Әсәйем баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң, мине гел уның кеүек оло йәштәге инәйҙәр үҙенә тарта. Ундайҙар менән туҡталып иҫәнләшеп кенә түгел, хәбәрҙәрен дә тыңлап китәм.
Ҡасандандыр инде, теүәл генә әйтә алмайым, беҙҙең күрше йортта ауылдан килгән бер инәй күренә башланы. Сәбилә исемле ҡатындың күҙҙәре үткер, зиһене асыҡ, ҡолаҡтары яҡшы ишетә, өҫтө-башы ҡараулы, таҙа - күренеп тора: тәрбиәле ғаиләнән. Тик бөтәһе лә яҡшы кеүек күренгән был ҡатындың да үҙ уйҙары, хәсрәттәре бар икәнлеген ул түбәндәгеләрҙе һөйләгәс кенә аңланым.
"Ирем менән ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерҙек. Хәлебеҙҙән килгәнсә тырыштыҡ инде уларҙы кешенән кәм итмәҫкә. Ауылда ни эш булмағас, күп итеп мал аҫрап, шуның аҡсаһы менән өсөһөн дә уҡытып сығарҙыҡ. Хәҙер, Аллаға шөкөр, һәр ҡайһыныһы ғаиләле, үҙ алдына донъя көтә, балалар үҫтерә. Улар өсөн күңелем тыныс.
Ике йыл элек алтмыш йылға тиклем бергә ғүмер кисергән йәмәғәтемде ер ҡуйынына тапшырҙыҡ. Бына шул ваҡыттан үҙемдең күңел бер ҙә толҡа тапмай... Икенсе йылына уҡ бөтә мал-тыуарҙы бөтөрөп, өйҙө бикләп, ҡалала йәшәгән ҡыҙым менән кейәү эргәһенә күсеп килдем. Күсеп тигәс тә, иң кәрәкле, яратҡан әйберҙәремде генә алдым инде. Ейәнсәрем менән бер бүлмәлә үҙемә бер мөйөш булдырып, әйберҙәремде һалырға шкаф та биреп ҡуйҙылар. Ҡыҫынҡыраҡ булһа ла, йәшәү шарттары үҙемдең ауыл өйөнөкөнә ҡарағанда күпкә яҡшы, әлбиттә. Көндөҙ кем эшкә, кем уҡыуға сығып китә. Яңғыҙым фатирҙың бер яғынан икенсе яғына йөрөштөрәм, үҙемсә йыйыштырған булам, ҡайтыуҙарына тамаҡтарына әҙерләргә тырышам. Үҙемсә хәлдәрен еңәләйтәм, йәнәһе. Тик был ярҙамым оҙаҡҡа барманы. Бер аҙ ваҡыттан һуң ҡыҙым: "Әсәй, тамаҡҡа үҙем бешерермен, һин һыуытҡыстан алып ҡына ҡуй", - тине. "Ҡайтыуығыҙға әҙер булһа, насармы ни?" "Юҡ та, кейәүеңә һинең бешергәнең оҡшамай" тимәһенме! Эй ауыр ҡабул иттем был хәбәрен, икенсерәк итеп еткерһә лә булыр ине, тип ҡыҙыма асыуландым, ә инде кейәү менән бүтәнсә аралашҡым да, күргем дә килмәне.
Был турала бер килгәнендә икенсе ҡыҙыма һөйләгәйнем, әйҙә, беҙгә барып йәшә, тип алып ҡайтып китте. Ул ҡыҙы менән икәүҙән-икәү тора, тик фатирҙары бәләкәй. Уларға төндә минең бәҙрәфкә тороуым оҡшаманы, ни тиклем шым йөрөргә тырышһам да, йоҡоларын бүләм шул - быны үҙем дә аңлайым. Күптән кискеһен сәй ҙә эсмәйем, шулай булһа ла, төндә уяндырта ла шул яҡҡа барғы килә, ни хәл итәйем һуң... Балаларым иғтибарлы, хәстәрлекле ул, тауыш күтәреп тә һөйләшмәйҙәр ҙә бит, тик үҙем һәр иҫкәрмәне ауыр ҡабул итәмме, белмәйем. Ә күңелем гел ауыл яғына тартып тик тора.
Быйыл йәй ауылға ҡайттыҡ. Ҡыҙҙарымдың отпускылары бөткәнсе бергә-бергә тыуған йортомда рәхәтләнеп йәшәнем, күңелем урынына ултырғандай булды. Ҡыҙҙар киткәс, улым менән килендәрҙә бер аҙ ҡалырға тип һөйләштек. Әйткәндәй, кинйә бала булһа ла, улым килендең теләге буйынса йортон беҙҙән алыҫҡа һалды. Янда ғына төҙөһәләр, үҙ өйөмдә лә йәшәй алыр инем дә бит. Бесән ваҡыты булғас, улым күп ваҡыт өйҙә түгел. Көнөм килен менән үтә. Аш-һыуға бик оҫта, тәрбиәле ул. Бер көндө тәмле еҫ сығарып икмәк беште. Шул тиклем һағындырған икән яңы бешкән хуш еҫле икмәк! Үҙебеҙ донъя көткәндә эҫе сағында уҡ телеп, тәмле итеп сәй эсеп ала торғайныҡ балалар менән. Хәҙер ҙә шулай итәбеҙҙер тип көттөм. Тик ҡабарып бешкән икмәкте табағына алған килен уны күтәреп тышҡа алып сығып китте. Кискеһен дә күренмәне ул, бәлки, һатыр өсөн бешергәндер, кем белә. Тик мин үҙемде алданған балалай хис итеп, эстән генә янып-көйҙөм. Ҡартайһаң, әллә ваҡиғаларҙы үҙең шулай ҡуйыртып ҡабул итәһең, әллә ысынлап һинең менән иҫәпләшмәйҙәрме икән?
Тағы бер нәмәгә хәтерем ҡалды уларға. Бер кис өндәшмәй генә матур кейенешеп йөрөйҙәр. "Ҡайҙа былай йыйындығыҙ? Әллә концерт-фәлән буламы?" тип һораным түҙмәйенсә. "Юҡ. Ҡунаҡҡа әйткәйнеләр", тине улым күҙгә ҡарамай ғына. "Һин үҙең ҡуйып сәй эсерһең, ҡәйнәм!" - килендең ҡәтғи тауышы ла ҡушылды. Минең элекке күрше ҡатын саҡырған икән. Әсәһе менән бик татыу булдыҡ, сәйгә лә йыш йөрөшә инек тә. Аҙаҡтан ишетеүемсә, улар минең ауылда икәнлекте белмәгән, ә былары әйтеп тороуҙы кәрәкле тип тапмаған. Аяғым йөрөй, ҡолағым ишетә, күҙҙәрем яҡшы күрә, аңым теүәл - былар минән ғәрләнәме әллә тип үпкәләнем шул саҡта. Шулай көйәләнеүҙәндер инде ауырып киттем: ҡан баҫымы ныҡ күтәрелгәйне. Балаларға мәшәҡәт өҫтәп, табип саҡыртырға тура килде. Хәлемде ишетеп, ҡыҙым менән кейәү килеп етеп, үҙҙәренә алып ҡайтты. Һәм бына мин тағы тәүге күсеп килгән фатирҙа.
Белмәйем, шулай хәҙер түңәрәк биреп йәшәрменме икән тим. Ә минең бер урында, үҙ өйөмдәге кеүек, тыныс ҡына ғүмер иткем килә. Бер балам янына ла һыймайым, артыҡмын кеүек. Бер һүҙ менән әйткәндә, оло кешенең үҙ хәле, үҙ уйҙары, үҙ мәшәҡәте: уға яңғыҙ ҙа ярамай, кеше менән дә ҡыйын..."