15 йәштәрҙә клубҡа сыға башланым. Төҫкә нисауа булғанмындыр инде, егеттәр ҙә арттан йөрөнө. Оҙатырға теләүселәр ҙә күбәйеп китте. Ә мин инде хәҙер хәрби хеҙмәттә булып ҡайтҡан, тағы ла матурыраҡ, көслөрәк, һөйкөмлөрәк була барған Айнурҙы күҙәтеүемде дауам иттем. Ауылыбыҙға уҡытыусы булып килгән бер ҡыҙ менән йөрөнө, клубта гел генә ҡосаҡлашып ултырғандарын күреп, ҡыҙғана торғайным, ҡайтҡас илап-илап йоҡлап китә инем.
Мәктәпте тамамлағас ҙур ҡалаға уҡырға индем, күңелле студент тормошо башланды. Бында ла дуҫлыҡ тәҡдим итеүселәр күп булды. Әммә һәр береһендә Айнурҙың һыҙаттарын, холҡон күрергә теләнемме икән, бер-ике тапҡыр урамда йөрөп йәки киноға барғандан һуң башҡа осрашҡым килмәне. Икенсе курсты тамамлап йәйге каникулға ауылға ҡайттым. Эш күп, картуф утайбыҙ, еләк –емеш йыябыҙ, бесән эшләйбеҙ, ҡайнатмалар, ҡышҡылыҡҡа салаттар ябабыҙ, арытһа ла һәр кис клубҡа сыға инек. Айнур менән юлдарыбыҙ тағы осрашты. Әрменән һуң Өфөлә эшләп йөрөгәнгәме, һирәк күрешә инек. Ул йәйҙе Айнур ауылда үткәрҙе. Бер төндә икебеҙгә лә бер яҡҡа ҡайтырға булғас, мотоциклда ҡайтырға тәҡдим итте лә, көн дә оҙатыр булды. Мотоциклда ауыл буйлап йөрөтөп, шунан ғына алып барып ҡуя торғайны.
Йәйге каникул тиҙ үтеп китте. Октябрь байрамына ҡайтҡан саҡта ауылдаш егеттең тыуған көнөндә осраштыҡ. Ул тағы ла мине оҙатып килде, тик был юлы йәйәү ҡайттыҡ. Ҡулымдан етәкләп алғанда, әйтерһең дә ток һуҡтымы ни, тәндәрем земберләп китте. Ул да үҙендә ниндәйҙер үҙгәрештәр тойҙомо икән инде, мине ҡосаҡлап алды ла шашып үбергә тотондо. Ысынтылап кешене яратһаң, үбешеүе лә ошолай башты әйләндергес була икән ул. Ошо төндә ул мине үҙенеке итте. Ул ҡыҙҙарҙы күп күргән, күптәре менән түшәк тә уртаҡлашҡан булғандыр инде, ә минең өсөн ул тәүге ине. Иртәгәһенә ул Өфөгә, ә мин уҡырға киттем. Ауылға ҡайтҡан саҡтарҙа осрашып торҙоҡ. Минең яныма икенсе ҡалаға дөйөм ятаҡҡа ла аҙна һайын тиерлек килеп китә ине. Шул саҡтарҙа минән дә бәхетлерәк кеше булмағандыр. Бала саҡтан һөйгән йәрем менән бергә булыуыбыҙға ҡыуанып бөтә алманым. Тик күрәһеләрем алда булған икән…
Декабрь айында ялға ҡайтҡан саҡта шаҡ ҡатырырлыҡ хәбәр ишетеп, ни иларға, ни ҡысҡырырға белмәнем. Минең Айнурымдың улы тыуған, туғандары буласаҡ кәләшен һәм бәпесте ауылға алып ҡайтҡан тигән ҡот осҡос хәбәрҙе ишетеп, нимә эшләргә лә белмәнем. Донъям, әйтерһең дә сәсрәп ярылып мең-мең ярсыҡтарға әйләнеп, йәһәннәмгә олаҡты. Әсәйем хәлемде аңлай алманы, Айнур менән беҙҙең осрашып йөрөгәнде белмәйҙәр ине бит, ҡайҙан аңлаһын инде. Ашым - аш, йоҡом йоҡо түгел. Ике өс айым шулай үтеп китте. Ябығып, ҡаҡ һөйәккә ҡалдым. Юғары стипендия алып уҡып йөрөй инем, ҡышҡы сессияны саҡ тапшырып ҡуйҙым. Үҙемде донъяла иң бәхетһеҙ йән эйәһе итеп күрә инем. Ауылға ла һирәк ҡайтырға тырыштым, уныһы ла Айнурҙы күрмәҫ өсөн генә. Йәйге каникулда ғына ауылға ҡайттым. Әсәйем әрләгәнгә, әхирәттәрем һөйрәкләп тигәндәй урамға алып сығып киткәнгә генә клубҡа сыға башланым. Ә бер көндө ҡайтып барһам, йүгереп килеп берәү ҡосаҡлап алды. Ул ҡулдарҙы мин меңдәр араһынан таный инем, Айнур мине һағалап торған икән.
-Йөрәгем, туҡта инде, китмәй тор, әйҙә аңлашайыҡ, бәғерем! Бәләкәй генә саҡтан күҙ алдымда үҫкән етен сәстең шундай һылыу ҡыҙға әүерелгәнен үткән йәй генә күрҙем дә, башымды юғалттым. Тәүҙә үк теләгем көслө булһа ла теймәнем, йәлләгәйнем. Тик мөхәббәткә һәм тәбиғәткә ҡаршы тороп булмай икән, үҙемдеке иттем. Бер яҡтан ҡыуанһам, икенсе яҡтан һине ҡара ҡайғыларға һалырымды аңлап нимә эшләргә лә белмәнем. Ғәфү ит, минең Гүзәлем. Нәфисә менән сыуалып, эргәмдәге бәхетемде күрмәгәнмен! Ә теләйһеңме мин һиңә өйләнәм, иртәгә үк атай һәм әсәй менән һоратырға киләм?! Тик улымды ташламаясаҡмын, ярҙам итермен. Гүзәлем, әйҙә бергә булайыҡ, мин беләм бит, һин дә мине яратаһың, - тип алдыма теҙләнде.
Шул саҡтарҙа ниҙәр кисергәнемде бер Хоҙай ғына белә. Йәндәй күргән Айнурымды ҡосаҡлағым, яратҡым килһә лә, уға битараф ҡына тонда яуап бирергә үҙемдә көс таптым.
-Айнур, беҙҙең поезд үтеп китте. Бала атайлы ла, әсәйле лә үҫергә тейеш. Онот мине, ваҡыт шәбәйтә ул, икебеҙ ҙә насип булһа, бәхетле булырбыҙ, - тинем дә тиҙ-тиҙ атлап ҡайтып киттем. Ә сентябрь айында Айнур менән Нәфисәнең туйы булды. Туй тип мәжлес инде, ЗАГС-ҡа тормағандар тип ишеттем.
Икенсе йәйҙә үҙем менән бер курста, тик икенсе факультетта уҡыған егеткә кейәүгә сығырға риза булдым. Июлгә никах көнөн билдәләнек.
Мәж килеп никахҡа әҙерләнәбеҙ. Кискеһен класташ ҡыҙҙар менән урамға сыҡтыҡ. Киләһе мәшәҡәттәр тураһында һөйләшеп ултырҙыҡ. Клубҡа барып бейеп тә алдыҡ. Клубта Айнурҙың бәләкәй ҡустыһы Илназ килеп һаулыҡ һорашты ла, апай һөйләшеп алайы әле тип алып сығып китте. Клуб артында беҙҙе Айнур көтә ине. Ай яҡтыһы төшкән йөҙөн күреп ҡойолоп төштөм дә ҡуйҙым.
-Гүзәлем, йөрәгем минең, зинһар өсөн сыҡма кейәүгә. Һин бит уны барыбер яратмайһың. Ә теләйһеңме һине Өфөгә алып китәм, Нәфисә менән айырылышам. Улымды үҙебеҙгә алырбыҙ, - тп буталсыҡ хәбәрҙәр һөйләргә тотондо.
Тик ата-әсәйем биргән тәрбиәме, үҙемдең принциптарыммы, “юҡ” тип әйтергә көс бирҙе. Күңелдә буран уйнаһа ла, Айнурымдың ҡосағынан ысҡынып ҡайтыу яғына ыңғайланым.
Никах, һуңынан туй үтте. Һөймәгән кешем менән 3 йыл йәшәгәс, йөклө икәнемде белһәм дә айырылырға тура килде. Әллә ирем минең һалҡынлыҡты һиҙҙеме, ғаилә карабыбыҙ ватылды, икебеҙ ике яҡҡа таралдыҡ. Ҡыҙым донъяға килде. Йәше тулыр-тулмаҫ эшкә сыҡтым. Яусылаусылар ҙа булды. Туғандарым ҡатыны менән айырылышҡан бер ир менән таныштырҙы, өс ай осрашып йөрөгәс, никах уҡытып йәшәй башланыҡ. Уртаҡ ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Башҡа ғаиләләрҙән кәм йәшәмәйбеҙ. Әммә ауылға ҡайтҡан һайын балалыҡ мөхәббәтем Айнурымдың тыуған йорто эргәһенән тыныс ҡына үтә алмайым. Һирәк-һаяҡ осрашҡанда, уның минән ҡарашын ала алмағанын тоям.
Бәлки шул ваҡытта Айнур менән китһәм бәхетле булыр инемме икән тигән һорау борсой. Әлеге ирем менән үҙемде бәхетлемен тип әйтә алайым. Уныһы айырым бер тарих.
Айнур менән икебеҙ ике ярҙа тороп ҡалып дөрөҫ эшләнекме икән?
(Исемдәр үҙгәртелде).
Гүзәл.
https://ejansura.ru/articles/telgen-m-bergen-m/2022-08-18/ikebe-ike-yar-a-2914583