Биш йыллыҡ ғаилә тормошон бер юҡ ҡына сәбәп менән һыҙып ташлап булһа икән!.. Терһәк яҡын да, хәҙер тешләп кенә булмай шул. Үҙ ҡулым менән ғаиләмде емерҙем дә хәҙер хатамды төҙәтә алмай интегәм. Нишләргә миңә, кәңәш бирегеҙсе. Иремде нисек кире ҡайтарырға?
Һәр ғаилә лә һүҙгә килеүҙәр, кем баш икәнен билдәләргә маташыуҙар, үҙеңә нисек кәрәк шулай йәшәргә тырышыу кеүек һынауҙарҙы үтәлер. Беҙҙең ғаиләлә был оҙаҡҡараҡ һуҙылды, буғай. Мин ғаиләбеҙҙә үҙем теләгәнсә генә тәртип булдырырға тырыштым, ә Илнур – үҙенсә. Бер-беребеҙгә баш бирмәнек. Бөтә нәмәлә л ҡапма-ҡаршы фекерҙә була инек. Ҡайҙа ял итергә барырға, ҡайһы райондан фатир алырға, ял көндәрен ҡайҙа уҙғарырға... Бала тыуғас, уға исем һайлау, ҡайһы балалар баҡсаһына бирергә, ниндәй түңәрәккә йөрөтөргә, ниндәй спорт түңәрәгенә бирергә тигәнерәк мәсьәләлә гел талашыу-тартҡылашыу килеп тыуҙы. Туғандар, дуҫтар беҙҙең шулай йәшәгәнде белмәй ҙә ине, тышҡа сығарманыҡ. Ләкин был ғаиләлә бергә килешеп йәшәп булмаҫтай сәбәпкә әйләнә башланы. Икебеҙ ҙә юрғанды үҙебеҙгә тарта инек. Бер генә фекергә килгәнебеҙ ҙә булманы, һәр кем үҙенсә эшләне.
Сираттағы һүҙгә килеүебеҙ Илнур дуҫтарын ҡунаҡҡа саҡырыуҙан башланды. Минең шәмбегә үҙ планым бар ине. Ә ул тап ошо көнгә ҡунаҡҡа саҡырған булып сыҡты. Йәнәһе лә, йәкшәмбенән һуң иртәгеһенә эшкә барыу ауыр буласаҡ. Ә мин бараһы еремә алдан һөйләшеп ҡуйғайным. Илнур был хаҡта белә ине. Минең ҡаршы булырымды белеп тә уларҙы ҡунаҡҡа саҡырған. Мине тыңларға, ишетергә теләмәне. Шунлыҡтан теләһә нимә эшлә, тинем дә баламды алып сығып киттем.
Ял үтеп китте. Илнур беҙҙе алырға килмәне. Ике көн көттөм дә, үҙем ҡайтырға булдым. Илнур эштән һуңлап ҡына ҡайтты. “Ярай һеҙ ҡайтҡас”, - тине лә кейемдәрен йыя башланы. “Нимә эшләйһең? Яңы ғаилә таптыңмы? Китәһеңме?” - тип кәмһетергә теләүемә лә яуап бирмәне. Улын барып ҡосаҡланы ла сығып китте. Тәүҙә уны командировкаға киткән икән, тип уйланым. Бер аҙна үтте, Илнур ҡайтманы. Ғорурлығымды ситкә ҡуйып, шултыратырға булдым. “Улың көтә һине, ҡасан ҡайтаһың?”, - тинем. Ә ул: “Беҙгә айырым йәшәү яҡшыраҡ булыр”, - тине. Ирем мине һынай ғына икән, тип уйлауым дөрөҫ булманы. Ҡыҙғаныс. Сабырлығы бөткән булған. Бер ялда килеп улын театрғға алып китте. Ҡайтҡас улым улар менән бер апайҙың да булыуын һөйләне. Шул ваҡытта ғына хаталанғанымды аңланым. Иремде артыҡ оҙаҡ һынағанмын, сабырлығын оҙаҡ тикшергәнмен. Сит ҡатын-ҡыҙ тураһында ишеткәс, Илнур менән яңынан мөнәсәбәтебеҙҙе көйләргә тырыштым. Сәбәп табып үҙебеҙгә саҡырам, тәмле ризыҡтар әҙерләйем. Ҡаршы бер нәмә лә өнләшмәйем, уның менән риза булырға тырышам. Ләкин ул минең менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай ине. Ике ай шулай йөрөй торғас, Илнур айырылышырға тәҡдим итте. Мин әле лә уның өсөн көрәшергә әҙер инем, ләкин был һүҙҙәре мине көсһөҙ итте. Тағын киреләнә был, тип уйламаһын, бәлки, мине юғалтҡас, ҡәҙеремде белер, тип уйлап, ризалығымды бирҙем. Бына хәҙер ай ярым инде ул теге ҡыҙ менән йәшәй. Бергә ял итергә барып ҡайтҡандарын ишеттем. Әрләндем дә, үпкәләнем дә. Ниңә көрәшмәне һуң ул ғаиләһе? Беҙҙән шул ҡәҙәр туйған инеме һуң ул? Әллә сығып китер өсөн сәбәп кенә кәрәк булғанмы? Бәлки, ул ҡыҙ менән күптән осрашып йөрөгәндер. Ул ҡыҙ ҙа Илнурҙы ғаиләһенән айырып, үҙ бәхетен ҡорорға теләгәнме икән? Балаһы, ҡатыны булған ирҙең кризис осорон һағалап ҡына тороп ул уны үҙенә алған бит! Беләһегеҙме, мин хәҙер үҙем түбәнһенеп кенә Илнурға үҙем шылтыратам. Быға ҡәҙәр шулай булғаным өсөн ғәфү үтенәм, кире ҡауышырға саҡырам. Ләкин улар икеһе лә минән көләләр генә. Был да мине борсомай, баламдың атаһын кире ҡайтарғым килә, ирремде кире ҡайтарғым килә. Уларҙың бергә бәхетле йәшәүен уйлаһам, бер нәмәгә лә ҡарамай, иремде кире ҡайтарғым килә. Йөрөп туйыр ҙа, кире ҡайтыр, тип өмөтләнәм. Үҙгәрергә лә, уныңса йәшәргә лә ризамын, тик ҡайтһын ғына... Кешенең ҡәҙерен белер өсөн ни өсөн миңә шул сиккә еткерергә кәрәк булды икән миңә? Кәңәштәрегеҙҙе бирегеҙ, зинһар өсөн. Иремде кире ҡатарырға ярҙам итегеҙ миңә, зинһар!
Гөлнәзирә.
https://shonkar.com/articles/b-kh-s-alma-y/2025-02-10/ulym-men-n-ail-mde-emer-em-d-4114937