Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Балаларыңды ал да сығып кит!"

– Мин һыуыҡта алһыҙ-ялһыҙ эшләгәндә һин йылыла ятаһың. Нервыма теймә! – тип ажғыра. Ә бер көн хатта...

"Балаларыңды ал да сығып кит!"
"Балаларыңды ал да сығып кит!"

Рәсимә исемле ҡатын ғаиләһендәге ҡайғы тураһында яҙа. Уның хатын һеҙгә лә тәҡдим итмәксе булдыҡ.

“Беҙҙең ғаиләлә ҙур бәлә. Уның сәбәпсеһе – “йәшел йылан”. Оҙаҡ­ла­май ғаиләбеҙ ҙә юҡҡа сығыр инде...

Ентекләберәк һөйләйем әле хәлемде. Әлбиттә, Илһам миңә оҡшай ине, ауылдың иң сибәр егете ул. Тик ата-әсәһенең эсеүе генә кәртә булып торҙо. Уларҙың ғаиләһендә эскелек, әрләшеү, бысраҡлыҡ ғәҙәти күренеш ине шул. Дуҫлаша башлағас, әсәйем дә ҡаршы килде: “Егет тә үҙҙәре кеүек эсә башлаһа, ни эшләрһең? Ныҡ уйла, балам”. Тик ул саҡта Илһам иҫерткес эсемлектәргә ҡараманы ла. Мөхәб­бәттән башым әйләнгәндә ул турала уйланыу ҡайғыһы ла булманы.

Өйләнештек. Бер нәмәбеҙ ҙә юҡ ине. Тик ул да, мин дә тырыш – ныҡышып донъя көтә башланыҡ. Иремдең ата-әсәһенән ярҙам булмаҫы көн кеүек асыҡ. Мин дә әсәйем менән яңғыҙ үҫтем, бәләкәй өйҙә йәшәнек. Шуға күрә үҙ мөйөшөбөҙҙө булдырыу өсөн бар көсөбөҙҙө һалып эшләнек.

Һөнәрем буйынса уҡытыусымын. Эш хаҡы әллә ни ҙур булмаһа ла, даими килеп торҙо. Ә бына Илһам шөғөл таба алмай оҙаҡ йонсоно. Тегендә барып, бында һуғылып йөрөй торғас, бер дуҫы Себергә китергә тәҡдим итте. Йортобоҙҙо күтәргәйнек кенә, ә төҙөп бөтөргә аҡса етмәгән саҡ. Шуға, балабыҙ бәләкәй булһа ла, ирем китергә тәүәккәлләне.

Тәүге айҙар үтә ауыр булды. Беренсе китеүендә үк ике айға ҡалды. Бәләкәй бала менән ҡарт әсәйемдә йәшәп торҙом. Һағынып үлә яҙа инем. Донъяның бар мәшәҡәттәре үҙемә төштө. Малды ла ҡара, йәй булғас, бесән дә әҙерләргә тура килде. Баҡсала, ихатала бөтмәҫ-төкәнмәҫ эш. Бер йәшлек улымды ҡарт әсәй менән ҡалдырып, егелеп донъя көттөм. Башҡа ебәрмәҫмен тип үҙемә һүҙ ҙә биреп бөткәйнем.

Ике ай үткәс, Илһам ғүмерҙә күр­мәгән аҡса тотоп ҡайтып инде. Шул тиклем дәртләндек. Ирем шунда уҡ өйҙө төҙөй башланы. Китергә ваҡыты еткәнсә йорт менән булашты. Бер айлыҡ ялы “һә” тигәнсә үтеп тә китте, тағы эшкә китте. Ауыр булһа ла, аҡса алып ҡайта бит тип йыуанып, артабан донъя көтә башланым.

Ҡыҫҡаһы, ике йыл эсендә өйҙө һалып бөттөк. Тағы бер йылда ауылда булмаған йыһаздар һәм техника алдыҡ. Ике йылдан сит ил маркалы машинаға ултырҙыҡ. Игеҙәк ҡыҙҙарыбыҙ тыуҙы. Бөтә яҡлап та донъябыҙ түңәрәкләнде лә бит. Тик...

Көтмәгәндә бәлә килде. Илһам эсә башланы. Тәүҙә вахтанан ҡайтҡас, был ғәҙәте ике-өс көнгә һуҙыла ине. Шунан аҙнаға әйләнде, ә бер заман ҡайтҡан айының яртыһын иҫерек үткәрә башланы. Ауыр эш башҡарып, арып ҡайта, тип аңларға, аҡларға тырыштым. Әммә ир шашҡандан-шашты. Тәүҙә ҡайта ла донъя бөтәйтә, буш ултырмай торғайны. Ә хәҙер иҫерек ятыуҙан башы сыҡмай.

– Мин һыуыҡта алһыҙ-ялһыҙ эшләгәндә һин йылыла ятаһың. Ял иткәнемдә нервыма теймә, – тип ауыҙымды яба ла ҡуя.

Эсһә, тыныс ҡына ла түгел үҙе. Әрлә­шә, һуғыша башлай. Бер көн хатта туҡмап та ташланы. Балалар унан ҡурҡа. Ата-әсәһенә китеп эскән саҡтары йышайҙы, уларының улдарын миңә ҡаршы ҡотортоп талаш­тырған саҡтар күбәйҙе.

Хәҙер ни эшләргә лә белмәйем. Ҡайт, башҡа йөрөмә Себергә, тип тә ҡарайым, тыңламай.

– Эсмә, китәм, айырылам, – тип тә ҡарайым.

– Ана бара юлың! Тик һиңә бер нәмә лә эләкмәйәсәк. Көнө-төнө эшләп алған аҡсама һалынған йорт, автомобиль – үҙемдеке. Балаларыңды ал да сығып кит! – ти.

Яңғыҙ әсәйемә ҡайтмай булмаҫ, ахыры... Бәлки, кәңәш бирерһегеҙ, нисек аҡыллы итеп ғаиләне һаҡларға?” – тип яҙа ул.

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
 
Башҡортостан гәзите сайтынан.
Автор:
Читайте нас: