Күркәм йорттоң ихатаһына ингәс, унда оло кеше йәшәй икән тип уйламаҫһың да. Урамда уҡ төрлө сағыу сәскәләр күҙҙе ҡамаштырып ҡаршы алды. Ә өй эсендә зауыҡлыҡ, бөхтәлек. Хужабикәне күреү тағы ла һоҡландырҙы: беҙҙе ҡупшы күлдәк кейгән, матур ап-аҡ яулыҡтағы инәй ҡаршы алды. Әйтерһең, ҡунаҡ көткән. Бөхтә инәй һәр саҡ өй эсендә лә шулай матур кейемдә йөрөй икән.
Ул үҙе һалған йортонда матур итеп ғүмер кисерә. Зауыҡ менән ҡоролған донъяһына һоҡланып туймаҫлыҡ. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, төҫ ташламаған был мөләйем әбейгә ҡарап, һис тә үҙ йәшен биреп булмай.
Нәғимә Рәхимова Сахай ауылында һуғыш башланған 1941 йылдың 26 ноябрендә донъяға килә. “Атайым һуғышҡа киткәндә тыумай ҡалғанмын. Ул 45 көнгә тип кенә китеп, һәләк була. Ғаиләлә бер генә бала инем. Әсәйем башҡаса тормошҡа сыҡманы”, - тип һөйләне ул. Башҡа йәштәштәре кеүек иртә колхоз эшенә егелә. Ун биш йәштән фермала һарыҡтар ҡарай, йәйҙәрен ырҙын табағында иген елгәрә, “Заготзерно”ла иген бушата. Тирә-яҡ ауылдар бер колхоз булып эшләйҙәр. Шулай эш осоронда буласаҡ тормош иптәше Әсхәт менән таныша. Ҡустығол ауылы егете егерме йәше лә тулып өлгөрмәгән ҡыҙҙы бик оҡшатып, урлап алып ҡайта. Нәғимә Нәжип ҡыҙы ошо ауылға килен булып төшөп, ғүмерлеккә төпләнеп ҡала. Бында фермала һыйырҙар һауа, баҫыуҙарҙа сөгөлдөр үҫтерә.
Ғаилә яңы ҙур йорт һалып сыға. Ир мал табыусы, ә ҡатын дөйөм мәнфәғәт өсөн хеҙмәт итһә лә, ғаилә усағын һаҡлаусы уңған хужабикә лә. Аш-һыуға бик оҫта, уның бешергән ризыҡтары телеңде йоторлоҡ. Тормош иптәше менән татыу ғүмер итеп, биш балаға ғүмер бирәләр. Улар тормошто яратырға өйрәнеп, лайыҡлы тәрбиә алалар. Ғаилә башлығы механизатор булып эшләй. Матур итеп тырышып йәшәп көн иткәндә ҙур фажиғә килеп сыға. Ҡатын эштә, өс бала мәктәптә саҡта, өйҙә янғын сыға. Был саҡта ир арып йоҡоға тала, өйҙә ике һәм биш йәшлек сабыйҙар ҙа була. Балалар уттан ҡурҡып, шкаф эсенә ҡасалар. Шунан биш йәшлек Миңлейәр туғаны Илфизәне шкафтан тышҡа алып сығып китә. Ауылдаштары янған өй эсенә килеп ингәндә ир төтөнгә тонсоғоп үлгән була. Ә балалар ғүмерҙәре бөтмәгәс, мөғжизә менән тигәндәй, иҫән ҡалалар. Йорт янып бөтөп юҡҡа сыға. Тол ҡалған 38 йәшлек ҡатын биш бала менән урамда ҡала... Был ваҡытта иң өлкәне Әлмираға 16 йәш, төпсөгө Илфизәгә ике йәш кенә була.
- Тыуған ауылыма ҡайтып китергәме икән тип тә уйланым, бер өй ҙә ҡарап ҡуйғайным. Иремдең туғандары яҡшы булғанлыҡтан, китмәҫкә ҡарар иттем. Улар утын-бесән килтерергә ярҙам итте. Малдан ҡалманым, үҙем дә салғы менән бесән саптым. Һаламын колхоз бирҙе. Балаларым тырыш, аҡыллы ине. Ололары бар эштәрҙе башҡарышты, туғандарын да ҡарашты. Тәүҙә ҡәйнәмдә йәшәнек, шунан дүрт ай эсендә яңы төҙөгән йортобоҙға күстек, - тип хәтирәләрен барлап, үткәндәргә әйләнеп ҡайтты уҙаман.
Нәғимә Рәхимова улдарының өсөһөнөң дә армия сафында хеҙмәт итеүен ғорурлыҡ менән телгә алды. Алик Афғанға эләгә. Ул, әсәһен ҡайғыртмайым тип, ҡыҙыу нөктәлә икәнен әйтмәй. Әлеге көндә Янғантауҙа йәшәй. Варис һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итә. Ул тәүҙә Владивостокта, әле Мәскәүҙә тора. Миңлейәр Алкинда армияла була. Ул тыуған ауылында йәшәй. Ә ҡыҙҙарҙан Әлмира Екатеринбург ҡалаһында, Илфизә Бишауыл-Уңғарҙа донъя көтә. Балалары әсәһен һөйөндөрөп йәшәйҙәр, барыһы ла эштәрендә абруйлы хеҙмәткәрҙәр, ғаиләләрендә һөйөклө тормош юлдаштары, атай һәм әсәй, хәҙер инде олатай һәм өләсәйҙәр.
- Әсәйебеҙ һәр саҡ сабыр, тырыш булды, тәртип яратты. Әле лә ул үҙ ҡулдары менән сәскәләр, гөлдәр ултырта. Аш-һыуға ла оҫта кеше. Уның бешергән ҡамыр аштары күпме туйға китте! Ғүмер буйы мал тотто. Бер нисә йыл элек кенә сәләмәтлек хәле буйынса бөтөрҙө, – тип һөйләп алды ҡыҙы Әлмира. Әйткәндәй, Әлмира әсәһе операция үткәргәндән һуң уға күҙ-ҡолаҡ булырға ҡайтҡан.
Нәғимә Нәжип ҡыҙының тормошонда бик ауыр ваҡыттар була, әммә ул һынауҙарҙы лайыҡлы үтә. Артабан яңғыҙы яңы йорт һалдыра, уны үҙ ҡулдары менән бүлә. Балаларын кеше итәм тип тырыша. Әлеге көндә бәхетле ҡартлыҡ кисерә.
Нигеҙҙе һыуытмай, ире тураһында яҡты иҫтәлектәрҙе ҡәҙерләп һаҡлап, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең килеүен көтөп ала. Ун ике ейән-ейәнсәрҙең һәм өс бүләр-бүләсәрҙең шатлыҡтарын күреүенә һөйөнөп, яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтендә, ҡыуаныстарына төрөнөп, ауылдаштарына өлгөлө ағинәй булып йәшәй. Нәғимә инәй менән һөйләшкәндә уның сабырлығына, баҫалҡылығына, тыйнаҡлығына, иплелегенә һоҡландым. Ауырлыҡтарҙы ла нәҡ ошо сифаттары менән дә, моғайын, баҫҡандыр.
Һәр саҡ хәрәкәттә булырға тырыша ул. Әлеге көндә көн һайын скандинав атлауы менән йөрөй. Элек көнөнә 10-12 мең аҙым атлаһа, яңыраҡ операция кисергәс, 6 мең аҙым яһай икән. Яҡташыбыҙ бәләкәйҙән дингә тартыла, доғалар ятлай. Дин тотҡан ҡартатайым өйрәтте, ти ул. Хәҙер Нәғимә Рәхимова биш тапҡыр намаҙ уҡып, күңеленә рәхәтлек ала, донъяһын иман нуры менән балҡыта. Тормошона ҡәнәғәт булып, Хоҙайға рәхмәттәр уҡып, балаларына бәхет, донъялар тынысланыуын теләп йәшәй.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.