Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Алға ҡарап йәшәй

Әүҙем, тормошто яратҡан оло кешеләргә ҡарайһың да, күңелдәр күтәрелеп китә. Ундайҙар менән донъя йәмле. Бына ошондай ке­шеләрҙең береһе данлыҡлы, леген­дар дивизия командирының тыуған ере - Шайморатов ауылында ғүмер кисерә. Ул район тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхес – мәҡәләм геройы Әфҡәт Ниғмәтуллин.

Алға ҡарап йәшәй
Алға ҡарап йәшәй

Әфҡәт бабай менән осраҡлы ғына осрашҡанда һөйләшеп-аралашһаң, уның менән бергә донъяның матурлығын күрәһең, һауаның сафлығын тояһың, яҙ­мышынан күп нимәгә фәһем алырға өл­гөрәһең. Көр күңелле уҙаман ихласлығы, йор һүҙлелеге менән үҙенә тарта. Тәү ҡарашҡа шаяныраҡ күренһә лә, ул ет­дилеге менән айырылып тора. Ошо көн­дәрҙә хөрмәтле уҙаман 90 йәшлек ғүмер байрамын ҡаршыланы. Ул оло йәштә лә теремек, зиһенле, үҙаллы, әүҙем булыуы менән һоҡландыра. Әфҡәт Ниғмәтуллин инде 25 йыл Шайморатов ауыл Советы­ның ветерандар советы рәйесе булып тора. Ауыл биләмәһендә үткән һәр сара­ның уртаһында ҡайнай тынғыһыҙ, көслө рухлы, оптимист уҙаман. Ул - ауыл мәсе­тенең имам-хатибы ла. Бер дини сара ла уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Шулай уҡ ул – ауыл старостаһы. Уның башланғысы менән шишмә төҙөкләнде­релә, ағастар ултыртыла һәм башҡа ҙур эштәр башҡарыла. Шулай уҡ ул район гәзите менән хеҙмәттәшлек итеп тора.

Ғафури районында тыуып үҫкән Әфҡәт Мәүлимбирҙе улын яҙмыш 1977 йылда беҙҙең районға килтерә. Ошо ваҡыттан алып ул район тарихын яҙы­уҙа ҡатнашып, яҡты эҙен ҡалдыра бара. Тәүҙә “Урал” колхозында бригадир, шу­нан мал һимертеү комплексына етәкселек итә. Артабан Шайморатов исемендәге колхозда баш агроном, рәйес урынбаҫа­ры һәм рәйесе була.

- Тау-урманлы хозур тәбиғәтле Ғафу­ри районының Яңы Ҡауарҙы ауылын­да донъяға килгәнмен. Бала саҡта аяҡ кейеме юҡлыҡтан иртә яҙҙан һыуыҡтар башланғансы ялан аяҡ йөрөй инек. Та­бандар ҡатып бөтә, шуға ауыртмай ине лә. Атайымды һуғыш башланыр алдынан армияға алдылар. Һеңлем Әлфирә менән әсәйемдең итәгенә тотоноп уны оҙа­тып ҡалғаныбыҙ хәтерҙә ҡалған. Шул китеүҙән ул һуғышҡа алына... Уҡырға төшкәс, уҡыу еңел бирелде. Әммә ашарға аҙыҡ, кейергә кейем булмағанлыҡтан, уҡыуҙы дауам итә алманым. Юҡлыҡ бик интектергәс, әсәйемдең тыуған ауылы Үҙбәккә ҡайтырға мәжбүр булдыҡ. Тәҙрәләребеҙгә таҡта ҡағып, йәйәүләп ун һигеҙ саҡрымлыҡ юлға сыҡтыҡ. Әсәйем һеңлемде санаға ултыртып һөйрәй, ә мин ҡалышмаҫҡа тырышып барам. Ауылды ҡалдырыуы бик ҡыйын булды, китеп барғанда боролам да ҡарайым, күҙҙәремә йәштәр тығылды, - тип хәтирәләргә би­релде уҙаман.

Алда ла яҡшы тормош ҡаршыламай. Апайҙарында оҙаҡ тора алмайҙар, башҡа берәүгә өйҙәш булып инергә тура килә. Тамаҡ туйҙырырға ла, өйҙө йылытырға ла кәрәк. “Әсәйем менән икәүләп бил­дән көрт йырып, урмандан утын әҙер­ләп сана менән һөйрәп ҡайтабыҙ. Тамаҡ хаҡына кешеләргә барып төрлө эштәрҙе башҡарырға ла тура килде. Эш хаҡы өсөн ярты биҙрә туң бәрәңге бирәләр ине. Был саҡтарҙы оноторлоҡ түгел… Ә тыуған ауыл үҙәк өҙөлөрҙәй бик һағындырҙы. Әсәйемде ҡайтайыҡ, тип өгөтләй торғас, ул ризалашты, һәм яҙға табан ауылы­быҙға әйләнеп ҡайттыҡ”, - ти ул.

Уҡытыусы Мөтиғулла Шәйәхмәтов уның уҡыуы өсөн борсолоп, колхоз рәйесенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Шунан ғаиләгә әҙерәк аҙыҡ-түлек би­реп, бәләкәй Әфҡәт мәктәпкә урын­лаштырыла. Һәр нимәне тиҙ отҡан ма­лайға уҡыу еңел бирелә. Бер аҙҙан ул йоғошло тиф сире менән ауырый. Йәш организм ҡаты сирҙе еңеп сыға. Тик ул бик ябыҡҡан, ҡаҡ һөйәккә ҡалған була. Ошо мәлдә ул атаһының һуғыштан ҡай­тып килеүен ишетеп, шатланып уға ҡар­шы абына-һөрлөгә йүгерә. Атаһының аяғы яраланғас, госпиталдә оҙаҡ ҡына ятып, ғаиләһен күрһен тип, ай ярымға ҡайтарғандар. Икенсе көндө үк атаһын ырҙын табағына мөдир итеп саҡыралар. Ҡатыны ауырып киткәс, ялы биш айға оҙайтыла. Артабан Таҙлар станцияһын­да яугир менән ғүмерлеккә хушлашалар. Ҡәҙерле кешеһе яу яланында батырҙар­са һәләк була. Ул киткәс, һеңлеһе Сара донъяға килә...

Ғаилә бик ныҡ ауырлыҡтар кисереп көн күрә. Яҙҙарын һәм йәйҙәрен кәлйемә, ҡуянтубыҡ һәм башҡа үлән менән туҡла­налар. Аслыҡтан да шешенәләр. Әммә бирешмәйенсә, йәндәрен аҫрау өсөн ри­зыҡ табырға тырышалар. Мәҫәлән, бри­гадир Ғәйниямал ете йәшлек малайҙы йәлләп, полевод итеп эшкә саҡыра, эш хаҡына “ярты таяҡ” яҙам ти. Уның буры­сы малдарҙы индергәндә ҡапҡаны асып һәм ябып тороу була.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һеңлеһе Сара, Евдокия исемле әбей һалып биргән ашты йотлоғоп-йотлоғоп ашағандан һуң ҡай­тып килгәндә, ағаһының ҡулында йән бирә. Сәбәбен ас килеш ҡапыл ашауҙан күрәләр...

Мәктәпкә барғанда боҙ киткәндә лә, ҡар ҡатыш ямғыр яуғанда ла ике йылға аша сығырға кәрәк. Яланғас тәпәйҙәр өшөй, таштары табанды өтә. Ошо уҡыу осоронда егет ҡорона етеп килгән Әфҡәт үҙе менән балта алып йөрөй һәм уҡыуҙан ҡайтышлай көн һайын берәр тирәкте ауҙара. Аҙаҡ бригадирҙың ҡушҡанын үтәп, эш хаҡына үгеҙ алып, ағастарҙы ташый. Шулай итеп, үҫмер ауылдаштары ярҙамында серек өйҙәрен һипләтә, яңы солан төҙөтә, кәртә-ҡураны йүнәтә.

Ваҡыт еткәс, армияла өс йыл хеҙмәт итеп ҡайта. Ҡайтҡас, колхозда комбайн­сы ярҙамсыһы булып эшләй, аҙаҡ сос егеткә ферма мөдире вазифаһын ыша­нып тапшыралар. Эште һәйбәт алып барғас, тиҙҙән Талбазыға агрономдар курсына уҡырға ебәрәләр. Аҙаҡ комплекс бригадиры булып эш башлай. Отчет-һай­лау йыйылышында 26 йәшлек Әфҡәт Ниғмәтуллинды “Еҙем” колхозына рәй­ес итеп һайлайҙар. Хужалыҡ күтәрелһен, кешеләр матур йәшәһен өсөн ул бар ты­рышлығын һала. Етәксене халыҡ үҙ итә. Ошо йылдарҙа Әфҡәт Мәүлимбирҙе улы ситтән тороп ауыл хужалығы институты­ның агрономия факультетын тамамлай.

Өйләнә, балалар үҫтерә. Һәүетем­сә генә донъя алға барғанда, ҡатыны Нәрисә фажиғәле вафат була. Ир бе­реһенән-береһе бәләкәй өс ҡыҙ бала менән яңғыҙы тороп ҡала. Тиҙҙән район етәкселеге лә алышына, ул үҙ кешеләрен йыя башлай. Әфҡәт Мәүлимбирҙе улы ғариза яҙып, эштән китергә мәжбүр була. Тап ошо ваҡытта районыбыҙға эш һорап килә. Бында үрҙә яҙылғанса эш башлай. Ул етәкләгән осорҙа колхоз алдынғы­лар рәтендә һанала. Йүнсел рәйес халыҡ етеш йәшәһен өсөн көсөн йәлләмәй. Изгелек эшләү, күңеленә рәхәтлек бирә, тағы яңы эштәргә этәрә.

Яҙмышында Римма Хәйбрахман ҡыҙы осрай. Ул да ике бала менән тол ҡалған була. Шулай икәү донъя йөгөн тарталар. Балаларҙың барыһын да уҡы­талар, Әфҡәт Ниғмәтуллиндың өс ҡыҙы ла табип һөнәрен һайлай. Ауыр ҡайғылар ҙа урап үтмәй был ғаиләне – икеһенең дә берәр балаһы фажиғәле һәләк була...

Тормош юлында кәртәләр осраһа ла, намыҫына тап төшөрмәй, алға ҡарап йәшәүен дауам итә Әфҡәт Мәүлимбирҙе улы. Сабый сағы етемлектә, ауырлыҡта үтһә лә, үҙенә тура юл яра, үҙе артынан матур эҙ ҡалдыра оло йөрәкле яҡташы­быҙ. Форсаттан файҙаланып, хөрмәтле уҙаманды оло юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы сәләмәтлек, тыныс ҡартлыҡ теләйбеҙ.

Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас: