Бына бер хат. Автор яҙғанса, йөрәкте тыңлайыҡмы, әллә аҡыл һүҙенә лә ҡолаҡ һалырға кәрәкме?
"Мин төрмәлә ултырған егеткә кейәүгә сыҡтым. Ул һигеҙ йыл ултырған кеше әле. Уны өс йыл көттөм, уға хәтлем таныш түгел инек. Барыһына ла ҡаршы килеп, йөрәгемде тыңлап, никах уҡытып, яҙылышып... Һәр ғаиләләге кеүек, төрлө көндәр була беҙҙә лә. Ләкин мин был аҙымыма үкенмәйем, киләсәктә лә үкенергә яҙмаһын.
Ул минән күпкә йәш, ләкин төрмәлә алған тормошҡа яраҡлашыу тәжрибәһе, барлыҡ эште белеүе генә лә мине уның янында бала-саға хәлендә ҡалдыра әле. Һәр кешенең характерынан тора ниндәй булыуы.
Күптәр ышанмаҫ, ләкин ул - ғәйепһеҙгә ултырған кеше. Шуға ҡарамаҫтан, әсәй итәгенә йәбешеп йәшәгән ирҙәрҙән айырмалы рәүештә, бик нескә күңелле, шул уҡ ваҡытта үткер һәм тәүәккәл дә. Нимә тип әйткем килә: төрмәлә ултырған тип кенә мөһөр баҫмағыҙ уларға, ҡурмағыҙ ҙа. Миңә ул күрһәткән иғтибарҙы бындағы берәү ҙә күрһәтмәне. Әйткәнемсә, барыһы ла кешенең үҙенән тора.
Быйыл миңә дауаханала ятырға тура килде. Урындан торорға ла ярамай ине. Ул мине бәләкәй баланы ҡараған кеүек тәрбиәләне: ризыҡты үҙе әҙерләп алып килеп ашатты, йыуындырҙы, кейендерҙе... Тағы ла бер нисә ай өйҙәге барлыҡ эштәрҙе үҙе башҡарҙы. Мунсала ла үҙе йыуындырҙы, кейендерҙе, сәстәремде тарап үрҙе. Мин тик кенә яттым. Шунда минең уға хөрмәтем артты. Әгәр кешеһ үҙен тыңлап, уны ташлаған булһам, был ҡәҙерҙе күрә алыр инемме?! Ул кеше менән һеҙ генә аралашаһығыҙ, һеҙ генә уны яҡындан беләһегеҙ, шуға йөрәгегеҙҙе тыңлағыҙ, ситтәрҙе түгел!"
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-213168279_124407