тәмле итеп ашатып, иремде яратып ҡына йәшәрмен, шул тиклем бәхетле булырмын кеүек ине. Бер нәмәгә өлгөрә алмай торғайным. Үҙемдең ғаиләмә ваҡытты күберәк бүлһәм, уҡыусыларға иғтибар етмәне. Мәктәптә оҙағыраҡ ҡалып эшләһәм, өйҙәгеләргә наҙ ҡалманы. Ирем түҙмәне, ике бала менән ҡалдырып, икенсе ҡалаға сығып китте. Эш менән булып, хатта уның китеүенә ҡайғырырға ла, юҡһынырға ла, уны кире ҡайтарырға тырышырға ла ваҡыт булманы. Тегенеһен тартып, быныһын этеп, етмәгәнен еткереп, ғүмер үткәнен тоймай ҙа ҡалдым. Тырышыуын тырыштым, әммә бер кем дә миңә яҡшы уҡытыусы булдың тимәне. Уның ҡарауы ҡыҙҙарымдың икеһе лә йыш ҡына: “Әсәй, бәләкәй саҡта һин беҙҙе гел әрләп тик йөрөнөң”, - ти.
Ни эшләп әрләнем икән, тип аптырайым хәҙер. Икеһе лә тыңлаусан, күндәм булды. Яңыраҡ кесеһе: “Кеше балаһын уҡыттың, беҙҙе юҡ”, - тине. Ысынлап та, үҙем дәрескә әҙерләнеп төнгә тиклем ултыра торғайным, ә ҡыҙҙарымдың өйгә эшен бер тапҡыр ҙа эшләшеп ултырғанымды, уларға яратыуымды белдереүемде иҫләмәйем. Олоғайған һайын улар миңә ҡәтғиерәк, талапсаныраҡ була барған һымаҡ тойола. Фатирымды һатып, кесеһенә Өфөнән алырға ярҙам итеп, өс йыл бергә йәшәгәйнек, мине артыҡ күрә башланылар. Бәләкәй ҡалала ҡуртым хаҡы арзаныраҡ бит, бер ҙә уйламаған Мәләүезгә килеп йәшәп ятам әле.
Эш, карьера тип, балағыҙға һөйөүегеҙҙе йәлләмәгеҙ. Минең кеүек булмағыҙ...
Замира ТУТАЕВА.
(Исеме үҙгәртелде)
https://kungak.ru/news/y-m-i-t/2025-09-23/artly-ta-la-b-het-k-r-k-ik-n-4398036