“Һин үлгәс кенә кәләш алам, инәй”
Үрҙәге һүҙҙәрҙе тиҙҙән 60 йәшен билдәләйәсәк ир үҙенең тормошо хаҡында бәйән иткәндә әйткәйне. Республикабыҙҙың төньяҡ райондарының береһендә йәшәй ул. Ә был яҡтарҙа иң ғәзиз кешеләренә “әсәй” тип түгел, “инәй” тип өндәшәләр.
Әйткәндәй, һүҙебеҙ был хаҡта түгел, ә сәсенә сал төшкән ирҙең яҙмышы тураһында. Дөрөҫөрәге: үҙе был хаҡта яҙыуҙы һораны. “Бәлки, кемгәлер фәһем булыр минең яҙмышым. Минең хатамды, бәлки, йәштәр ҙә, ололар ҙа ҡабатламаҫ”, – тине ул.
Ысын исемен атамауҙы һорағас, Зәбир тип алайыҡ был ирҙең исемен һәм уның йәшлегенә әйләнеп ҡайтайыҡ. Әлбиттә, тиңдәштәренән бер нимәһе менән кәм дә, артыҡ та булмаған ул. Тик бына егеттең беренсе мөхәббәте һәм уға өйләнергә теләүе хаҡында һүҙ ҡуҙғатылғас, әсәй кеше улына: “Юҡ, ул ҡатынға һин өйләнмәйәсәкһең. Тиң түгел ул һиңә. Өҫтәүенә балаһы ла бар”, – тип ҡырт киҫкән. Улы бер нисә тапҡыр ошо хаҡта һүҙ ҡуҙғатып ҡараған, әсәһе лә, уның менән бергә атаһы ла һис ипкә килмәгән һәм никахҡа ризалыҡ-фатихаһын бирмәгән.
“Фирүзәмде шул тиклем ныҡ ярата инем. Уның менән тормош ҡорғом килде. Тик инәйем менән әтейем (ул яҡта атай кешегә шулай тип өндәшәләр – Автор.) риза булманы, – тип һөйләй Зәбир. – Ә миңә уларҙан фатиха алмайынса өйләнеү яҙыҡ ине. Шуға ғәзиз кешеләрем өйләнеүемә, бигерәк тә инәйем был хәлгә ҡырҡа ҡаршылашҡас: “Улайһа, һин үлгәс кенә кәләш алам, инәй!” – тип ҡырт киҫтем. Ә хәҙерге аҡылым менән ошо яратҡан кешемә өйләнергә, ғаилә ҡорорға кәрәк булғанлығын аңлайым. Тик ул саҡта мин 20 йәшен тултырып уҙған, әрме хеҙмәтенән ҡайтҡан ғына егет инем. Эх, хәҙер терһәкте тешләп булмай...”
Фирүзә Зәбирҙән ике йәшкә оло булған һәм бер йәшлек ҡыҙын яңғыҙы тәрбиәләгән. “Яратҡан кешемдең айырылған ҡатын, өҫтәүенә балаһы булыуын оҡшатманы инәйем менән әтейем. Фирүзә һуңғараҡ бер иргә кейәүгә сыҡты. Ә минең ғүмерем яңғыҙлыҡта үтте. Инәйем – өс, әтейем бер йыл элек яҡты донъя менән хушлашты инде”, – ти Зәбир.
...Хәҙер ир яңғыҙы көн күрә. Күптән “йәшел йылан” менән дуҫлашҡан. Зәбир тормошо хаҡында тағы түбәндәгеләрҙе һөйләне: “Ул саҡта ғүмеремдең ошолай үтерен һис кенә күҙ алдына килтермәгәйнем. Бәхет өсөн ҡаршылыҡтарҙы үтергә, ауырлыҡтарҙы еңергә һәм көрәшергә кәрәк икән. Мин дә инәйем һәм әтейем менән тиҫкәреләнмәй, үҙһүҙләнмәй генә тағы ошо ҡатынды яратыуым хаҡында яҡшы итеп аңлата алһам, бәлки, тормошом әлеге кеүек булмаҫ, улар ҙа, бәлки, никахҡа фатихаһын бирер ине...”
Ир әйтеүенсә, Фирүзә лә бер нисә йыл элек тол ҡалған. Уның балалары бар икән. “Күрше районда ғына йәшәй минең беренсе мөхәббәтем. Тик хәҙер мин, эскесе, уға кәрәкме ни?! Бәлки, ул минең хаҡта күптән онотҡандыр ҙа. Ә мин дыуамалдың йәш саҡтағы әйткән “өйләнмәйем” тигән һүҙе ғәмәлгә ашты ла ҡуйҙы. Ғүмер хатамды башҡалар ҡабатламаһын ине. Ни тиһәң дә, яңғыҙлыҡтан да ауыр нимә юҡ. Баҡтиһәң, кешенең холҡоноң бар яҙмышын хәл итеүе ихтимал икән...”
Фото: ru.freepik
Автор:Айһылыу Низамова
https://dzen.ru/a/Zv-ONJLrgH_JsZJO