Шул төркөмдә бик әүҙем яҙышҡан Үзбәкстан яҡтарында йәшәүсе яҡташыбыҙ Миңһылыу апай Байымова менән танышып киттем. Уға бик йәшләй генә тыуған яҡтарын ташлап, сит тарафтарға сығып китергә тура килгән. Апай тыуған ауылы Мөрсәкте, ауылдаштарын, класташтарын иҫләп, фотолар һала, ҡайһы берәүҙәре тураһында ҡыҙыҡһынып һорашып яҙа.
Миңһылыу апай менән бәйләнешкә сығып, һеҙҙең менән әңгәмә эшләргә теләгем бар, тип мөрәжәғәт иттем. Ләкин ул риза булмауын белдереп, миңә шул уҡ ҡалала ғүмер кисергән ауылдашым Рауия Ҡотлобаеваның телефон номерын ебәрҙе.
Бер нисә көндән инде элек район гәзитенә ебәргән шиғырҙары аша ғына таныш булған Рауия апай менән ватсап аша бер сәғәттәй тирәһе әңгәмәләшергә тура килде. Телефондан тауышы көр, етди һәм ышаныслы яңғыраған Рауия Әҙеһәм ҡыҙының ғүмер буйына уҡытыусы булып эшләгәнен бер аҙ һөйләшкәндән һуң белдем.
Рауия апайға үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауҙарымды бирергә ашыҡтым. Ул ҡыҫҡаса ғына итеп үҙенең ғүмер юлын, әлеге көндәге тормошон һүрәтләп бирҙе. Рауия апай бала сағы тураһында Ғабдулла Туҡайҙың “Иҫтә ҡалғандарҙан” тип аталған хикәйәһенә эйәреп яҙған әҙер яҙмаһы булыуы хаҡында әйтте. Түбәндә уның ҡыҙғаныс та, ғибрәтле лә бала сағы тураһында яҙмаһын уҡырһығыҙ. Мин инде уның артабанғы тормошон ҡыҫҡаса бәйән итәм.
Рауия апайҙың әсәһе уға 1,5 йәшендә, атаһы 10-сы класта уҡығанда вафат була. Был ваҡытта Миңһылыу Әҙеһәм ҡыҙы Күмертау мәктәп-интернатында уҡып йөрөй. Аттестат алғандан һуң ҡыҙ тыуған ауылына ҡайта. Ике йыл Иҫке Бәпес ауылында уҡытыусы булып эшләй. Шул осорҙа ике йыл рәттән рус теле факультетына имтихан биреп ҡарай, ләкин конкурстан үтә алмай. Комиссия ағзалары башҡорт теле буйынса уҡы тиһәләр ҙә, мин рус телен һайланым тип, риза булмай.
Шул саҡта уның яҙмышында тыумышы менән Мөкәй ауылынан булған Аҙнағол исемле егет осрай. Ул Үзбәкстандан Мөкәй ауылына нәҫелдәренә ҡайтып йөрөй. Бер туған апаһы сығып китмә тиһә лә, тыуған яҡтары менән атаһы ла, әсәһе лә бәйләмәгәнгәме, әллә ул ваҡыттарҙа башҡа ҡыҙҙар ҙа ситкә сығып китеүҙе һайлағанғамы, Рауия апай ҙа буласаҡ тормош иптәшенә эйәреп сит тарафтарға сығып китә.
Аҙнағол Ҡормашевтың ата-әсәһе йәштән үк таныштары йәшәгән Бохара ҡалаһына күсеп китергә ҡарар итә. Әкрен генә поезда китеп барғанда, ире һыу артынан тип төшөп ҡала. Уның артынан ҡатыны ла һикереп төшә. Шулай улар Бохараға барып етмәйенсә, Серуала төшөп ҡалып, шунда төпләнәләр. Һуғыш башланып китеп, ғаилә башлығы һуғышҡа алынғас, ҡатын ҡабаттан тыуған яҡтарына ҡайтып китә. Иренән Һыуыҡ Шишмәлә госпиталдә ятам тигән хәбәр алғас, уны күрергә бара һәм алып ҡайта. Шунда Аҙнағол яралып ҡала. Атай кеше ҡабат һуғышҡа алына. Аҙнағолға өс йәш булғанда, ғаилә ҡабаттан Үзбәкстанға күсеп китә. Атайҙарынан хәбәрһеҙ юғалған тигән хәбәр килә. Ете бер туған Ҡормашевтар барыһы ла һуғышта һәләк була, бер генә ҡыҙ туғандары Мәрхәбә тороп ҡала.
Белемгә ынтылған Рауия Әҙеһәм ҡыҙын бала саҡтағы рус теле уҡытыусыһы булам тигән хыялы һис ҡасан да ташламай. Ул ситтән тороп, Коканд педагогия институтының рус теле факультетын тамамлай һәм ғүмере буйына балаларға рус теленән белем бирә. Аҙнағол Кинйәғол улы менән Фирүзә исемле ҡыҙға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөнгө көндә ҡыҙҙары үҙ аллы тормошта, тормош иптәше менән ике ҡыҙ үҫтерәләр.
Рауия Әҙеһәм ҡыҙы льгота менән 50 йәшендә хаҡлы ялға сығып, әүҙем тормош алып бара. Фирғәнә ҡалаһындағы “Дуҫлыҡ” йортонда ойошторолған “Башҡорт-татар үҙәгенә” йөрөй, туған телде һаҡлау буйынса эш алып бара, “Күбәләк” ансамблен етәкләй. Ундағы яҡташтары Миңһылыу Байымова, Сания, Фәниә апайҙар менән концерттарҙа йырҙар, шиғырҙар, сәхнәләштереүҙәр менән сығыш яһайҙар, милли костюмдарҙы ла үҙҙәретегәләр. Таҫтамалдар сигеү, түшелдеректәр эшләү, бешеренеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәләр.
Яҙған шиғырҙарығыҙҙа тыуған яҡты һағыныу тойғолары сағыла, һағыныуығыҙ көслөмө, йыш ҡайтып йөрөйһөгөҙмө, тип һорайым Рауия апайҙан.
- Әлбиттә, тыуған яҡтарым, Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәте һағындыра. Элек йыл һайын ҡайтып йөрөй инем, һуңғы тапҡыр ковид башланғансы ҡайттым. Ҡырмыҫҡалы ауылында бер туған апайымдың ҡыҙы Флүрә, Шайморатов ауылында икенсе ҡыҙы Регина йәшәй. Ҡарлыман ауылында ла туғандарым бар. Уларға ҡайта торғайным. Хәҙер йәш тә бара, юл ҡурҡыта.
Шулай, бер ҡайтҡанымда Учалы районында йәшәүсе әхирәтем Венераға китеп барғанда, автобус туҡтаны ла, кемдәрҙер кафеға, кемдер ҡайҙалыр китте. Мин тау өҫтөндә геометрик фигура яһаған төҫлө үҫкән ағастарға ҡарап, тораташтай ҡатып ҡалғанмын. Автобус шоферы ҡысҡыртып, мине саҡыра. Тауҙар күргәнегеҙ юҡмы ни, тип көлә. Мин ситтә йәшәйем шул, туғаным, ниндәй матур, шул тиклем гүзәл яҡтар, тим.
Шунан, тыуған ерҙән торған ер яҡшы тигән мәҡәл дә бар бит. Үзбәкстанда бик йомарт, ҡунаҡсыл, киң күңелле кешеләр йәшәй, сит итмәйҙәр, ихтирам менән ҡарайҙар. Йәштән үк сығып киткәс, был яҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, халыҡ аштарын, телдәрен өйрәндем, үҙемде ошо яҡ кешеһе кеүек күрәм.
Әлбиттә, шиғырҙарымда тыуған яҡ тураһындағылары күберәк. Бында ҡар яумай тиерлек, шуға ла күп шиғырҙарым ямғыр яуған ваҡытта ижад ителгән.
Ҡайҙа ғына ғүмер итһәк тә, ил-көндәребеҙ тыныс булһын, һағыныр еребеҙ, көтөр кешеләребеҙ булһын, - тип йомғаҡланы әңгәмәбеҙҙе Рауия апай.
Эйе, ғүмеренең берҙән дүрт өлөшөн ситтә йәшәп тә, башҡорт рухын юғалтмаған, һаман да саф башҡорт телендә һөйләшкән асыҡ күңелле, ихлас Рауия апайға ҡарап һоҡланырлыҡ, өлгө алырлыҡ. Рауия Әҙеһәм ҡыҙына киләсәктә лә яҡындары менән ныҡлы һаулыҡта, тигеҙ бәхетле ғүмер кисереп йәшәргә, беҙҙе үҙенең ижад емештәре менән ҡыуандырып торорға насип булһын.
Гөлсәсәк Аласова.