Бөтә яңылыҡтар

Эше һәм ғаиләһе менән бәхетле

Бер коллективта эшләйһең, бер нисә йылдар дауамында көн дә тиерлек күрешеп тораһың, бәхетле кеше был тип уйлайһың уның тураһында, әммә ошо бәхетле тормошҡа илткән юлдың һикәлтәләре, борма юлдары хаҡында бер нимә лә белмәйһең, ғәҙәттә.

Эше һәм ғаиләһе менән бәхетле
Эше һәм ғаиләһе менән бәхетле

Бөгөнгө һүҙем шундай хеҙмәттәштәрем­дең береһе – оҙаҡ йылдар Ҡырмыҫҡалы мәғлүмәт үҙәгендә бухгалтер вазифаһын үтәүсе, ошо көндәрҙә намыҫлы хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған Фәнисә Бакирова ту­раһында булыр.

Фәнисә Әхмәт ҡыҙы Арыҫлан ауылында Мөхәмәтшиндарҙың дүрт балалы ғаиләһен­дә өсөнсө бала булып донъяға килә. Яҙмыш тигәнең уны ете йәшендә генә әсәйһеҙ ҡал­дырып, әсә һөйөүенән, наҙынан мәхрүм итә. Етемлектең ауыр мәлдәрен күп таты­рға тура килһә лә, тырыш ҡыҙ Шайморатов ауылына йәйәүләп йөрөп, урта мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлай һәм тәүҙә Ҡырмыҫҡалы һөнәрселек училищеһында, һуңынан Йоматау техникумында бухгал­тер һөнәрен үҙләштерә. Дәүләт статистика бүлегенең Ҡырмыҫҡалы филиалында, рай­ондың һыу үткәреү идаралығында эшләп, ҙур тәжрибә туплаған белгес 1990 йылда ул ваҡытта “Хеҙмәт даны” тип аталған район гәзите редакцияһына эшкә килә һәм бө­гөнгө көнгәсә үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ танылыу ала. Бында эшләгән дәүерҙә уға төрлө ҡатмарлыҡтар менән осрашырға тура килә. Мәҫәлән, 90-сы йылдар башын­дағы илебеҙҙә барған иҡтисади көрсөк осоронда юғалып ҡалмайынса, район гә­зите редакцияһы етәкселеге менән бер­лектә үҙҙәрендә үк типография булдырып, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡтарын һаҡлап алып ҡалыуға ирешәләр. Заман техноло­гиялары алға китеп, барлыҡ эш компьютер ярҙамында башҡарыла башлағас та, Фә­нисә Әхмәт ҡыҙы иң тәүгеләрҙән булып компьютер программаларын үҙләштерә һәм ең һыҙғанып яратҡан эшен дауам итә. Ҡырмыҫҡалы мәғлүмәт үҙәгенең барлыҡ күрһәткестәр буйынса алда барыуында ла, төрлө ойошмалар менән мәғлүмәти хеҙмәттәшлектең яйға һалыныуында ла Фәнисә Бакированың өлөшө ҙур. Белгән эш беләкте талдырмай тип редакцияла 35 йыл эшләү дәүерендә ул үҙен юғары ком­петентлы белгес итеп күрһәтеүгә өлгәшә. Хеҙмәттәштәренең маҡтау һүҙҙәре, төрлө һорауҙар менән һәр саҡ уға кәңәш һорап килеүҙәре, юғары кимәлдәге күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары ла был турала күпте һөйләй.

Эше менән генә түгел, ғаиләһендә лә бәхетле Фәнисә Әхмәт ҡыҙы. Хәләле Фила­рит Хөрмәт улы менән матур ғаилә ҡороп, ике балаға ғүмер, тәрбиә һәм белем биреп, оло тормош юлына сығаралар. Атай-әсәй һөйөүенә, наҙына төрөнөп үҫкән балалары күңеленә ятҡан һөнәргә эйә булған, үҙҙәре­нең ишен табып, матур ғаиләләр ҡороп, балалар үҫтерә. Ҡыҙҙары Гөлүзә ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй, һөнәре буй­ынса эшләй. Уның улы Руслан Өфө фән һәм технологиялар университетының ма­гистратураһында белем ала.

Айҙар Филарит улы район хакимиәтен­дә эштәр идарасыһы булараҡ яуаплы вази­фа биләй. Ошонда уҡ торлаҡ программа­ларын тормошҡа ашырыу секторы мөдире булып эшләүсе тормош иптәше Эльвина Вәсим ҡыҙы менән ике ҡыҙ үҫтерәләр. Са­фина менән Айлина Ҡырмыҫҡалының 2-се мәктәбендә уҡый.

Хеҙмәттәшем менән әңгәмә аҙағын­да “Һеҙ үҙегеҙҙе бәхетлемен тип әйтә алаһығыҙмы?” тигән һорау бирҙем.

- Әйтә алам, әлбиттә. Һәр яҡтан терәк булған ғаиләм һәм яратҡан эшем бар. Һөй­гән йәрем менән бәхетле ғаилә ҡороп, 50 йылға яҡын татыу ғүмер иттек. Матур ғаиләлә балалар үҫтереп, уларға юғары бе­лем бирергә хыялландым. Аллаға шөкөр, ошо хыялдарымдың барыһы ла тормошҡа ашты. Байрам көндәрендә ғаиләмде табын артына йыйып, уларҙы тәмле бәлештәр менән һыйлауҙан ҙур ҡәнәғәтлек һәм күңел рәхәтлеге кисерәм. Әлбиттә, ошо бәхетле тормошома илткән юлда төрлө һикәлтәләр ҙә, һынауҙар ҙа осраны, әммә мин уларҙың барыһын да лайыҡлы үтә алдым. Ғаилә именлеген, бәхетен һаҡлауҙа күп нәмә ҡа­тын-ҡыҙҙан тора шул, - тигән яуап алдым.

Эйе, һәр кем үҙ бәхетен үҙе ҡора, алдына ҡуйған маҡсаттарына ирешә, хыялдарын тормошҡа ашыра. Фәнисә Әхмәт ҡыҙы ла ошо бәхетенә ирешер өсөн күп көс һалған. Тик тормош тигәнең аяуһыҙ шул. Бер йыл элек тормош иптәше Филарит Хөрмәт улы оҙайлы сирҙән һуң яҡындарын ауыр ҡай­ғыларға һалып, баҡыйлыҡҡа күскәс, Фә­нисә апайҙың ошо түп-түңәрәк кенә бәхет­ле донъяһының бер сите кителеп төшә...

Бәхетен тырыш хеҙмәттә, татыу ғаиләлә тапҡан Фәнисә Әхмәт ҡыҙын Хоҙай Тәғәлә ошо булған бәхетенән генә айырмаһын, уға киләсәктә тик бәхетле, яҡты көндәр генә юлдаш булһын!

Розалия НАЗАРОВА.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: