Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ни эшләп балалы ҡатынға өйләнәһең?

Бына тигән буйың, төҫөң бар килеш. Һин әлегә йәш, ҡабаланма...

Күптән түгел ауылға ғаиләм менән ҡайтҡайным. Бер заман күрше Тәслимә апай килеп инде. Кеше килгәс, сәйгә ултыртыу йолаһы бар. Бына әсәйем өҫтәл әҙерләп:
– Әйҙәгеҙ, күстәнәс менән сәй эсеп алайыҡ, – тип апайҙы табынға әйҙүкләне.
Өҫтәл янында һөйләшеп ултыра торғас, апай үҙенең улына зарлана башланы.
– Инде утыҙы тулды, һаман өйләнмәй, эшләгән эше лә, фатиры ла бар. Нимәһен ҡарап йөрөйҙөр?! – Унан миңә ҡарап: – Ана, Мансаф, балалы ҡатынға өйләнһә лә, һин дә мин йәшәп алды ла китте, – тигәс, әллә нисек булып китте. Үҙенә ҡаты ғына итеп әйтергә уйлағайным да, тыйылып ҡалдым.

Балалы ҡатын... Ни эшләптер беҙҙең халыҡ балалы, яңғыҙ әсәйҙәрҙе шулай кәмһетеүен әле һаман аңлай алмайым. Ә инде берәйһе балалы ҡатынға өйләнһә, нисек кенә көлмәйҙәр. Ауылыбыҙҙа бер егет балалы кәләш алып ҡайтҡайны, атаһы өнәмәй, улым ҡойроҡло кәләш алды, тип күршеләренә һөйләгән. Ауыл кешеһенә был етә ҡалды – ҡатынға “ҡойроҡло кәләш” тип исем тағып та ҡуйҙылар.
Был һүҙҙе теүәл 20 йыл элек үҙемә лә ишетергә тура килде.
Ул саҡта мин студент инем, 21 йәш. Ауылдан килгәндә юлда ҡулына сумка тотҡан, өс йәштәрҙәге малайын етәкләгән ҡатынды ултырттым. Уларҙы дөйөм ятаҡҡа алып барып ҡуйҙым. Минән өс йәшкә өлкән ине ул. Шулай ҙа күңелгә бойороп буламы. Шаҡтай ғына дуҫлашып йөрөгәс, өйләнешергә вәғәҙәләштек. Тәүҙә ауылға ҡайтып, был хаҡта уларға әйткәс, атай-әсәйемдең шул саҡтағы йөҙөн күрһәгеҙ ине.
– Кит, әҙәм көлдөрөп, Уфала башҡа ҡыҙҙар бөткәнме ни?! Ана, стройға теҙеп һайлап ал, – тине атайым. Атайымдың һүҙенән бер тотам сыҡмаған әсәйем дә уға ҡушылды:
– Ҡуй, балам, әҙәм көлдөрөп, балалы бисә алмаҫһың инде. Бына тигән буйың, төҫөң бар килеш. Һин әлегә йәш, ҡабаланма...
Атайым менән әсәйемдең нимә тип һөйләнгәндәрен яҙып тормайым. Мин эйе лә, юҡ та тимәнем. Мөхәббәтемде барыбер ташламайым, тип эстән генә әйттем дә уҡыуға киттем. Уҡый бирҙем, ваҡыт үтә барҙы. Атай-әсәйемдәргә, туғандарға шул тиклем хәтерем ҡалды – хатта никахты икебеҙ генә мәсеткә барып уҡыттыҡ. Уҡыным да, эшләнем дә. Аллаға шөкөр, бер кемдән дә ярҙам һораманыҡ. Шулай ҙа гел атай-әсәйгә үпкәләп йөрөп тә булмай – ауылға ҡайтып, уларға ярҙам итешеп йөрөй башланыҡ. Кәләшем алсаҡлығы, уңғанлығы менән уларға оҡшаны. Ҡайтһаҡ, бер эштән сирҡанып торманы. Атай-әсәйемә ошо сифаттары оҡшағанын һиҙеп-белеп торһам да, улар барыбер матур һүҙҙәрен ысҡындырыуҙан ҡурҡа ине. Шул ваҡытта, эй, кәләшемә берәй йылы һүҙ әйтһәләрсе, тип теләй торғайным. Юҡ инде!
Кәләшемдең улын үҙ балам кеүек яраттым. Тытылдығын сығып, атай, атай, тип арттан ҡалмай. Шул бер көндө ауылда йөрөп ятҡанда класташым Ғәзиз осраны ла:
– Бына тигән улың да бар икән! Миңә лә шулай бер башмаҡлы һыйыр осрамаҫмы икән? – тип һарғайып бөткән тештәрен ыржайтып көлдө.
– Һиңә тигән кәләш әле тыумаған, – тип яуапланым.
Әммә алдыбыҙҙа тағы бер һынау көткән икән – күпме теләһәк тә, тиҙ генә бәпәй алып ҡайта алманыҡ. Был да атай-әсәйемә, туғандарыма, дуҫтарыма етә ҡалды. Бүтән ваҡытта хәл белергә ваҡыттары булмаһа, осраған һайын бер үк һорауҙы бирә башланылар.
– Уртаҡ балағыҙ бармы?
– Балаһыҙ был тормоштоң ни йәме?
– Ҡатындың үҙ балаһы бар, ул башҡаса табырға теләмәй инде, айырыл, йәш ғүмереңде заяға уҙғарма, – тип кәңәш биреүселәр ҙә булды. Бындай һүҙҙәргә кәйеф төшә биреп ҡуйһа ла, беҙ йәшәй бирҙек. Мин ҡатынымды яратам һәм уға ышана инем. Бер аҙҙан фатир ҙа алдыҡ.
Ғаилә ҡороуыбыҙға биш йыл тигәндә беҙҙең өсөн иң бәхетле минуттар һуҡты – ҡыҙыбыҙ, ике йылдан йәнә улыбыҙ донъяға килде.
Ҡатынымдың улын үҙемдең исемгә яҙҙырҙым. Бына тигән аҡыллы егет булып үҫте. Быйыл медицина университетына уҡырға инде. Аллаға шөкөр, тормошобоҙ матур, ҡатыным менән татыу ғүмер итәбеҙ. Бының менән һәр кем үҙ бәхете өсөн көрәшергә, һәр кемдең үҙ ҡарашы булырға тейеш тип әйтергә теләйем. Егет кеше кәрәкле ваҡытта үҙ яҙмышын үҙе хәл итә алһын ине. Ҡайһы бер атай-әсәйҙәрҙең кейәүен йәки киленен оҡшатмай, балаларына фатихаһын бирмәүен ишетеп кенә түгел, үҙ күҙҙәрем менән күргәнем бар. Һуңынан балалары яңғыҙ йөрөй башлаһа, ниңә шул ваҡытта ҡаршы төштөм икән, тип уфтаналар. Зинһар, йәштәрҙең араһына ҡыҫылмаһағыҙ ине.
Теге ваҡыт минән көлгән Ғәзиз йәштәшем бөгөн ни хәлдә тиһегеҙме? Йәше ҡырҡҡа етһә лә, һаман буйҙаҡ әле...

Нәзир.


Автор:
Читайте нас: