Бөтә яңылыҡтар

Йәшәү ҡомары һүнмәһен!

Ҡайһы саҡ үҙ тормошоңдо лайыҡлы баһалау өсөн бары тик тирә-яҡҡа күҙ һалырға ғына кәрәк. Шул саҡта күптәрҙең тормошо һинекенә ҡарағанда күпкә ҡыйыныраҡ икәнен аңлайһың. Ә ҡайһылар тыуғас та уҡ еңел булмаған яҙмышҡа дусар була һәм уларға ғүмер юлдарында бик күп һынауҙар аша үтергә тура килә.

Йәшәү ҡомары һүнмәһен!
Йәшәү ҡомары һүнмәһен!

Олокүл ауылында донъя көтөүсе 62 йәшлек Евдокия Гор­шенинаның тормошо ошоларға дәлил булып тора. Ул был яҡты донъяға ике ҡулһыҙ тыуған. Был кеше ғәҙәти тормош көтөүҙән мәхрүм ҡалған тип уйларға була тәү ҡараштан. Шулай булмаһа яраған! Рухы һынмаған уның, һау-сәләмәт, бөтә ағзалары теүәл булған ҡайһы берәүҙәрҙән дә йәмлерәк донъя көтә ул!

Һөйләшелгән ваҡытта за­манса, иркен, зауыҡ менән йыйыштырылған фатирҙа һөй­мәлекле һылыу ҡатын ҡаршы алды. Беҙҙең килерҙе ишетеп, ярҙам кәрәк булһа тип бер туған апаһы ла ашығып килеп еткән уның янына. Күптән бер-бе­ребеҙҙе белгән таныштар кеүек осрашып, Евдокия Ивановна менән йәнле әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Үҙебеҙҙең Башҡортостан­да минең кеүектәргә махсус интернат булмағанлыҡтан, ете йәшемдә Орлов өлкәһендәге мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн балалар йорто-интерна­тына йүнәлтмә бирҙеләр. Унда 9-сы класты тамамлағас, тыуған йортома, әсәйем янына ҡайт­тым. Һуңыраҡ Ҡарлыман стан­цияһынан үҙемә ошо фатирҙы бирҙеләр. Пенсия алыр өсөн бер йыл стаж кәрәк тигәстәр, бала­лар ҡараным. Артабан да туған­дарымдың, күршеләрҙең бала­ларын ҡараштым. 2016 йылда әсәйем мәрхүм булғас, яңғыҙым донъя көтәм. Аллаға шөкөр, туғандарым, күршеләрем һәм үҙем ҡарап үҫтергән уларҙың балалары мине бер ҡасан да ярҙамдарынан ташламай. Соци­аль хеҙмәткәр ҙә килеп йөрөй, - тип ҡыҫҡаса ғына таныштырҙы ул үҙенең еңел булмаған, һикәл­тәле тормошо менән.

Евдокия Горшенина ҡул­дарым юҡ тип бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелеп ултыр­май, бар эштәрҙе аяҡтары ярҙа­мында башҡара. Хатта, бәйләй ҙә! Ул бәйләгән ултырғыс яп­малары, семәрле шәлдәр күҙҙең яуын алырлыҡ.

- Тормош барыһына ла өй­рәтә, бөтә нәмәгә яраҡлашырға тура килә. Ауыҙым ярҙамында яҙам. Үҙем бәйләгән әйберҙәрҙе таныштарыма бүләк итәм. Ҡыуанып ҡабул итәләр, - ти ул был турала.

- Бөтә эштәрҙе лә тиерлек үҙе эшләй. Керен дә, иҙәнен дә йыуа. Күршеләргә рәхмәт инде, беҙ килеп өлгөрә алмаһаҡ, улар ярҙам итә. Кешеләр менән ара­лашырға ярата, йырлай ҙа, бейей ҙә. Уның менән һәр ваҡыт күңелле. Тыуған көндәрҙә һәм башҡа байрамдарҙа беребеҙҙе лә бер ҡасан бүләкһеҙ ҡалдырмай, - тип әңгәмәгә ҡушыла апаһы Надежда Мокан.

- Олоғая килә аяҡтар менән эшләүе ауырға төшә, әлбиттә. Элек аяҡтарым менән биҙәнә лә торғайным. Шулай ҙа биреш­мәҫкә тырышам, сөнки яңғыҙ түгелмен, ярҙам итерлек яҡын­дарым бар. Мине бер ҡасан да ярҙамдарынан ҡалдырмаған­дары өсөн барыһына ла сикһеҙ рәхмәтлемен. Туғандарымдың балалары бәләкәй булған саҡта, уларға пинеткалар бәйләнем. Тәүҙә энә менән бәйләргә өй­рәндем, һуңынан ырғаҡ менән бәйләй башланым. Берҙә генә тик ятырға яратмайым, үҙемә берәй шөғөл табып торам. Бала­лар килһә, улар менән бергә төр­лө рецептар буйынса бешеренә­беҙ, ҡышҡылыҡҡа емеш-еләк әҙерләйбеҙ, йәшелсә тоҙлайбыҙ. Шулай уҡ телефонда йәки ноут­букта интернетҡа инеп, донъя яңылыҡтары менән танышам, интернатта бергә уҡыған дуҫта­рым менән аралашам, - тип да­уам итә һүҙен Евдокия Горше­нина.

- Ошо йорт төҙөлөп бөткәс тә, күрше булып килдек. Шунан бирле бына хәҙер инде 40 йыл­лап татыу йәшәйбеҙ. Күршем бик яҡшы, алсаҡ һәм күңелсәк кеше, күпте белә. Кәңәш кәрәк булһа, уға йүгереп киләбеҙ. Ул­тырғыстарыма әллә күпме япма бәйләп бирҙе. Шулай уҡ шәл­дәр, тапочкалар бәйләй. Бөтә ағзаларым теүәл булып та мин улай бәйләй белмәйем, - тине хәл белергә ингән күршеһе Ири­на Липатова.

Ике ҡулһыҙ булыуына ҡара­маҫтан, бер нимәгә лә зарлан­май Евдокия Ивановна. Бер һүҙ менән әйткәндә, оптимист. Шу­лай ҙа, ҡайһы саҡ инвалидтар өсөн үткәрелгән байрамдарға саҡырырға онотоуҙарына, һай­лау ваҡытында йортона кил­мәүҙәренә бер аҙ күңеле төшөүе хаҡында белдерҙе ул.

Көслө рухлы әңгәмәсем мөмкинлегенә ҡарап, хәленән килгәнсе үҙе лә башҡаларға ярҙам итергә тырыша. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға үҙенең пенсия аҡсаһын бүлә, күстәнәстәр алып ебәрә. Интернатта бергә үҫкән, әлеге көндә ҡарттар йортонда йәшәргә мәжбүр булған әхирәт­тәренә лә аҡса, посылка һала.

- Биргән кешегә, Аллаһ үҙе бирә. Күпте күрҙек, күпте ки­серҙек, шулай ҙа бирешмәнек, сыҙаныҡ, сыныҡтыҡ. Йәй­ге каникулдарҙа ғына ҡайтып йөрөгән интернат тормошон хәтерләһәң, илағы килә. Ба­рыһы ла артта ҡалды. Шөкөр, йәшәүе күпкә еңелерәк. Йылы, таҙа йортом булыуына ҡыуанып бөтә алмайым. Теләгең булһа, барыһын да һатып алырға була, сәләмәтлек кенә ҡаҡшамаһын, - тине Евдокия Ивановна хуш­лашҡан саҡта.

Ихлас күңелле, эр­гә-тирәһендә уратып алған бар нәмәнән тик матурлыҡ һәм из­гелек кенә күрә белгән, йөҙөнән нур бөркөлөп торған, ҡулһыҙ булһа ла, ҡайһы бер ике ҡуллы­ны алыштырырлыҡ кеше менән танышыуыма шатмын. Артабан да шулай йәшәү ҡомары һүн­мәһен!

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Фотола: Евдокия Горшенина (уртала, үҙе бәйләгән шәлде ябынған) апаһы һәм күршеһе менән.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: