Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Әле булһа оялам...

Ауыртыныуҙан иламаным ул көндә, ә үҙемдең...    

Әле булһа оялам...
Әле булһа оялам...

Кәнфит тураһында яҙырға әллә ҡасан уйлаған инем. Әҙерәк уңайһыҙ әле ул. Дүрт тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткән, үҙем оялып пыр туҙам ҡустымдан. Сер үк түгел дә, һөйләрен һөйләп бөткән инем 20-се быуатта уҡ.
 
Дүрт тиҫтә йыл элек урлап ашалған бер биҙрә кәнфиттәрҙең тыштары эй матур ине, уларҙы  ташламай йыйып барҙым бит әле. Аҙаҡтан уларҙан   матур-матур уйынсыҡтар эшләп,  оҙон ептәргә бәйләп түбә таҡтаһына элеп тороп ҡуйҙым. Улар өҫтәлдәге самауыр өҫтөнә генә тура килгәнлектән, өләсәйем сәй яһаған һайын, баш осонда самауырҙың боҫона өйөрөлөп-өйөрөлөп тороуҙары һаман күҙ алдында...  
 "Ошо, Рузалияны",  - тип өләсәй иркәләп кенә һуҡранған була торғайны.

 Эх, бала саҡ!.. Был мутлыҡ та түгелдер инде ул, шулай ҙа был ваҡиға күңелгә тынғы бирмәй.

 ...Ноябрь байрамына ауылда һәр йортта әҙерлек бара, шул уҡ ваҡытта беҙҙең өйҙә лә.  
Әсәйем лавканан бер биҙрә менән төрлө-төрлө кәнфиттәр алып ҡайтты. Тышлығындағы һүрәттәре, буяуы шул тиклем сағыуҙар ине.
Ул дәүерҙә күрше Ырғыҙлы ауылы магазины бик бай була торғайны, сөнки   ят ризыҡтарҙы, тәм-томдо Мәләүездән урмансылар өсөн ташыйҙар ине.  
 
"Ҡыҙым, кәнфиттәрҙе соландағы бүлмәгә биҙрә менән элеп ҡуйҙым, башҡаларға әйтмә, йәме”, тине әсәйем. Мин партизан кеүек, үҙемә тәғәйен эште теүәл үтәй башланым. Көн дә иртән торам да ашамағандармы икән тип ҡарайым. Тышҡа сығып ингән һайын, йә мәктәптән ҡайтҡанда теге бүлмәләге кәнфитте ҡарамайса өйгә инеү юҡ. Ҡараған һайын бер кәнфит үҙемдең ҡорһаҡҡа төшә, матур ҡағыҙҙар он тоғоноң артына инеп ята...
Шулай бер аҙна үтеп киткән.  
Әкиәттәге көн дә исем ҡушырға йөрөгән төлкө кеүек хис итәм дә ул үҙемде, тик... туҡтап ҡына булманы. Шулай ҙа вис ашап бөтмәнем, биҙрә төбөндә ҡалды ул кәнфиттәр.

Бер көндө әсәйем:

-Ҡыҙым, индер әле кәнфиттәрҙе, - тимәһенме!

Көнөнә йөҙ менеп-төшөп, кәнфит алып йөрөгән кеше был юлы
биҙрәне сөйҙән ысҡындыра алмай мәж килдем, инде ысҡындырҙым тигән инем, лап осоп та төштөм баҫып торған ултырғыстан...
Ҡалған ғына кәнфиттәр һибелеп, иҙәндә ялтырашып ятҡан булалар, ә мин илайым...
Өйҙәгеләр йүгереп сыҡты. Туҙып ятҡан кәнфиттәр өҫтөндә буҙлап мин ултырам.  Ауыртынып илай тип уйланылар мине. Ә мин үҙемде тыя алмай ашаған кәнфиттәр өсөн оялып буҙлайым.
 Әсәйем кәнфиттәрҙең әҙлеген күреп: "Ай балам, сысҡан ашап бөттө микән?" – тигәс, мин батырайып киттем.
- Әсәй, сысҡан түгел, ҡустым ашаған инде кәнфиттәрҙе, - тигән һүҙҙәр ауыҙҙан үҙенән-үҙе осто ла сыҡты.
Әйткәнде кире ауыҙға бикләп булмай, дәлилдәр кәрәк. Шулай ҙа барыһы ла аңланы мин ғәйепле икәнде...
 
Был хәл миңә ғүмерлек һабаҡ булды... Әсәйем фиғеле менән тыныс кеше ине, әрләмәне. Белеп тә йөрөгәндер кәнфиттәр кәмегәнен, арала иң иркә ҡыҙы булғас, ашаһын, артығын ашамаҫ әле, тип уйланы микән?  Сит кешенең өлөшөнә теймәҫкә тигән тәрбиәне әсәйем шулай өндәшмәй генә бирҙе.  
Быға байтаҡ йылдар үтһә лә, туғандар сәбәп сыҡҡан һайын “бер биҙрә кәнфит”те иҫкә төшөрөп, шаяртып алалар.
 
Ҡустымдың тыуған көнөнә барғанда, Алла бирһә,  бер биҙрә кәнфит алып барырға кәрәк, тип ниәт ҡылып торам әле...  

Авторы: Рузалия Ҡаһарманова. Бөрйән районы, Яңы Усман ауылы.

Автор:Аклима Гизатуллина
 
 
Башҡортостан гәзитенән.
Автор:
Читайте нас: