Краснокама районының Раздолье ҡасабаһы янында бөгөн 10 пассажиры һәм кондуктор менән ПАЗ ауған. Автобус Нефтекама - Ҡарман маршруты буйынса хәрәкәт иткән. Ике пассажирға медицина ярҙамы кәрәк булған. ПАЗ-дың кюветҡа осоп китеүенең яҡынса сәбәбе – водитель автобусҡа идараны юғалтҡан. Авария урынында юл полицияһы эшләй. Ашығыс ярҙам килеп еткән, йәрәхәтләнгән кешеләр Нефтекама дауаханаһына оҙатылған. Башҡа пассажирҙар тәғәйенләнгән урынға икенсе автобуста йүнәлгән, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Пассажирҙар транспорты менән юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереүҙе Башҡортостан прокуратураһы һәм тәфтиш комитеты башлаған.
Фото: МЧС.